Ҡурған өлкәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Рәсәй Федерацияһы субъекты

Ҡурған өлкәһе

Flag of Kurgan Oblast Oblast.jpg Coat of Arms of Kurgan Oblast oblast.jpg

Map of Russia - Kurgan Oblast (2008-03).svg

Административ үҙәк

Ҡурған

Майҙаны

46-сы

- Барлығы
- % һыү өҫтө

71 488 км²
0,4

Халҡы

53-се

- Всего
- Халыҡ тығыҙлығы

885 759 (2013)

12.39 кеше/км²

Тулайым региональ продукт (ВРП)

62-се

- Барлығы, хәҙерге хаҡтарҙа
- Йән башына

115,2 млрд. һум (2010)

111,3 тыс. руб.

Рәсәйҙең Федераль округы

Урал федераль округы

Губернатор в.б.

Кокорин Алексей Геннадьевич

Губернаторҙың беренсе урынбаҫары

Путмин Сергей Геннадьевич

Ҡурған өлкәһе Дума рәйесе

Хабаров Владимир Петрович

РФ субъекты коды

45

Сәғәт бүлкәте

{{{UTS}}}

Наградалары:

Ленин ордены

Ҡурған өлкәһе — Көнбайыш-Себер тигеҙлегенең көньяғында урынлашҡан Рәсәйҙең төбәге.

География[үҙгәртергә]

Свердловск өлкәһе, Силәбе өлкәһе, Төмән өлкәһе һәм Ҡаҙағстан м‑н сиктәш. Үҙәге — Ҡурған ҡалаһы. 1943 й. 6 февр. ойошторолған. Составында 24 район, 9 ҡала, 6 ҡала тибындағы ҡасаба. Урал федераль округы составына инә. Майҙаны — 71 мең км2.

Халҡы[үҙгәртергә]

Халҡы – 0,9 млн кеше, ш. иҫ. 12,3 мең башҡорт (2010). Халҡының уртаса тығыҙлығы — 12,7 кеше/км2. Халҡының тәбиғи кәмеүе — 2,8 мең кеше. Урбанизация — 54,6%; ҙур ҡалалары — Ҡурған, Шадринск. Иҡт. әүҙем халҡының һаны — 473 мең кеше. Миграция иҫәбенә кәмеүе — 4,2 мең кеше. Милли составы (%): урыҫтар – 90, татарҙар – 1,9, башҡорттар — 1,4. Ҡурған өлкәһе башҡорттары Урал аръяғы башҡорттарына ҡарай.

Тарих[үҙгәртергә]

16 б. уртаһына тиклем Ҡурған өлкәһе терр‑яһы Себер ханлығында була, уға Уралдың көнсығыш битләүҙәрендә, Исәт, Мейәс, Уй йй. буйында йәшәгән башҡорттарҙың ерҙәре инә. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң Себер даруғаһының Ҡатай, Ҡалмаҡ һәм Һарт улустары, 1919 й. тиклем — Силәбе өйәҙе, 1919—22 й. — Ялан кантоны, 1943 й. Ҡ.ө. Әлмән районы һәм Сафакүл районы башҡорттар айырыуса тупланып йәшәгән терр‑ялар иҫәбенә инә.

Дәүләт ҡоролошо[үҙгәртергә]

Ҡурған өлкәһе Уставына ярашлы дәүләт власы суд, башҡарма һәм закондар сығарыу йүнәлештәренә бүленә.

Башҡарма влас[үҙгәртергә]

Ҡарағыҙ: Ҡурған өлкәһе Хөкүмәте
Ҡарағыҙ: Ҡурған өлкәһе Губернаторы
Ҡурған өлкәһе Губернаторы — Ҡурған өлкәһе башлығы һәм Ҡурған өлкәһенең иң юғары вазифалы кешеһе. Ҡурған өлкәһе Хөкүмәте етәксеһе. Ҡурған өлкәһе Хөкүмәте статусы һәм хоҡуғы Ҡурған өлкәһе Уставы менән билдәләнғән.

Суд власы[үҙгәртергә]

Ҡурған өлкәһе суд системаһы составында:

  1. Ҡурған өлкәһе өлкә суды, Рәсәйҙен юғары судының түбәнге инстанция суды
  2. Ҡурған өлкәһе арбитраж суды , Рәсәйҙен юғары судының түбәнге инстанция суды

Закондар сығарыу власы[үҙгәртергә]

Ҡарағыҙ: Ҡурған өлкәһе өлкә думаһы
Өлкә Парламенты – Ҡурған өлкәһе өлкә думаһы.

