Быяла

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Быяла
Рәсем
Тығыҙлыҡ 7500 грамм на кубический сантиметр һәм 2200 грамм на кубический сантиметр
Модуль Юнга 48 000 мегапаскаль һәм 12 000 мегапаскаль
Коэффициент Пуассона 0,25
Модуль сдвига 26,2 гигапаскаль
Воплощённая энергия 15 мегаджоулей на килограмм
Хеҙмәттәре тупланмаһы Bergstrom-Mahler Museum of Glass[d][1], Corning Museum of Glass[d][1], Glasmuseum Ebeltoft[d][1], Castillos de Valderas y Museo de Arte en Vidrio de Alcorcón[d][1], Museum of Glass[d][1], Nationaal Glasmuseum[d][1], CODA Museum[d][1], Музей прикладного искусства[d][1], Филадельфия художество музейы[d][1], Рейксмюсеум[1], Амбрас ҡәлғәһе[1], Сәнғәт музейы[d][1] һәм Marjan Unger collection[d][1]
Код утилизации 70, 71 һәм 72
 Быяла Викимилектә
Янартауҙың быяла тауҙары. Шифалы күлдәр (ингл. Medicine Lake Volcano). Калифорния. Фото Джулии Доннелли-Нолэйн (USGS)
Молдавит. Минерал, ерҙең тау тоҡомонан метеорит атылыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән. Беседнице. Чехия

Быяла — материал һәм есем. Кварц ҡомон иретеп, махсус ысул менән эшкәртеп яҺаған үтә күренмәле ҡаты матдә[2]. Ул кешелек тормошонда иң боронғо дәүерҙәрҙән үк ҡулланыла. Төрлөлөгө менән көнкүрештең төрлө тармаҡтарында осратырға мөмкин. Башҡорт телендә шулай уҡ слюданы ер быялаһы тип атайҙар[3].

Быяла төрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Быяла төрҙәре уларҙың составындағы матдәләр нигеҙендә билдәләнә. Бер компонентлы — көкөрт, фосфор, углеродтан һәм ҡайһы бер металдар — кальций, хром, цинктан һ.б; шулай уҡ бериллий, цирконий, барий фторидтарынан, күп — фторбериллатлы быяла, металл галогенидтары нигеҙендә; составы буйынса — боратлы, бор-силикатлы (пирекс), силикатлы (кварц быяла), фосфатлы, халькогалогенидлы һ.б.; агрегат хәле буйынса — шыйыҡ (һелтеле иретмәләр), күләмле кристаллаштырылған (ситалдар); ҡатламдарының һаны буйынса — бер ҡатлы, күп ҡатлы (ярсыҡһыҙ, бер-береһенә йәбештерелгән силикат быяла пластинкаларҙан тора — триплекс, пентаплекс, полиплекс һ.б.; тәғәйенләнеше буйынса — төҙөлөш (тәҙрә, полировкалы, биҙәкле, арматураланған; архитектура-төҙөлөш — блоктар, пакеттар, формаланған быяла, күбек быяла; быяла көпшәләр), техник (оптика, химия лаборатория, медицина, электр техникаһы, электр изоляциялау, яктылык техникаһы һ.б.), тара, сортлы (бәллүр, һауыт-һаба), махсус (лазер, фотохром, оптик һәм магнит активлы) һ.б. быяла төрҙәре бар. Быяла үҙенсәлектәрен сеймалдың составы билдәләй. Таҙа кварц быяла (100 % лы кремний диоксиды) юғары температураға сыҙамлығы менән айырыла, металдарҙың төрлө оксидтары берләшмәләренең һәм өҫтәмәләре төрлө төҫ, люминесценция, яҡтылыҡҡа һиҙгерлек, фотохром, полихром үҙенсәлектәр, агрессив мөхиткә һ.б. аҙмы-күпме сыҙамлыҡ бирә.

