Бәхет йәше
Бәхет йәше ООО «Возраст счастья»> | |
Тип |
шәхси компания |
---|---|
Нигеҙләнгән |
2012 |
Нигеҙләүсе |
Владимир Яковлев |
Уранлашыуы | |
Төп фигуралар |
Анна Шарафиева (генераль директор) |
Тармаҡ |
оло йәштәге кешеләргә социаль ярҙам |
Сайт | |
ЯСЙ «Бәхет йәше» — Рәсәй шәхси компанияһы, социаль эшҡыуарлыҡ өлкәһендәге булған проект[1], ул актив тормош алып барырға теләгән оло йәштәге кешеләргә бағышланған. Ойошма лекциялар, семинарҙар, геронтолгик тематикаһына бағышланған өйрәтеү курстары үткәрә, китаптар баҫтырып сығара. 2012 билдәле медиа-эшҡыуар Владимир Яковлев был ойошманы нигеҙләй.
Эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]2012 йылда билдәле Рәсәй журналисы Владимир Яковлев ойошманы нигеҙләй. Владимир Яковлев — «Коммерсантъ» матбуғат йортоноң һәм «Сноб» журналының нигеҙләүсеһе, өс йыл донъя буйлап сәйәхәт ҡылып, актив тормош алып барған 50 йәштән олораҡ кешеләрҙә эҙләй. Ул фекерҙәштәре менән «Бәхет йәше» яуаплығы сикләнгән йәмғиәтен барлыҡҡа килтерәләр, шул уҡ ваҡытта ойошманың генераль директоры вазифаһында Анна Шарафиева эшләй башлай.
Ойошманың төп маҡсаты — «гайд-курстар» үткәреү. «Гайд-курстар» — уңыштарға өлгәшкән шундай уҡ проектың оло йәштәге ҡатнашыусыларҙың түләүле онлайн-семинарҙар үткәреүе. Лекторҙар клиенттары менән үҙҙәренең был йә икенсе өлкәлә тәжрибәһе менән таралышалар, консультациялар үткәрәләр, кәңәштәр бирәләр, өлгәшкән һөҙөмтәләре һәм масьәләләре тураһында фекер алышалар. Курстар тематикаһы төрлөсә була, мәҫьәлән, йүгереүгә, ябығыуға, арҡана төҙәйтеүгә һәм медитацияларға баҡышланған дәрестәр. Ә Яколев уҙе «Бабайға эшләүҙән туҡтарға ваҡыт етте» (рус. «Самое время перестать наконец работать на „дядю“») тигән гайд-курс үткәрә. Ҡәғиҙәләр буйынса тәүге дәрес түләүһеҙ, әммә бер-нисә дәрестән торған курстың хаҡы 4500 һумға тигеҙ[2][3].
Проект «Әсәй, һин нимә һөйләйһең?» (рус. «Мама, что ты говоришь?!») специаль курстар, мейенең когнитив боҙолоуо һәм социализация мәсьәләләренән зыян күргән оло кешеләренә дөрөҫ һөйләшеү дәрестәрен үткәрә. Ҡайһы берҙә ойошманың эшселәре тереләй уҡыталар, Таиландта 12 көнлө лагерь үткәрелә, Нисек яҡшы күренергә һәм томоштан рәхәтлек алырға, тигән темаларға арнап, күсмә рәүештә мастер-курстар үткәрелә. Шундай лагерҙы Израилдә асырға уйлайҙар[4][5].
Проектың сиктәрендә «Манн, Иванов һәм Фербер» нәшриәте менән бергә бер нисә китап сығарыла: «Бәхет йәше», «Бәхетлек ҡағиҙәләре», «Теләнем һәм эшләнем», «Һауығыраҡ булырһың», «Икенсе эш», «Күпме тора бәхет», «Илленән һүң яҡшы». Китаптарҙа Владимир Яковлев донъя буйлап йыйған оло йәштәге ысын кешеләрҙең тарихтары килетрелә[6][7][8]. «Бәхет йәше» фоторепортаждарын сит ил матбуғаттары ыңғай яҡтан билдәләй, улар араһында «Daily Mail»[9], «The Telegraph»[10], «Daily News»[11], «People»[12], BBC[13], MSN[14] һәм башҡалар.
Яковлев һүҙҙәре буйынса, түләүле уңайлыҡтар биреүгә ҡарамаҫтан, компания коммерция өлкәһендә ҙур уңыштарға өлгәшмәй һәм таҙа табыш алыуҙы төп маҡсат итеп ҡуймай, сөнки компания социаль мәсьәләләрҙе хәл итеүгә ориентирланған. 2015 йылда проект зыянһыҙ эшләүгә сыға[15].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Рәсәй социаль эшҡыуарҙары . РЦПСП (2014). Дата обращения: 16 май 2015. 2015 йыл 18 май архивланған.
- ↑ Владимир Полупанов. Владимир Яковлев: «Сейчас возраст воспринимается как что-то неприличное» . Аргументы и факты (16 октябрь 2013). Дата обращения: 16 май 2015.
- ↑ Галина Сапожникова. Лет до 100 расти нам без старости . Комсомольская правда (7 февраль 2013). Дата обращения: 16 май 2015.
- ↑ Виктория Волошина. Владимир Яковлев: «Минең маҡсатым — донъяла ҡартайыуҙың икенсе сценария барлығын күрһәтергә» . Мәскәү яңылыҡтары (22 февраль 2013). Дата обращения: 16 май 2015. 2015 йыл 18 май архивланған.
- ↑ Марина Токарева. Владимир Яковлев: «Нисек бәхетле булырға мин беләм» . Новая газета (10 декабрь 2012). Дата обращения: 16 май 2015. 2015 йыл 18 май архивланған.
- ↑ Бәхет йәше. Что общего у тех, кто живет долго и счастливо? Частный Корреспондент (3 ғинуар 2014). Дата обращения: 16 май 2015. 2015 йыл 18 май архивланған.
- ↑ Мария Кабышева. Возраст счастья . Forbes (7 июнь 2013). Дата обращения: 16 май 2015.
- ↑ Иван Гусейнов. Какая разница? Эксперт (1 сентябрь 2014). Дата обращения: 16 май 2015.
- ↑ Bianca London. Meet the pole-dancing pensioner! Woman, 62, took up the sexy sport to strengthen her bones and now competes around the world (ингл.). Daily Mail (13 ғинуар 2015). Дата обращения: 16 май 2015.
- ↑ Life begins at 70: Pensioners discover extreme hobbies in their twilight years (ингл.). The Telegraph. Дата обращения: 16 май 2015.
- ↑ Victoria Taylor. Photographer puts spotlight on seniors who pole dance, figure skate, skydive (ингл.). Daily News (14 ғинуар 2015). Дата обращения: 16 май 2015.
- ↑ Gabrielle Olya. Yep, That's a 61-Year-Old Woman Pole Dancing (ингл.). People (15 ғинуар 2015). Дата обращения: 16 май 2015. 2015 йыл 5 апрель архивланған.
- ↑ Fiona Macdonald. Age of Happiness: The people who refuse to grow old (ингл.). BBC (26 ғинуар 2015). Дата обращения: 16 май 2015.
- ↑ Seniors proving you can have fun at any age (ингл.). MSN. Дата обращения: 16 май 2015.
- ↑ Елена Туева. Не стареть и чувствовать себя счастливым — проект «Возраст счастья» набирает обороты . Ведомости (12 март 2015). Дата обращения: 16 май 2015.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Бәхет йәше 2015 йыл 8 май архивланған. — проектың рәсми сайты