Весна Пусич

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Весна Пусич
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ  Хорватия
Тыуған көнө 25 март 1953({{padleft:1953|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (71 йәш)
Тыуған урыны Загреб, СР Хорватия[d], Югославия Социалистик Федератив Республикаһы[d]
Атаһы Евген Пусич[d]
Һөнәр төрө сәйәсмән, университет уҡытыусыһы, фәлсәфәсе
Эш урыны Загреб университеты[d]
Биләгән вазифаһы Министр иностранных и европейских дел Хорватии[d], депутат Хорватского сабора[d][1] һәм Европа Советы Парламент ассамблеяһының алмаштырыусы ағзаһы[d][2]
Уҡыу йорто Филологический факультет Загребского университета[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Хорватская народная партия — Либеральные демократы[d]
Ойошма ағзаһы Европейский совет по международным отношениям[d] һәм Европа Советы Парламент ассамблеяһы[d]
Рәсми сайт vesna-pusic.hns.hr
 Весна Пусич Викимилектә

Весна Пусич (хорв. Vesna Pusić; 25 март 1953; Загреб, Югославия Федератив Социалистик Республикаһы) — хорват сәйәси эшмәкәре, либераль Хорват халыҡ партияһының күренекле ағзаларының береһе. 2011 йылдың 23 декабренән 2016 йылдың 22 ғинуарына тиклем Зоран Миланович хөкүмәтендә Хорватия Республикаһының Европа интеграцияһы һәм сит ил эштәре министры вазифаһын биләй.

Сәйәси эшмәкәрлеккә 1990 йылдар башында инә, 2000, 2003 һәм 2007 йылдарҙа һайлауҙарҙа һайланып, өс мөҙҙәт рәттән Сабор депутаты була. Бынан тыш, 2009—2010 йылдарҙа ХНП-ЛД партияһынан кандидат булараҡ Президент вазифаһы өсөн көрәшә, унда 7,25 % тауыш йыйып бишенсе урынға сыға. 20082011 йылдарҙа үҙ ваҡытында өсөнсө депутатлыҡ мөҙҙәтендә Хорватияның Евросоюзға инеү тураһында һөйләшеүҙәрҙе күҙәтеү буйынса парламент комиссияһын етәкләй.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Весна Пусич Загребта, Загреб университетының хоҡуҡ факультеты профессоры Евгений Пусич ғаиләһендә тыуған. Әсәһе Вишня инглиз теле профессоры була[3], ә ағаһы Зоран — граждандар хоҡуғы һәм тынысылыҡ хәрәкәтенең билдәле активисы.

1971 йылда гимназияны, ә 1976 йылда Загреб университетының философия факультетын тамамлай, унда философия һәм социология өйрәнә[4].

1975 йылдан 1979 йылға тиклем Халыҡ-ара тикшеренеү төркөмө ағзаһы була, Европала сәнәғәт демократияһы буйынса ғилми тикшеренеүҙәр үткәрә. 1976 йылдан 1978 йылға тиклем Любляна университеты социология институтының ғилми хеҙмәткәре булып эшләй.

1978 йылдан Загреб университетының философия факультетында социология теорияһы кафедраһында эшләй һәм сәнәғәт демократияһы һәм сәйәсәт социологияһы теорияһы буйынса курстар уҡый. Шул уҡ факультетта 1984 йылда социология буйынса доктор дәрәжәһен ала, ә 1988 йылда штатлы профессор була[5][4].

1978 йылда Пусич феминистик ойошмаға (ҡатын-ҡыҙ һәм йәмғиәт) нигеҙ һалыусы Югославияла ете ҡатын-ҡыҙҙарының береһе була, һәм шул саҡтағы коммунистар власының аяуһыҙ тәнҡитенә дусар була.

1990 йылда Весна Пусич 1990 йылдың 22 апрелендә Хорватияла уҙған беренсе күп партиялы һайлауҙар алдынан ойошторолған Халык ризалығы коалицияһында, уртаса милләт һәм либераль партияләр блогында ҡатнашҡандан һуң, Хорват халыҡ партияһының 28 ағза-нигеҙ һалыусыларының береһе булып сығыш яһай. 1992 йылда партия эшмәкәрлеген ҡалдыра, әммә 1997 йылда шул уҡ партияға ҡайта һәм һуңынан 2000 йылдан алып 2008 йылға тиклемге осорҙа уның башлығы була. 2000 йылда һайлауҙарҙан һуң беренсе тапҡыр парламентҡа эләгә.

