Свердловск өлкәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Рәсәй Федерацияһы субъекты

Свердлов өлкәһе

Flag of sverdlovsk.jpg Coat of Arms of sverdlovsk.jpg
Russiasverdlovsk.jpg

Административ үҙәк

Екатеринбург

Майҙаны

17

- Барлығы
- % һыү өҫтө

194 307 км²

Халҡы

5-се

- Всего
- Халыҡ тығыҙлығы

4 315 830 (2013)

22.21/км²

Тулайым региональ продукт (ВРП)

6-сы

- Барлығы, хәҙерге хаҡтарҙа
- Йән башына

1 033,7 млрд. Һум млрд. һум (2010)

214,9 мен Һум тыс. руб.

Рәсәйҙең Федераль округы

Урал

Губернатор

Куйвашев Евгений Владимирович

РФ субъекты коды

66, 96

Сәғәт бүлкәте

{{{UTS}}}

Наградалары:

Ленин орденыЛенин ордены

Свердло́в өлкәһе — өлкә, Рәсәй Федерацияһы төбәге, Урал федераль округына инә. Башҡортостан Республикаһы, Пермь крайы, Төмән, Ҡурған, Силәбе өлкәләре менән сиктәш. Өлөшләтә Тарихи Башҡортостан биләмәләренә инә.

Дәүләт ҡоролошо[үҙгәртергә]

Свердловск өлкәһе Уставына ярашлы дәүләт власы суд, башҡарма һәм закондар сығарыу йүнәлештәренә бүленә.

Башҡарма влас[үҙгәртергә]

Ҡарағыҙ: Свердлов өлкәһе Хөкүмәте
Ҡарағыҙ: Свердлов өлкәһе Губернаторы
Свердлов өлкәһе Губернаторы — Свердловск өлкәһе башлығы һәм Свердловск өлкәһенең иң юғары вазифалы кешеһе. Свердловск өлкәһе Хөкүмәте етәксеһе. Свердлов өлкәһе Хөкүмәте статусы һәм хоҡуғы Свердловск өлкәһе Уставы менән билдәләнғән.

Суд власы[үҙгәртергә]

Свердловск өлкәһе суд системаһы составында:

  1. Свердлов өлкәһе өлкә суды, Рәсәйҙен юғары судының түбәнге инстанция суды
  2. Свердлов өлкәһе арбитраж суды , Рәсәйҙен юғары судының түбәнге инстанция суды

Закондар сығарыу власы[үҙгәртергә]

Ҡарағыҙ: Свердловск өлкәһе Закондар сығарыу йыйылышы
Өлкә Парламенты – Свердловск өлкәһенең Закондар сығарыу йыйылышы.

Административ Ҡоролош[үҙгәртергә]

Ҡарағыҙ: Свердловск өлкәһенең ҡоролошо

Свердловский өлкәһенең идара итеү округтары

1996 йылда Өлкә влас органдары координациялау өсөн өлкәлә 5 Идара итеү округтары төҙөлә (Рәсәйҙәге федераль округтар аналогы):

  1. Төньяҡ ( Краснотурьинск),
  2. Көнбайыш (Первоуральск),
  3. Таузавод (Нижний Тагил),
  4. Көнсығыш (Ирбит)
  5. Көньяҡ (Каменск-Уральский).

Бер нисә район (Екатеринбург һәм уның тирһәндәге райондар) бер ниндәй ҙә округҡа инмәй.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]