Волхов ҡултығы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Волхов ҡултығы
Дәүләт  Рәсәй[1]
Карта

Волхов ҡултығы — Ладога күленең көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан ҡултыҡ. Уға Волхов, Сясь һәм Воронежка йылғалары ҡоя. Волхов тамағында, ҡултыҡтың көньяҡ ярында, Яңы Ладога ҡалаһы, Креницы һәм Сясьские Рядки ауыылдары, ә көнсығыш ярында — Вороново, Кириково һәм Сторожно ауылдары урынлашҡан.

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ладога күленең көньяҡ ярына Волхов ҡултығы Птинов утрауының осо — Вороново мороно араһына (60°16' N, 32°05' Е) эскә табан инеп тора, ә Вороново мороно Стороженский морононан төньяҡ-көнсығышта 23,5 миль алыҫлығында тора. Волховҡултығының Көнбайыш яры һәм көньяғы, шулай уҡ көнсығыш ярының көньяҡ өлөшө ҡамыш үҫентеләре, ҡыуаҡтар һәм урыны-урыны менән төрлө урмандар менән ҡапланған. Бында һыу ҡоштарының оя ҡороу һәм баласығарыу урындары[2]. Волхов иренендә ҡара көртмәле, ҡыҙыл көртмәле һәм төрлө бәшмәктәр үҫә[3].

Волхов ҡултығының урта өлөшөндәге һыуҙың тәрәнлеге 12-20 метрға етә. Ирендең көнбайыш ярында һыуҙың тәрәнлеге бер аҙ кәмей төшә, уның изобаты, 5,5 метр самаһы булып, 5 км алыҫлыҡҡа табан һуҙыла, ә киңлеге 0,9 км — 3,0 км тәшкил итә. Волхов ирененең тупрағы — ҡом менән ҡом һәм ләмдән, көнбайыш ярында һәм Шуряский Нос морононда — таш һәм ҡом менән таштан ғибәрәт[4].

Волхов иҡултығы даими рәүештә төньяҡ-көнбайыш һәм төньяҡ елдәрҙең йоғонтоһон кисерә, улар ирендә көслө тулҡынланыу булдыра.

Волхов ҡултығында — Птинов, Варецкие Банки, Сухо утрауҙары бар.

Суднолар йөрөү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Көнбайыш, көньяҡ һәм көнсығыштан иҫеүсе штормлы елдәр ваҡытында үҙ ауырлығынан һыуға 2 метр төшөп торған суднолар ел-дауыл тейә алмаҫтай ерҙә, шулай уҡ Шурягский бухтаһында якорҙә торалар. Төньяҡ-көнбайыш һәм төньяҡ ел-дауылдарҙан Яңы Ладога гаванында һәм Сясь йылғаһы тамағында йәшеренеп тора алалар.

Волхов ҡултығында йөҙгәндә ориентир булып хеҙмәт итә ала: Сухо утрауы, Дубно ауылындағы сиркәүе бинаһы, Креницы, Немятово 1-се, Иссад, Сясьские Рядки ауылдары, Яңы ладога ҡалаһының соборы, шулай уҡ Сясьстрой ҡасабаһының ҡаҙанлыҡ торбалары.

Иҫкәрмә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. Кисловский С. В. Знаете ли вы? Словарь географических названий Ленинградской области. Л.: Лениздат, 1974. С.79—80
  3. Плечко Л. А. Водные маршруты Ленинградской области. Л.: Лениздат, 1978. С. 49—101
  4. Лоция Ладожского озера. Дата обращения: 22 ғинуар 2020. 2020 йыл 17 ноябрь архивланған.

Топографик картаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]