Болонь ҡурсаулығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
«Болонь» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы
Категория МСОПIa (Ҡәтғи тәбиғи резерват)
Төп мәғлүмәт
Майҙаны103.6 тыс. га 
Нигеҙләнгән ваҡыты18 ноябрь 1997 йыл 
Урынлашыуы
49°34′07″ с. ш. 135°54′49″ в. д.HGЯO
РФ субъектыХабаровск крайы
РайоныАмур районы, Нанай районы
Яҡындағы ҡалаАмурск 

zapovedamur.ru
Рәсәй
Точка
«Болонь» дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы
 Болонь ҡурсаулығы Викимилектә

Болонь ҡурсаулығы (рус. Природный заповедник «Бо́лоньский») 1997 йылдың 18 ноябрендә Хабаровск крайында ойошторола. Ҡурсаулыҡ майҙаны 103,6 мең гектар. Уның төп бурысы — биологик төрлөлөктө һәм һаҡланыусы тәбиғи комплекстарҙы һәм объекттарҙы тәбиғи хәлдә тотоу маҡсатында тәбиғәт биләмәләрен һаҡлау.

Һыу һәм һирәк осрай торған ҡоштар ҡурсаулыҡ урынлашҡан майҙанда оя ҡора һәм күпләп туплана.

Географик урынлашыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡурсаулыҡ территорияһы Урта Амур уйһыулығында урынлашҡан, көньяҡ — көньяҡ-көнбайыштан Болонь күленә барып тоташа, Симми һәм Харпи йылғалары араһындағы аралыҡты биләй һәм өлөшләтә халыҡ-ара әһәмиәттәге һаҙлыҡлы ерҙәрҙе биләй. Ҡурсаулыҡта һаҙлыҡтар территорияның 87 процентын алып тора.

Флора һәм фаунаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Болонь күле

Ҡурсаулыҡ территорияһының 87 проценты һаҙлыҡлы. Ҡоштарҙың яҡынса 250 төрө бар, уларҙың 160-ҡа яҡын төрө оя ҡора, һирәк осрай торған төрҙәрҙең дөйөм һаны — 35-тән ашыу. Яҙғы һәм көҙгө осош осоронда бында төрлө төрҙәге 0,8 — 1,2 миллионға тиклем ҡош-ҡорт ял итеүгә һәм ашауға туҡтай.

Бөжәктәрҙе өйрәнеү башланған; әлегә ҡурсаулыҡ биләмәһендә 600 төрҙән ашыу тәңкә ҡанатлылар билдәле; башҡа бөжәктәр тулы өйрәнелмәгән.

Рәсәй Федерацияһының Ҡыҙыл китабына индерелгән һыу үҫемлектәренең һирәк төрҙәре — Шребер бразенияһы, ирис, һыу сәтләүеге, шулай уҡ төбәктә һирәк осрай торған үҫемлек төрҙәре үҫә[1].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]