Буков Емилиан Нестерович
Емилиан Нестерович Буков | ||||||
рум. Emilian Radu Bucov | ||||||
Файл:Bukov EN.jpg | ||||||
Тыуған көнө: | ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
Тыуған урыны: |
Рәсәй империяһының Бессарабия губернаһы Измаил өйәҙе (хәҙер Украинаның Одесса өлкәһе) Яңы Килия ҡалаһы | |||||
Вафат булған көнө: |
17 октябрь 1984 (75 йәш) | |||||
Вафат булған урыны: | ||||||
Гражданлығы: | ||||||
Эшмәкәрлеге: | ||||||
Йүнәлеше: |
социалистик реализм | |||||
Әҫәрҙәре яҙылған тел: |
молдаван теле | |||||
Премиялары: |
Молдавия ССР-ының Дәүләт премияһы | |||||
Наградалары: |
| |||||
Буков Емилиан Нестерович (рум. Emilian Radu Bucov; 8 август 1909 йыл — 17 октябрь 1984 йыл) — молдаван совет прозаигы һәм шағиры. Молдавия ССР-ының халыҡ яҙыусыһы (1966).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Емилиа́н Не́стерович Бу́ков 1909 йылдың 8 авгусында Бессарабияның көньяғында Дунай тамағында урынлашҡан Яңы Килия ҡалаһында (хәҙерге Украинаның Одесса өлкәһе) тыуған.
1931 йылдан 1936 йылға тиклем Бухарест университетының әҙәби-философия факультетында уҡый.
Румынияның Коммунистик йәштәр союзы ағзаһы була, йәшерен революцион эштә ҡатнаша. Румын журналдарында яҙыша. Буржуаз йәмғиәтте үткер тәнҡитләгән һәм революцион көрәш пафосы менән һуғарылған «Эш ҡайнай» (1932), «Ҡояш телмәре» (1937), «Ҡытай» (1938) исемле шиғырҙар йыйынтығы баҫтырып сығара.
1940 йылда Бессарабия СССР-ға ҡушылғас, Емилиан Буков Молдавия ССР-ында йәшәй. 1950 йылдан ВКП(б) ағзаһы.
«Мин һине күрәм, Молдавия» (1942 йыл), «Днестрҙа яҙ» (1944 йыл), «Илем минең» (1947 йыл), «Этаждар үҫә» (1952 йыл), «Шиғырҙар» (1954 йыл) шиғырҙар йыйынтыҡтарын, «Реут ҡалаһы» (1956 йыл, рус теленә тәржемә 1958 йыл) шиғри романын һәм башҡа әҫәрҙәрен баҫтырып сығара.
Емилиан Буков яҙған «Андриеш» шиғри әкиәт буйынса Параджанов Сергей Иосифович шул уҡ исемле фильм төшөргән. Ул шулай уҡ «Йөрәк ялҡыны» хикәйәләр йыйынтығы (1965 йыл), «Йәшлек йыры» поэмаһы (1969 йыл), «Магистраль» романы (1969) авторы.
Буковтың «Дунай — тынысһыҙ һыу» пьесаһы (1956 йыл) Румыния оккупацияһы йылдарында Дунай балыҡсылары сығыштарына арналған. Ваҡиғалар 1925—1926 йылдарҙа киң ҡолас ала. Сәхнәлә 1957 йылда «Шау-шыулы Дунай» исеме аҫтында ҡуйыла.
Буков Шевченко Тарас Григорьевичтың — «Һайлап алынған» (Кишинёв, 1961, 1964) әҫәрҙәренең молдаван теленә тәржемәһе авторы һәм редакторы. Ул шулай уҡ украин шағиры тураһында мәҡәләләр авторы.
СССР-ҙың 2-се һәм 3-сө саҡырылыш Юғары Советы депутаты (1946—1954)[1].
Е. Н. Буков 1984 йылдың 17 октябрендә Кишинёвта вафат була.
- 1970—1973 йылдарҙа Буковтың 5 томлыҡ һайланма әҫәрҙәр йыйынтығы донъя күрә.
- 1971 йылда режиссёр Петру Унгуряну яҙыусының ижады тураһында «Емелиан Буков» документаль фильмы төшөрә.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Социалистик Хеҙмәт Геройы (08.08.1979)
- ике Ленин ордены (11.10.1949; 08.08.1979)
- ике Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (31.08.1959; 07.08.1969)[2]
- миҙалдар
- Молдавия ССР-ының Дәүләт премияһы (1966) — «Зиле де азь, зиле де мыне» («Бөгөнгө көн, киләсәк көн») шиғырҙар һәм поэмалар йыйынтығы өсөн
- Молдавия ССР-ының халыҡ яҙыусыһы (1982)
Библиография
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Опере алесе. — Кишинэу, 1954.
- Поезий. — Кишинэу, 1958.
- Зиле де азь, зиле де мыне. — Кишинэу, 1965.
- Версурь. — Кишинэу, 1966.
рус телендә
- Әҫәрҙәр йыйынтығы өс томда. М., 1983
- Шиғырҙар һәм поэмалар. — М., 1955.
- Һайланма шиғырҙар һәм поэмалар. — М., 1960.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Депутаты Верховного Совета СССР II созыва 1946—1950
- ↑ Bucov Emilian — scriitor 2011 йыл 12 сентябрь архивланған. (рум.)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Чиботару С. Емилиан Буков. — Кишинёв, 1959.
- Коробан В. Емилиан Буков // Литература советикэ молдовеняскэ (очеркул). — Кишинэу, 1960.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Емилиан Нестерович Буков . «Герои страны» сайты.
- Буков ҡәберендә монумент 2007 йыл 27 сентябрь архивланған.
- Кишинёвта Буков йорто
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Алфавит буйынса яҙыусылар
- 8 августа тыуғандар
- 1909 йылда тыуғандар
- 17 октябрҙә вафат булғандар
- 1984 йылда вафат булғандар
- Кишинёвта вафат булғандар
- СССР яҙыусылары
- Молдавия яҙыусылары
- XX быуат яҙыусылары
- Алфавит буйынса шағирҙар
- СССР шағирҙары
- Молдавия шағирҙары
- XX быуат шағирҙары
- Социалистик Хеҙмәт Геройҙары
- Ленин ордены кавалерҙары
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалерҙары
- Бухарест университетын тамамлаусылар
- МССР-ҙың Дәүләт премияһы лауреаттары
- Молдавия революционерҙары
- КПСС ағзалары
- СССР Яҙыусылар союзы ағзалары
- 2-се саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаттары
- Молдавия ССР-ының халыҡ яҙыусылары
- 3-сө саҡырылыш СССР Юғары Советы депутаттары
- Шағирҙар — гимн авторҙары
- Соцреалист яҙыусылар