Волгодонск экология-тарих музейы
Волгодонск экология-тарих музейы | |
---|---|
Асылған ваҡыты | 1969 |
Урынлашыуы | Волгодонск, Рәсәй |
Күрергә килеүселәр | 125 мең |
Директор | Павлинок Ирина Владимировна |
Сайт | veimmuseum.ru |
Волгодонск экология-тарих музейы (1969 йылдан алып 2003 йылға тиклем — Волгодонск ҡалаһында крайҙы өйрәнеү музейы) — Волгодонскиҙағы музей Ростов өлкәһенең көнсығышындағы иң ҙур музейҙарҙың береһе.
Музейҙың тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1969 йылдың февралендә ҡала халыҡ музейы тыуған яҡты өйрәнеү музейы булараҡ ойошторола[1]. 1977 йылдың ғинуарында ул Ростов өлкә крайҙы өйрәнеү музейы тип үҙгәртелә. 1993 йылдың 23 октябрендә музейға үҙаллы статус бирелә[2]. Уның исеме 2003 йылдың 30 июлендә «Волгодонск экология-тарихи музейы» өлкә дәүләт мәҙәниәт учреждениеһы тип үҙгәртелә[3].
Хәҙерге ваҡытта музей составында өс бүлек эшләй:
«Волгодонск экология-тарих музейында» 12 экспозиция залы ике бина һәм айырым тороусы «19 быуат казак ихатаһы» этнографик комплексы бар. Унда 2003 йылдың 19 сентябрендә Дон халыҡ мәҙәниәте, һөнәрҙәре һәм көнкүреше музейы асылған[4].
Музей структураһында 6 бүлек: фәнни-фонд, ғилми-этнографик, ғилми-экспозиция, ғилми-ағартыу, техник, хужалыҡ-бар. Шулай уҡ музейҙа ғилми китапхана һәм ғилми-реставрация оҫтаханаһы булдырылған. Музей фондына барлыҡ йәшәүе осоронда 100 меңдән ашыу әйбер йыйылған. Улар барыһы ла тематик коллекцияларға берләштерелгән: рус һәм дон иконописы, XV —ХХ быуат башындағы металлопластик культ әйберҙәре, көнкүреш һәм сәнғәт металдар, керамика һәм XVII — ХХ быуат башындағы быяла, совет һынлы сәнғәте һәм графикаһы, Рәсәй һәм сит ил оҫталарының, шул иҫәптән СССР-ҙың халыҡ рәссамы Н. Н. Жуков һәм А. Язев әҫәрҙәре.
Граждандар һәм Бөйөк Ватан һуғышы буйынса материалдар.
Музейҙа тематик экскурсиялар үткәрелә[5], унда төрлө экспозициялар күрһәтелә:
«Ижади аҙым» экспозицияһы ― Волга-Дон каналы һәм Цимлян һыуһаҡлағысы, улар төҙөлөү арҡаһында Волгодонск ҡалаһының барлыҡҡа килеү тарихы. Экспозицияла ҙур төҙөлөштәрҙә ҡатнашыусыларҙың фотоһүрәттәре, документтары, шәхси әйберҙәре ҡуйылған.
«Быуаттар төпкөлөнән» ― таш, бронза, тимер быуаттың, урта быуат дәүерендәге, Хазар ҡағанаты сәскә атҡан салт-маяҡ осорондағы артефакттар, ҡуйылған экспозиция.
«Дон казактарының 1917—1920 йылдарҙағы граждандар һуғышы йылдарындағы трагедияһы» экспозицияһы.
«Дон православие иконалары» экспозицияһы.
«1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Ростов өлкәһенең көнсығыш төбәге» экспозицияһы.
"Дон ғибәҙәтханалары " күргәҙмәһендә Христос Раштыуаһы сиркәүе (Түбәнге-Кундрюченский станицаһында 1902 йылда төҙөлгән), Изге Троица храмы (Оло Мартыновка биҫтәһе, 1896 й. төҙөлгән), Вознесение Господня сиркәүе (Сусат утары, Семикаракорский районы, 1914 й. төҙөлгән) ғибәҙәтханалары макеттары ҡуйылған. Экспозицияла сиркәү китаптары, ҡулъяҙмалары араһында старообрядсылар йысыларының крюково «Ирмос» ҡулъяҙмаһы (авторы Иоанн Дамаскин (Рәсәй, ХVIII быуат аҙағы― ХIХ быуат башы) бар.
Музей йыл һайын 125 меңдән ашыу кешене ҡабул итә. Традицион формалар менән бер рәттән, ғилми-ағартыу эшмәкәрлеге (экскурсиялар, лекциялар, тематик кисәләр һәм музей дәресе) ҙур популярлыҡ менән файҙалана, тарихи-этнографик һәм экологик йүнәлеште сағылдырыусы спектаклдар ҡуйыла.[6][7][8].
Адресы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәүге адресы: СССР-ҙың 50 йыл урамы, 2[9]. Әлеге ваҡытта музей өс адрес буйынса урынлашҡан:
- Ленин урамы, 52[10];
- Эш урамы, 11;
- Ленин урамы, 53.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Решение № 64 от 26.02.1969 года исполкома Волгодонского городского совета депутатов трудящихся
- ↑ Постановление № 422 от 23 октября 1993 года Главы Администрации Ростовской области «О преобразовании филиалов государственных музеев области в самостоятельные музеи»
- ↑ Постановление № 370 от 30.07. 2003 года Администрации Ростовской области государственное учреждение культуры
- ↑ Волгодонский эколого-исторический музей | оВолгодонске.ru (рус.). ovolgodonske.ru. Дата обращения: 5 февраль 2017. 2017 йыл 6 февраль архивланған.
- ↑ Экскурсии . veimmuseum.ru. Дата обращения: 5 февраль 2017.
- ↑ Место встречи с искусством — эколого-исторический музей Волгодонска 2017 йыл 6 февраль архивланған.
- ↑ Ночь в музее в Волгодонском эколого-историческом музее 2017 йыл 6 февраль архивланған.
- ↑ Волгодонский эколого-исторический музей
- ↑ В Волгодонске решают судьбу бывшего музея 2016 йыл 25 декабрь архивланған.
- ↑ ВЭИМ приглашает в новое здание 2016 йыл 25 декабрь архивланған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Официальный сайт музея
- ВЭИМ на сайте museum.ru
- ВЭИМ 2016 йыл 8 ноябрь архивланған. на сайте Министерства культуры Ростовской области
- ВЭИМ на сайте Российской государственной библиотеки