Административ ҡоролошо[үҙгәртергә]

Өлкәлә 24 муниципаль район һәм 2 ҡала округы бар.

Муниципаль райондар
Ҡурған өлкәһенең административ ҡоролошо
  1. Әлмән районы
  2. Белозерский районы
  3. Варгаши районы
  4. Далмат районы
  5. Звериноголовский районы
  6. Каргаполье районы
  7. Ҡатай районы
  8. Кетов районы
  9. Ҡортамыш районы
  10. Лебяжье районы
  11. Маҡуш районы
  12. Мишкин районы
  13. Мокроус районы
  14. Петухов районы
  15. Половинское районы
  16. Тубыл яны районы
  17. Сафакүл районы
  18. Целинный районы
  19. Частоозерье районы
  20. Шадринск районы
  21. Шатров районы
  22. Шумиха районы
  23. Щучье районы
  24. Юрғамыш районы
Ҡала округттар
  1. Шадринск
  2. Ҡурған

Башҡортостан м‑н Ҡурған өлкәһе араһында хеҙмәттәшлек[үҙгәртергә]

Башҡортостан м‑н Ҡурған өлкәһе араһында Гуманитар өлкәлә хеҙмәттәшлек итеү т‑да килешеүгә (1995), Дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек т‑да килешеүгә (1998), Сауҙа‑иҡт., фәнни‑техник, соц. һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек т‑да килешеүгә (2006) ҡул ҡуйылған. Башҡортостан м‑н Ҡурған өлкәһе араһында сауҙа әйләнеше 2006 й. 1485,8 млн һум тәшкил иткән. Башҡорттарҙың йәмәғәт берекмәләре, 18 башҡ. фольклор, ш. иҫ. 3 балалар коллективы эшләй. 1995 й. алып өлкә радиоһында башҡорт телендә ай һайын “Тыуған яҡ” тапшырыуы сыға. Райондың 17 мәктәбендә (7‑һендә башҡ. теле мотлаҡ уҡытыла торған предмет булараҡ өйрәнелә) башҡ. халҡының тарихы һәм әҙәбиәте б‑са факультативтар, түңәрәктәр ойошторола. Әлмән районы Тәңрекүл урта мәктәбе башҡ. телен, мәҙәниәтен, тарихын өйрәнеү б‑са методик үҙәк булып тора.

2005 йылдан башлап Башҡортостан һәм Ҡурған өлкәһе ғилми һәм медицина учреждениелары араһында үҙ‑ара хеҙмәттәшлек үҫешә, атап әйткәндә, акад. Г.А.Илизаров ис. “Тергеҙеү травматологияһы һәм ортопедияһы” Рәсәй ғилми үҙәге (Ҡурған) Башҡортостандың медицина учреждениеларына консультатив һәм методик ярҙам күрһәтә. Ҡурған өлкәһе тыуған Ғ.С.Ғәлиуллина, Ш.Ә.Манатов, Д.П.Соколов, Ғ.Ғ.Тағанов һ.б. эшмәкәрлеге Башҡортостан м‑н бәйле.

Һылтанмалар[үҙгәртергә]


Рәсәй Федерацияһың субъектары ±
Республикалар

Адығ Алтай Башҡортостан Бурятия Дагестан Ингушетия Ҡабарҙы-Балҡар Калмыкия Ҡарасәй-Черкес Карел Коми Ҡырым Марий Эл Мордовия Саха (Якутия) Төнъяк Осетия Татарстан Тыва Удмуртия Хакасия Чечня Чувашия

Крайҙар
Өлкәләр

Амур Архангельск Әстрәхән Белгород Брянск Владимир Волгоград Вологда Воронеж Ивановск Иркутск Калининград Калуга Кемерово Киров Кострома Курган Курск Ленинград Липецк Магадан Мәскәү Мурманск Нижегородская Новгород Новосибирск Омск Ырымбур Орёл Пенза Псков Ростов Рязань Һамар Һарытау Сахалин Свердлов Смоленск Тамбов Тверь Томск Тула Төмән Ульяновск Силәбе Ярослав

Федераль әһәмиәттәге ҡала
Автономиялы өлкә
Автономиялы округтар
1 Архангельск өлкәһенә керә. 2 Төмән өлкәһенә керә.