Вячеслав Бутусов

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Вячеслав Бутусов
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Псевдоним ВБ, ВГ һәм ВГБ
Тыуған көнө 15 октябрь 1961({{padleft:1961|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:15|2|0}}) (62 йәш)
Тыуған урыны Красноярск, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө йырсы, гитарасы, композитор, йырҙар авторы, вокалист, шағир, йәмғиәт эшмәкәре, архитектор
Уҡыу йорто Урал дәүләт архитектура-художество академияһы
Йырсы тауышы баритон[d]
Музыка ҡоралы гитара, бас-гитара[d], клавишные[d], драм-машина[d] һәм вокал[d]
Ойошма ағзаһы Nautilus Pompilius[1], Ю-Питер[d] һәм орден Славы[d]
Жанр Рок, арт-рок[d], новая волна[d], рок-н-ролл[d], Электрон музыка, готик-рок[d] һәм шансон[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Рәсми сайт butusov.ru
Социаль селтәрҙә күҙәтеүселәр 83 700 ± 99[2]
 Вячеслав Бутусов Викимилектә

Бутусов Вячеслав Геннадьевич (15 октябрь 1961 йыл, Красноярск крайы, Бугач ҡасабаһы[3]) — СССР һәм Рәсәй рок-музыканты, Nautilus Pompilius һәм «Ю-Питер» рок-төркөмдәренең лидеры һәм йырсыһы, яҙыусы.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Бутусов «Волга өҫтөндә рок» фестивалендә, 2012 йыл

1961 йылдың 15 октябрендә Красноярск крайының Бугач ҡасабаһында тыуған. Атаһының һөнәре арҡаһында ғаиләләре йыш ҡына урындан урынға күсенеп йөрөй, Вячеславҡа Себерҙең төрлө   ҡалаларында йәшәргә һәм уҡырға тура килә. 

9-сы класта уҡығанда, ғаиләләре Сведловскиға күсеп килә, шунда Свердловск архитектура институтына уҡырға инә. Йәш архитектор Бутусов Свердловск метрополитенын проектлауҙа ҡатнаша. Беренсе курста Бутусов Дмитрий Умецкий менән таныша. Музыка менән мауыҡҡан ике йәш кеше йыш осраша һәм бергә музыка уйнай. 1983 йылда улар «Күсенеү» («Переезд») альбомын яҙҙыра. Шул уҡ йылда Бутусов Илья Кормилцев менән таныша. 1985 йылда уның менән үҙенең тәүге профессиональ альбомын яҙҙыра («Невидимка»).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Troitsky A. Tusovka (ингл.): who's who in the new Soviet rock cultureOmnibus Press, 1990. — P. 138. — ISBN 0-7119-1469-9
  2. (unspecified title)
  3. Ныне — микрорайон Красноярска