Блюз

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Блюз
Йүнәлеше:

халыҡ музыкаһы, популяр музыка

Сығышы:

госпелс, спиричуэлс, холлерс,

Барлыҡҡа килгән урыны һәм ваҡыты:

АҠШ-тың көньяғы, көнбайышы

Таралған йылдары:

XX быуат башы

Эсендәге жанрҙар:

ауыл блюзы, дельта-блюз

Туғандаш жанрҙар:

кантри

Сығаралма жанрҙар:

джаз, буги-вуги, ритм-н-блюз, рок-н-ролл

Блюз (ингл. blue devils, моңланыу һәм ҡайғы  ) — XIX быуат аҙағында АҠШ Көньяҡ-көнсығыш афроамерика йәмғиәте «Мамыҡ билбау» плантацияһынан сыҡҡан кешеләр араһында таралған музыка формаһы һәм музыка жанры. Донъя музыка мәҙәниәтенә афроамерикандар индергән иң әһәмиәтле өлөшө (рэгтайм һәм иртәнге джаз, хип-хоп һ.б. менән бер рәттән). Иң тәүҙә был терминды Джордж Колман бер актлы фарс «Blue Devils»та (1798) ҡулланған. Блюзда «эшселәр йыры», холлер (баҫыуҙа эш ваҡытында ритмик ҡысҡырыу), спиричуэлс (христиандарҙың дини йырҙары), шант һәм балладалар (ҡыҫҡа шиғри мажара).

Бөгөнгө көндә билдәле «поп», «джаз», «рок-н-ролл» «соул» музыка төрҙәренә йоғонтоһо ҙур. Йыш музыка «һорау — яуап» формаһында ҡорола, ул композицияның лирик тулыландырыуында, шулай уҡ инструменттарҙың үҙ-ара әңгәмәһендә сағыла. Блюз тематикаһы − афроамерика халҡының тормошо, ҡыйынлыҡтары, ҡаршылыҡтары.

Башланғысы[үҙгәртергә]

Блюз Америка континентында ҡол биләүселек дәүеренән, Африканан эш көстәренең күпләп килтереүенән башлана. Афроамерикандар ул ваҡытта плантацияларҙа эшләүсе һәм хеҙмәтләндереүсе кешеләр булараҡ иң бысраҡ һәм талымһыҙ эште башҡарғандар. Ҙур этәргес көс булып АҠШ-та 1863 йылда ҡоллоҡтоң бөтөрөлөүе була. Блюздың тыуған ере булып Миссисипи йылғаһының дельтаһы һанала. Кис һайын эшселәр йырлағандар. Ял сәғәттәрендә негрға эш йырҙары иҫенә төшкән. Блюзды башҡарыусылар ғүмерҙәре ахырынаса түбән эш хаҡлы ерҙә эшләгән. Ил буйлап сәйәхәт тә иткәндәр. Ҡайһы саҡ йырсы булып та йөрөгәндәр, эш хаҡын ашамлыҡ менән биргәндәр. Шундай тормош блюз башҡарыусыһы өсөн типик булған: ауыр физик хеҙмәт һәм аҙ эш хаҡы. Әммә гитара гел янында булған һәм блюзды төрлө ерҙәрҙә ишетергә мөмкин булған.

Термин үҙе 1912 йылда, Харт Уэнд «Dallas Blues» блюзын китап итеп сығарғанда, барлыҡҡа килгән. Ул матбуғатта сыҡҡан беренсе тулыһынса блюз композияһы булған.

Традицион блюз шулай уҡ архаик тип атала һәм аккомпанементһыҙ башҡарыла. Иң билдәле блюз башҡарыусылары булып Блайнд Лемон Джефферсон һәм Хадди «Ледбелли» Ледбеттер һанала.

Классик блюз[үҙгәртергә]

1920-се йылдарҙа, блюзды башҡарыусы ансамблдәр барлыҡҡа килеү менән, классик блюз формалашып бөтә. Ошо ваҡытта ул шоу-бизнес төрөнә әйләнеп китә. Блюзды башҡарыусы ҡатын-ҡыҙҙар билдәлелек яулай башлай. Мэми Смит грампластинкаға «Crazy Blues»ын яҙҙырта. Киләһе 12 йыл блюз үҫешә.

Ритм-н-блюз[үҙгәртергә]

Ритм-н-блюз һуғыш йылдарында килеп сыға. Ул замандағы иң билдәле башҡарыусылары Джо Тёрнер (Joe Turner) һәм Джимми Рашинг (Jimmy Rushing). 40-сы йй. электрогитара, электроорган, һуңғараҡ бас-гитараның да әүҙем ҡулланыуына электрификация һәм яңы техниканы ҡулланыу бәйле. Микрофон ярҙамында йырсы һәм һуҡма инструменттарҙың тауышы көсәйә. Шулай итеп, 4 кешелек заманса техника ҡулланған ансамблдәр 18 кешенән торған ҙур ансамблдәрҙе сәхнәнән ҡыуа. Ритм-энд-блюз бәләкәй кафе, барҙарҙа үҙләшә. «Ритм-энд-блюз» термины менән музыка белгестәре «Race Music» (раса музыкаһы) терминын алмаштыра.

Блюз Рәсәйҙә[үҙгәртергә]

Алексей Калачёв әйтеүенсә, Рәсәй (совет осоро) блюзының үҫеше 3 этапҡа бүленә. Беренсе этабында Көнбайыш рок төркөмдәренең блюз-рок башҡарғанын тыңлап, танышалар (Led Zeppelin, Элвин Ли, Джонни Винтер һ.б.). Ул ваҡыттағы иң яҡшы блюзмен булып Алексей Белов һанала, ул 1969 йылда «Уңышлы ҡаҙаныш» төркөмөн төҙөй. Был төркөмдөң музыкаһы Америка блюзына оҡшаш була. Шулай итеп, блюздың килеп сығыуы 1960-1970-се йй. тап килә.

Икенсе этап 80-се йй. бәйле. Блюзды башҡарыусы һәм һөйөүселәр күбәйә. Ул ваҡыттағы иң билдәле башҡарыусылар «Блюз Лигаһы» һәм Сергей Воронов.

Өсөнсө этап клубтарҙың барлыҡҡа килеүе менән бәйле.

Блюзды башҡарған музыканттар рәтенә Mishouris Blues Band, Доктор Аграновский, Евгений Маргулис, Blues-әңгәмәләш, Blackmailers, Леван Ломидзе, Double Whisky, Гинденбург-Блюз, Blues Doctors, Black Jack Band, Boogie Street, Backstage, Антон «Блюзный» Игнатенко - Street Blues Band һ.б. индерергә була.

Музыканттар блюз фестивалендә

Һылтанмалар[үҙгәртергә]