Бүҙәнә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Бүҙәнә
Бүҙәнә
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Ҡоштар
Отряд: Тауыҡ һымаҡтар
Ғаилә: Фазандар
Ырыу: Бүҙәнә
Төр: Бүҙәнә
Латинса исеме
Coturnix coturnix
Linnaeus, 1758
ITIS 553871
NCBI 9091
Coturnix coturnix
Халыҡ - ара Ҡыҙыл китап
Status iucn3.1 LC ru.svg en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : / 100600194

Бүҙәнә, Бытбылдыҡ, бүтбелдек (урыҫ. перепел) — Һорғолт сыбар төҫлө, оҙон ҡанатлы, ҡыҫҡа ҡойроҡло, күгәрсен ҙурлығындағы ялан ҡошо.

Тауыҡҡа оҡшаған бәләкәй генә ҡош, һирәк оса, күберәк ерҙән йүгереп йөрөй. Дөйөм төҫө ерәнһыу һоро, һыртында ҡара һәм аҡ буй һыҙыҡтар бар. Яҙғыһын ата ҡоштоң тамағы ҡара, көҙгөһөн аҡ төҫтә була. Башҡа тауыҡҡа оҡ¬шаған ҡоштарҙан байтаҡ бәләкәй булыуы менән айырыла.

Тауышы яңғырауыҡлы: «быт-быт-быт».


Ҡоро болондарҙа, яландарҙа, иген баҫыуҙарында йәшәй. Үлән орлоҡтары, иген, бөжәктәр менән туҡлана. Күсмә ҡош. Киң таралған. Ояһы ерҙә. Көрән һәм һорсГ^таптар менән сыбарланған аҡһыл йәки һарғылт һоро йомортҡаларының һаны 15-кә етә. Ите әсән аулайҙар.


Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

  • Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90

Һылтанмалар[үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]