Сәмәрҡәндтең төҫлө быяла биҙәктәре
Быяла өрөүсе эш өҫтөндә

Быяла тарихы (технология)[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Оҙаҡ ваҡыт Быяла эшләү Мысырҙа таныла, уға Хоссер пирамидаһының (беҙҙең эраға тиклем XXVII быуат) эске япмаларының ялтырап торған фаянс плиткалары һис шикһеҙ дәлил булып һанала; элекке осорға (фирғәүендәрҙең беренсе династияһы) фаянс биҙәүестәре табылдыҡтарына ҡарай, йәғни быяла Мысырҙа 5 мең йыл элек булған. Боронғо Месопотамия археологияһы, бигерәк тә боронғо Шумер һәм Аккад, тикшеренеүселәрҙе Быяла эшләүҙең боронғо өлгөһөн Ашунаҡ районындағы Месопотамияла табылған ҡомартҡы тип иҫәпләй, Аҡҡад династияһы осорона ҡараған үтә күренмәле быяланың цилиндрик мисәте , йәғни уның йәше яҡынса дүрт мең ярым йыл тәшкил итә. Берлин музейында ?аҡланған 9 мм диаметрлы йәшел мунсаҡ быяла эшләүҙең иң боронғо өлгөләренең береһе тип һанала. Был мунсаҡта египтолог Флиндерс Питри Тебс янында тапҡан, ҡайһы бер фекерҙәр буйынса, мунсаҡ биш мең ярым йыл элек эшләнгән. Н. Н. Качалов билдәләүенсә, Старовильон батшалығы территорияһында археологтар хуш еҫтәр өсөн урында эшләнгән һауыттар таба. Ғалим раҫлауынса, «Мысырҙа һәм Көнбайыш Азия илдәрендә быяла эшләүҙ... беҙҙең көндәрҙән алты мең йыл элек булған»[4].

Быяла тарихы тураһында , шулай уҡ бер нисә легенда бар, улар төрлө дәрәжәлә дөрөҫлөккә тап килә, улар буйынса технологияның нисек үҫешеүен аңлатырға мөмкин. Н. Н. Качалов уларҙың береһен ҡабатлап быяла етештерә, тип һөйлй боронғо натуралист һәм тарихсы Өлкән Плиний (I быуат). Был мифологик версия буйынса, ҡасандыр финикия сауҙагәрҙәре ҡомло ярҙа, таш булмағанда, үҙҙәре ташыған Африка содаһынан усаҡ һалғандар — иртәнсәк янғын урынында быяла тапҡандар.[5][6].

Был материалдың килеп сығышы тарихын өйрәнеүселәр Мысырмы, Финикиямы йәки Боронғо Месопотамиямы, Африка йәки Көнсығыш Урта диңгеҙ буйымы һ. б. — уртаҡ фекергә килерҙәр һәм ваҡытҡа ҡағылышлы ла «яҡынса 6 мең йыл элек»ме икәнен билдәләрһәр, әммә тәбиғәт фәне күренештәренең үҙенсәлеге — «асыштар синхронлығы» был осраҡта ҡайһы бер билдәләр менән күҙәтелеүе мөмкин, һәм ул хатта йөҙәр йылдар дауамында ла әллә ни ҙур айырма тыуҙырмай, бигерәк тә быяла бешереүҙең реконструкцияланған ысулында һиҙелерлек айырмалар булһа ла.

Быяла эшләүҙең килеп сығышы тураһында һөйләүсе легендаларҙың актуаллеге тарихи һәм этногеографик аспекттарға ғына ҡағылмай, Белемдәр теорияһы күҙлегенән ҡарағанда ситләтелгән генә әһәмиәткә эйә, әммә техниканың барлыҡҡа килеүенә, мәҫәлән, көршәк яһау оҫталығының «осраҡлы» процестарынан айырылған кеүек, яңы үҙенсәлектәргә эйә материал булдырыуҙың башланғыс нөктәһе булып тора — улар менән идара итеүҙең беренсе аҙымы, ә киләсәктә — ҡоролманы аңлау өсөн. Бер нисә версия бар, уларҙың береһе ошо миҫалды ҡулланып һорауҙы хәл итергә тырыша: быяла нимә ул? — Н. Н. Качалов тәҡдим итә[5]:

