Бөгәрсә
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
| Бөгәрсә | ||||||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
| Латинса исеме | ||||||||||||||
| Leuciscus leuciscus (Linnaeus, 1758) | ||||||||||||||
|
| Халыҡ - ара Ҡыҙыл китап Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : / 11887 |
Бөгәрсә, бөгәрсәй, йомро сабаҡ (лат. Leuciscus leuciscus) — сазандар ғаиләһендәге йылға балығы.
Йөкмәткеһе |
Ҡылыҡһырлама [үҙгәртергә]
Ҙур булмаған йылға балығы. Төбө ҡомло йәки ағып ятҡан күлдәрҙә тереклек итә. Ғәҙәттә, һыу төбөндә көтөүе менән йөрөй. Ҡырсын ташлы, ҡомло ярҙарҙа, тал-тирәк ҡуйы үҫкән инештәрҙә осрай. Үтә күренмәле таҙа һыуҙарҙы ярата.
Туҡланыуы [үҙгәртергә]
Бөгәрсә һыуҙағы зоопланктон, шулй уҡ һыуға төшкән себен-серекәйҙәр, ләмдәге ҡыҙыл ҡорт менән туҡлана. Яҙын бүтән балыҡтар сәскән ыуылдырыҡтар менән ауыҙ итеүҙән баш тартмай.
Үҙе ыуылдарыҡтарын март аҙағында, апрель баштарында сәсә. Ыуылдырыҡтары үтҡән йылдағы ылымыҡтарҙа, таштарҙа йәбешеп ҡала.
Әҙәбиәт [үҙгәртергә]
- Елец, рыба из семейства карповых // Энциклопедический словарь Брокгауза и Ефрона: В 86 томах (82 т. и 4 доп.) — СПб., 1890—1907. (урыҫ.) (урыҫ.)
- * Ш. Нафиҡов. Һыу буйында балыҡсы. Өфө. Башҡортостан китап нәшриәте.
Һылтанмалар [үҙгәртергә]
- Позвоночные животные России: елец (урыҫ.)
- Бөгәрсә — статья из Большой советской энциклопедии (урыҫ.)
- Клуб рыбаков Беларусии (урыҫ.)
- Елец — рыба нахлыстовая (урыҫ.)