Викимедиа хәрәкәте

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викимедиа хәрәкәте
Етәкселәре
Нигеҙләнгән
Бөтөрөлгән
-
 Викимедиа хәрәкәте Викимилектә

Викимедиа хәрәкәте, йәки Викимедиа — Викимедиа проекттарында ҡатнашыусыларҙың һәм уларҙы хеҙмәтләндереүсе ойошмаларҙың глобаль берләшмәһе.

Берләшмәнең һәм локаль проекттарҙың урыны (өҫтән уң яҡта) «Викимедиа хәрәкәте»нә ҡарата
Йыйылған средстволарҙы бүлеүгә (йәшел) ҡарата мөхәррирҙәр берләшмәһенең урыны (һары)
«Викимедиа хәрәкәте» аффилиациялары — төбәк бүлексәләре (күк) Һәм ҡатнашыусылар берләшмәләре (йәшел)

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәрәкәт Википедия берләшмәһе нигеҙендә барлыҡҡа килә һәм артабан Викимедианың башҡа проекттарына, шул иҫәптән Викимилек һәм Викимәғлүмәттәр проекттарына, Медиавики программа тәьминәтен эшләүселәр берләшмәһенә ҡағыла. Был ирекмәндәргә бөтә донъяла күп һанлы ойошмалар, шул иҫәптән Викимедиа Фонды, Викимедиа төбәк ойошмалары, Рәсәйҙә «Викимедиа РУ», шулай уҡ «Башҡортостан викимедиясылары», «Эрзә телендә яҙышҡан викимедиасылар» һәм «Дон викимедиасылар төркөмө» кеүек тематик ойошмалар һәм ҡулланыусылар төркөмдәре ярҙам күрһәтә.

«Викимедиа» атамаһы вики и медиа тигән һүҙҙәрҙән яһалған. Уны тәүге тапҡыр Америка яҙыусыһы Шелдон Рамптон 2003 йылдың мартында инглиз телле Викиһүҙлекте почта аша таратҡанда файҙалана[1] . Был вики-проект Википедиянан һуң Джимми Уэйлс урынлаштырған икенсе проект була. Тағы өс айҙан Викимедиа фонды ойошторола[2][3]. «Викимедиа» термины Викимедиа проекттарына ҡарата ла ҡулланылырға мөмкин.

Вики-проекттар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Rampton, Sheldon Wikipedia English mailing list message (16 март 2003). Дата обращения: 30 июль 2018. Архивировано 1 ноябрь 2005 года.
  2. Jimmy Wales. Announcing Wikimedia Foundation (20 июнь 2003). Дата обращения: 26 ноябрь 2012. Архивировано 30 март 2013 года.
  3. Florida Department of State, Division of Corporations. Wikimedia Foundation, Inc. Record 2016 йыл 18 июнь архивланған. and Letters of Incoporation, Wikimedia Foundation 2016 йыл 18 июнь архивланған., filed June 20, 2003

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]