1992 йылда Пусич демократия мәҙәниәте мәсьәләләре буйынса хөкүмәттеке булмаған һәм партияһыҙ Erasmus Guild демократияһының мәҙәниәт мәсьәләләре буйынса аналитик үҙәк директоры, шулай уҡ Erasmus журналы нәшриәтсеһе һәм уның директоры була, Хорватияның, элекке Югославия һәм Көнсығыш Европа илдәренең күсеш осоронда төрлө мәсьәләләргә айырым иғтибар бүлә. Үҙәк эшмәкәрлеген 1998 йылда туҡтата.

2005 һәм 2008 йылдарҙа[6][7] Евросоюз менән һөйләшеүҙәр эше буйынса Милли комитет етәксеһе итеп тәғәйенләнә, был орган Хорватияның Евросоюзға инеүе тураһында һөйләшеүҙәр алып бара һәм парламент ағзаларынан, шулай уҡ Президент вәкилдәренән, ғилми даирәләрҙән һәм профсоюз вөкилдәренән тора.

2006 һәм 2008 йылдарҙа Пусич Европа либераль демократтар һәм реформаторҙар партияһы вице-рәйәсе вазифасын биләй[8].

Пусич Чикаго университетында, Корнелл университетында (Нью-Йорк) уҡыта, шулай уҡ Америка методисы университетында (Вашингтон, Колумбия округы) һәм Вудро Вильсон исемендәге Халыҡ-ара ғалимдарҙы хуплау үҙәгендә эшләй[9].

Пусич Загребта ире менән йәшәй. Әлеге ваҡытта уның ҡыҙы Лондонда йәшәй һәм абруйлы Лондон киномәктәбендә магистрҙар әҙерләү программаһы буйынса кинопроизводство өйрәнә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. http://www.sabor.hr/Default.aspx?sec=4608
  2. http://www.assembly.coe.int/nw/xml/AssemblyList/MP-Details-EN.asp?MemberID=4373
  3. Vesna Pusić - Biografija (хорв.) (недоступная ссылка). Croatian People's Party - Liberal Democrats. Дата обращения: 5 октября 2010.Архивировано 24 ноября 2012 года.
  4. 4,0 4,1 Vesna Pusić - Zastupnici 6. saziva Hrvatskoga sabora. Дата обращения: 5 ноябрь 2010. Архивировано 24 ноябрь 2012 года. 2012 йыл 29 февраль архивланған.
  5. Vesna Pusić - Biografija (хорв.) (недоступная ссылка). Croatian People's Party - Liberal Democrats. Дата обращения: 5 октября 2010. Архивировано 24 ноября 2012 года.
  6. A liberal heads the negotiations for the access of the Croatia into the EU (англ.) (недоступная ссылка). ELDR (3 March 2008). Дата обращения: 31 августа 2012. Архивировано 20 июля 2011 года
  7. Plan to destroy HNS: Sanader to remove Vesna Pusic from the head of the Alliance for the European Union  (инг.) (16 June 2008). 31 август 2012 тикшерелгән. 2011 йыл 13 июнь архивланған.
  8. Vesna Pusić - Biografija (хорв.) (недоступная ссылка). Croatian People's Party - Liberal Democrats. Дата обращения: 5 октября 2010. Архивировано 24 ноября 2012 года
  9. Vesna Pusić - Biografija (хорв.) (недоступная ссылка). Croatian People's Party - Liberal Democrats. Дата обращения: 5 октября 2010. Архивировано 24 ноября 2012 года.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • vesna-pusic.hns.hr — Весна Пусич рәсми сайты
  • Оставляя военную ментальность (неопр.) (недоступная ссылка). интервью с Весной Пусич. Central Europe Review (27 апреля 2000). Дата обращения: 31 августа 2012. Архивировано 24 ноября 2012 года.