Биҙгәләк

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Биҙгәләк
Фәнни классификация
Халыҡ-ара фәнни исеме

Tetrax tetrax (Linnaeus, 1758)

Һаҡлау статусы
en:Near Threatened
Хәүефле хәлгә яҡын
IUCN 3.1 Near Threatened : 106002759

Викитөркөмдә
Систематика

Викиһаҡлағыста
рәсемдәр
ITIS  563379
NCBI  172684
EOL  915400
Йомортҡалары Tetrax tetrax

Биҙгәләк (рус. Стрепет) — Европала, Азияла, Африканың төньяҡ-көнбайышында йәшәүсе, үҫемлек менән туҡлана торған торған күсмә ҡош. Ояһын далала ҡора, сиҙәм ерҙәрҙе үҙләштерә башлағас һирәк осраусы төрҙәр рәтенә керә.

Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҙурлығы өйрәктәй. Оҙон ғына аяҡлы һәм муйынлы ҡош. Осҡанда өйрәктәргә оҡшаған. Башы, муйыны, түшенең аҫҡы һәм өҫкө яғы ҡара. Елкәһенән муйынының алғы яғына төшкән дүңгәләк, түшенең уртаһы, ҡорһағы, ҡанаттарының сите аҡ. Һырты һары, йыш һәм нәҙек ҡара көрән тулҡынлы һыҙыҡтар менән ҡапланған. Ҡойроғо аҡ һәм ҡара арҡыры буй ала. Башҡа ҡоштар менән бутау мөмкин түгел. Ите өсөн аулайҙар.

Туҡланыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бөжәктәр, үлән орлоҡтары һәм йәш үҫентеләре менән туҡлана. Йыш ҡына таш йота.

Тауышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Пырхылдап көлөүгә оҡшаған тоноҡ тауышлы.

Йәшәүе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һөрөлмәгән яландарҙа йәшәй. Күсмә ҡош. Бик һирәк осрай. Ояһы ерҙә була. 3-4 бөртөк көрәнһыу һоро йәки йәшкелт йомортҡа һала.

Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабы
һирәк осрай торған төр
ИПЭЭ РАН сайтында эҙләргә