« ... быяла барлыҡҡа килгән осорҙо керамика барлыҡҡа килеүҙән йәки, ғөмүмән, ниндәй ҙә булһа глазурьланған силикат изделиеларынан иҫәпләргә мөмкин. Балсыҡҡа йәки хатта силикат ярсығына беркетелгән теләһә ниндәй глазурь — композициялағын быяла, ә быяланы үҙ аллы материал булараҡ асыуҙың иң ышаныслы варианты керамика технологияһы процестарын кеше күҙәтеүе менән бәйле. Әммә боронғо ер һауыт-һабаһындағы глазурь продуктта икенсел роль уйнай һәм үтә күренмәй торған материал булып тора, йәғни быяланың төп айырыу үҙенсәлегенән мәхрүм, шунлыҡтан уны шартлы ғына быяла тип атарға мөмкин. »

Бынан саҡ ҡына алдараҡ бөтә силикат материалдарҙың «быяла туғанлығы» идеяһын И. Ф. Пономарев әйтә, ғалим быяла генезисын башҡа силикат материалдарының үҙенсәлектәрен өйрәнеү өсөн уның төҙөлөшөн өйрәнеүҙең роле кеүек үк аңлауҙың мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә ала; шул уҡ ваҡытта М. В. Ломоносовта[7]:

« Быяла төҙөлөшө теорияһы таҙа быяланан эшләнгән продукцияның үҙенсәлектәрен аңлау өсөн генә түгел, ә етештереү процесында +800 °C-тан юғары булған бөтә силикат изделиелары өсөн дә мөһим. Силикат технологияһы буйынса ҡаралған бөтә силикат материалдарҙа быяла бар тип иҫәпләргә була. М. В. Ломоносовтың «Быяла файҙаһы тураһында яҙма»ла (1752) яҙылған һүҙҙәре иҫ киткес: «Быяланан фарфор ҡатылығының бер өлөшөнә эйә». Фарфор ғына түгел, ер шары, керамик изделиелар, рефракторҙар, цемент — уларҙың барыһында ла теге йәки был быяла бар. Шуға күрә быяланы өйрәнеүҙең әһәмиәте сиктән тыш киңәйә һәм быяла төҙөлөшө буйынса тикшеренеүҙәрҙә алынған һығымталар техник силикат изделиеларының күп төрлөлғон аңлау өсөн бик мөһим. »

Мысырһа быяла эшләү технологияһын өйрәнеүҙә инглиз тикшеренеүсеһе А. Лукас билдәле бер уңыштарға өлгәшә. Уның мәғлүмәтендә Мысырҙа беҙҙең эраға тиклем IV мең йыллыҡ менән тамамланған «архаик» осорҙоң быяла етештереү үҫеше тураһында түбәндәге мәғлүмәттәр килтерелә.

Етештереү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Быяла етештереүҙә ҡулланылған матдәләрҙең төп өлөшөн 70-75 % кремний двуокисы (SiO2) тәшкил итә, уны кварц ҡомонан сығаралар. Икенсе өлөшө — кальций окисы (CaO). Ул быяланы химик яҡтан тотороҡло һәм ялтырауыҡлы итә. Урта быуаттарҙа уны ағас көлөнән йәки ылымыҡтарҙан алғандар. Эзбизташты беренсе булып Богемия быяласылары XVII быуатта ҡуша башлағандар. Быяланың өсөнсө өлөшө — һелтеле металдарҙың оксидтары — натрий (Na2O) һәм калий (K2O) — 16-17 % тәшкил итә. Быялаға улар юғары температура тәьҫирендә окистарға тарҡала торған сода (Na2CO3) йәки поташ (K2CO3) рәүешендә инә.

