Брянчаниновтар усадьбаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Брянчаниновтар усадьбаһы
Нигеҙләү датаһы 1812
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Покровское[d]
Архитектура стиле Классицизм
Входит в состав списка памятников культурного наследия Cultural heritage monuments in Gryazovetsky District[d]
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d][1]
Карта
 Брянчаниновтар усадьбаһы Викимилектә

Брянчаниновтар усадьбаһыВологда өлкәһе Грязовецкий районының Покровское ауылында XIX быуат башы дворяндар усадьбаһы. Классицизм стилендә төҙөлгән. Федераль әһәмиәттәге тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыһы һәм төбәк әһәмиәтендәге баҡса-парк сәнғәте ҡомартҡыһы. Усадьба шулай уҡ унда Брянчанинов Дмитрийҙың тыуыуы һәм үҫеүе, буласаҡ Кавказ һәм Черноморский епискобы Игнатий, Рус православие сиркәүе тарафынан святителдәр шәхесенә ҡанунлаштырылыуы менән билдәле. Усадьба составына флигелдәр һәм галереялар менән төп йорт (1809—1810), Пресвятая Богородицаның Покров сиркәүе (1811), Брянчаниновтарҙың некрополе (XIX быуат), быуа менән парк (XIX быуат башы), ат аҙбары (XIX быуаттың икенсе яртыһы) һәм баҙ (XIX быуаттың икенсе яртыһы) инә. 2009 йылда тергеҙелә.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Брянчаниновтар усадьбаһы — боронғо рус дворяндары нәҫеле Брянчаниновтарҙың нәҫел имениеһы. Покровка ауылы XVII быуатта Брянчаниновтарға, күрәһең, хәрби ҡаҙаныштары өсөн поместье сифатында бирелә[2] . 1803 йылда имениены Брянчанинов Александр Семенович мираҫ итеп алып ҡала[3] һәм Покровкала нәҫел зыяраты менән йәнәш яңы усадьба төҙөргә ҡарар итә.

Усадьбаның төп йортон төҙөү 1809—1810 йылдарҙа урындағы архитектор Александр Сапожников проекты буйынса башҡарыла. 1811 йылда Брянчаниновтарҙың нәҫел зыяратында Пресвятая Богородицаның Покров сиркәүе төҙөлә. Усадьба 1820 йылда Мәскәү архитекторы А.С. Кутепов тарафынан яңынан ҡорола[4]. Покровка Брянчаниновтарға 1918 йылға тиклем ҡарай. Имениеның һуңғы хужалары Владимир һәмСофия Брянчаниновтар була, улар Октябрь революцияһынан һуң Рәсәйҙе ташлап китергә мәжбүр була.

1924 йылда усадьба биләмәһендә «Октябрь шытымдары» шифаханаһы ойошторола, ул унда XX быуаттың 90-сы йылдарына тиклем була. Ошо осор эсендә бина бер нисә тапҡыр үҙгәртеп ҡорола. Покровка сиркәүе ябыла һәм келәт итеп ҡорола. Шуға ҡарамаҫтан, шифахана етәкселеге арҡаһында[5] 1960 йылға тиклем усадьба дөйөм алғанда тарихи йөҙөн һаҡлап ҡала, ул дәүләт һаҡлауы аҫтына алына[6]. XX быуаттың 90-сы йылдарында шифахана ябылғандан һуң усадьба комплексы тиҙ арала бөлгөнлөккә төшә.

1997 йылда А. Сапожниковтың һаҡланып ҡалған һыҙмалары, бина һүрәттәре, ландшафт пландары, Брянчаниновтарҙың ғаилә фотоһүрәттәре, шулай уҡ сәнғәт белгесе Г.К. Лукомскийҙың тасуирламалары нигеҙендә архитектор С.Б. Куликов етәкселегендә усадьбаның реставрация проекты эшләнә. Ремонт-тергеҙеү эштәре 2009 йылда тамамлана.

Хәҙерге ваҡытта усадьбала «Брянчаниновтар усадьбаһы» мәҙәни-ағартыу һәм дини үҙәк — АУК ВО «Вологдареставрация» филиалы урынлашҡан. Бында шулай уҡ музей экспозицияһы урынлаша, ул Покровка ауылы тормошо, святитель Игнатий, Брянчаниновтарҙың башҡа ырыу вәкилдәре тураһында бәйән итә, шулай уҡ усадьба комплексын ғилми реставрациялау тураһында һөйләй.

Архитектураһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Брянчаниновтар усадьбаһының төп йортоноң тышҡы декоры.
Брянчаниновтар имениеһында Пресвятая Богородица сиркәүе

Дөйөм алғанда, Брянчаниновтарҙың усадьбаһының архитектура һәм баҡса-парк комплексы тарихи ҡиәфәтендә беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып ҡала. Усадьба планы классицизм стилендә башҡарыла. Төп йорт ике пар коринф колонналарында һәм балконының балюстрадаһы менән мансардалы ике ҡатлы 12x6 метр күләмдәге таш бинанан ғибәрәт. Йорт ике флигелдән торған бер ҡатлы галереялар менән тоташҡан.

Мансардала хужалар өсөн ике бүлмә урынлашҡан, икенсе ҡатта балалар бүлмәһе була, ә беренсе ҡатта ҡунаҡ бүлмәһе, зал, кабинет, ашхана һәм ҡунаҡтар өсөн бүлмә урынлаша. Флигелдәрҙә хужалыҡ бүлмәләре һәм хеҙмәтселәр өсөн бүлмә урынлаша. Фасадтарҙың һылау биҙәүестәре шлемдар, байраҡ, һөңгөләр, ат башы рәүешендә беҙҙең көндәргә тиклем килеп еткән, ә эске йыһаздарынан икенсе ҡатҡа ағастан бормалы баҫҡыс һаҡланған. Төп йорттан тыш, усадьба комплексына бер нисә ҡаралты инә. Йорттан көнсығышҡа ҡарай кирбестән Пресвятая Богородицаның Покров сиркәүе урынлаша, йәнәшәлә Брянчаниновтарҙың нәҫел зыяраты урынлашҡан. Ҡасандыр усадьбаның майҙаны 1965 гектар була, унда күп һанлы хужалыҡ ҡаралтылары булған. Беҙҙең көндәргә тиклем ағас ат аҙбары, баҙ, хеҙмәтселәр йорто һәм байтаҡ үҙгәртеп ҡоролған рухани өйө һаҡланып ҡалған[7].

Брянчаниновтарҙың усадьба паркы — XIX быуат ландшафт сәнғәте өлгөһө. Төп йорттоң көньяҡ фасадынан парк өс террасала һөҙәк тау битләүенә төшә. Өҫкө террасала йүкә аллеяһы урынлаша. Икенсе террасала башлыса япраҡлы ағастар үҫә. Террасалар араһында сик булып емеш-еләк ағастары һыҙаты хеҙмәт итә. Парктың түбәнге террасаһы болондан ғибәрәт. Парктың төп аллеяһы төп йорттоң көньяҡ фасады эргәһендә партер түтәленән башлана һәм бөтә парк буйлап һуҙылып, ҙур оҙонса быуаға барып терәлә. Быуа аша күпер үтә, унан юл яҡындағы урманға алып бара. Усадьбаның хәҙерге паркы Брянчаниновтарҙың паркын өлөшләтә генә ҡабатлай. Уның күп элементтары ҡайтарыуһыҙ юғалған. Шуға ҡарамаҫтан, йылдың теләһә ҡайһы ваҡытында боронғо парк буйлап үтеү һәйбәт, бигерәк тә бында баҡса ҡыңғырауҙары сәскә атҡан ваҡытта июль айында һәм көҙөн матур.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Постановление Совета Министров РСФСР № 1327 от 30.08.1960
  2. «за Смоленское сидение и изгнание ляхов»
  3. Александр Семенович Брянчанинов (1784—1875) — корнет Александровского гусарского полка, камер-паж при императоре Павле I, отец святителя Игнатия
  4. Кутепов Александр Сергеевич (1781—1855) — русский архитектор, представитель московского ампира
  5. Немало усилий по сохранению барского дома, парка и остатков церкви приложил главный врач санатория Александр Павлович Тарасов, настойчиво хлопотавший о научной реставрации усадьбы.
  6. Постановление Совета Министров РСФСР № 1327 от 30 августа 1960 года
  7. Людская и дом священника находятся в частной собственности

Документтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Постановление от 04.12.2006 г. № 1223 г. Вологда. «Об утверждении границ зон охраны памятника истории и культуры усадьбы Брянчаниновых в с. Покровское Грязовецкого района Вологодской области» (неопр.).

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]