Башҡортостан сәнәғәтендә быяла әйберҙәр етештереү урындағы балсыҡ, доломит, кальцийланған сода, каустик сода нигеҙендә алып барыла. «Газпром нефтехим Салауат» ААЙ продукцияһы — натрий сульфаты һәм силикаты һәм ситтән килтерелгән (кварц ҡом) сеймал нигеҙендә быяла һәм унан эшләнгән әйберҙәр етештереү Красноусол быяла заводы, «Туймазы фарфоры», Октябрьский фарфор эшләнмәләр заводы һ.б. предприятиеларында башҡарыла. Быяла етештереү (металл оксидтары, ярҙамсы ҡатнашмалар берләшмәләре), яныусан һәм электр мейестәрендә ҡайнатыу, аллойҙан етештерелгән продукция, иретмәнән эшләнгән әйберҙәргә рәүеш биреү (һуҙыу, прокатлау һ.б.), уларҙы яндырыу, артабан механик, химик, термик юл менән эшкәртеүҙе үҙ эсенә ала. Продукциянең төп төре — табаҡлы быяла. Туймазы медицина быялаһы заводы НС 1 (төҫһөҙ), СНС 1 (яҡтылыҡтан һаҡлай торған), МТО (медицина тараһы өсөн төҫһөҙ), ОС (ҡыҙғылт һары) маркалы быяланан өрөп эшләнгән әйберҙәр — ампулалар, пробиркалар, флакондар, шешәләр, шулай уҡ сәнғәти һәм керамик эшләнмәләр һ.б. етештерә; «ГазпромнефтехимСалават» ААЙ-ы — шыйыҡ быяла; «Салаватстекло» — полировкалы, тәҙрә, витрина, автомобиль өсөн, сыныҡтырылған һәм өс ҡатлы быяла, көҙгө, моллировкаланган эшләнмәләр һ.б.; «СТЕКЛОНиТ» ААЙ-ы — ваҡ быяла шарҙар, ровингылар, ептәр, конструкциялы, фильтрлау, электр изоляцияһы өсөн туҡымалар, фильтрлау селтәрҙәре, махсус аппретура менән эшкәртелгән тулыландырыусы быяла оно, туҡылмаған быяла сүс материалдар һ.б; Октябрьский фарфор эшләнмәләр заводы — һауыт-һаба, бина ҡабырғаларын эске яҡтан көпләү һәм иҙәнгә түшәү өсөн плиткалар сығара. Нефтехимия һәм катализ институтында шыйыҡ быяла һәм аның реологик үҙенсәлектәрен, структураланыу һәләтен көйләү, йәбешеү үҙенсәлектәрен яҡшыртыу, йәбештерелгән материалдарҙың ҡалтайыуын кәметеү өсөн глицерин өҫтәмәләре менән модификациялау буйынса тикшеренеүҙәр үткәрелә[8][9] .

Физик-механик сифаттары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауыҙ-тел ижадында[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Бала күңеле быяла — һаҡһыҙ әйтһәң, ыуала.
варианты
  • Ир күңеле — быяла, төшөп китһә, ыуала, ә ҡатын күңеле — ҡарындыҡ, күпме һуҙһаң да, ыуалмай ҙа, йыртылмай ҙа ул

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. 1,00 1,01 1,02 1,03 1,04 1,05 1,06 1,07 1,08 1,09 1,10 1,11 1,12 https://hedendaagsesieraden.nl/2023/11/18/glas/
  2. Толковый словарь современного башкирского литературного языка. (под. ред З. Г. Ураксина, 2005)
  3. Башҡорт теленең һүҙлеге. 2 томлыҡ. — Мәскәү, 1993. — 1-се том, 861 бит — 193-сө бит
  4. Зарождение стеклоделия. // Качалов Н. Стекло. — М.: Издательство АН СССР, 1959.
  5. 5,0 5,1 Качалов Н. Стекло. — М.: Издательство АН СССР, 1959.
  6. Зарождение стеклоделия 2017 йыл 21 апрель архивланған.. // Качалов Н. Стекло. — М.: Издательство АН СССР, 1959.
  7. Пономарёв И. Ф. За дальнейшее развитие науки о стекле! — Труды, посвящённые памяти академика Ильи Васильевича Гребенщикова. / Главный редактор профессор К. С. Евстропьев. — Труды ГОИ. — Т. XXIV. — Вып. 145. — М.: Государственное издательство оборонной промышленности, 1956.
  8. В Башкортостане запустили новое производство зеркал для мебели 2021 йыл 2 ноябрь архивланған.
  9. Стекольная промышленность в Республике Башкортостан

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]