Вәлитов Раил Бәкер улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Вәлитов Раил Бәкер улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 18 ғинуар 1940({{padleft:1940|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:18|2|0}})
Тыуған урыны Бохара, Үзбәк ССР-ы[d], СССР
Вафат булған көнө 18 март 2023({{padleft:2023|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:18|2|0}}) (83 йәш)
Һөнәр төрө ғалим
Уҡыу йорто ӨДНТУ
Ғилми исеме профессор[d]
Ғилми дәрәжә техник фәндәр докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Почёт Билдәһе» ордены

Вәлитов Раил Бәкер улы (18 ғинуар 1940 йыл) — ғалим-химик-технолог, юғары мәктәп эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы (1991), техник фәндәре докторы (1973), профессор (1976). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1984) һәм атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1981). «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1985).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Раил Бәкер улы Вәлитов[1] 1940 йылдың 18 ғинуарында Үзбәк ССР-ының Бохара ҡалаһында тыуған.

1963 йылда Өфө нефть институтын тамамлай.

Эш урындары: Стәрлетамаҡ синтетик каучук заводы (1963—1968), Стәрлетамаҡ химзаводы (1968—1973); Өфө нефть институты «Органик химия» кафедраһы мөдире (1973—1981); фәнни эштәр буйынса директор урынбаҫары (1981—1992), директоры (1992—2005), 2005 йылдан алып гербицидтар һәм үҫемлектәр үҫешен көйләгестәр Бөтә союз ғилми-тикшеренеү технология һәм проект институты баш ғилми хеҙмәткәре (1993 йылдан алып Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының «Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр ғилми‑тикшеренеү технология институты» дәүләт учреждениеһы).

1983 йылда «СССР территорияһында көкөртлө водородлы газ һәм нефть урынлашыуы, барлыҡҡа килеү шарттары һәм күҙаллау законлыҡтары» темаһына докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.

Вәлитовтың фәнни эштәре йүнәлештәре: углеводородтарҙың, нефть фракцияларының термокаталитик әүерелештәре; олефин углеводородтар һәм нефть продукттары алыу технологияларын булдырыу; биологик актив матдәләрҙе синтезлау һәм халыҡ хужалығында ҡулланыу; нефть химияһы синтезында «фаза-ара катализ»; нефтехимияға ультразвук йәлеп итеү. Уның тарафынан 2,4-дихлорфеноксиуксус кислотаһы моноэтаноламин тоҙо алыу ысулы эшләнә, ул юғары сифатлы һәм сығыу мөмкинлеге юғары аҙыҡ-түлек алырға мөмкинлек бирә. 4-хлорфеноксиуксус һәм 2,4-дихлорфеноксиуксус кислотаһы — гербицидтар, үҫемлектәрҙең үҫешен көйләгестәр алыу ысулын эшләй.

Вәлитовтың уҡыусылары араһында — 4 фән докторы һәм 40-тан ашыу фән кандидаты.

Хеҙмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Вәлитов Раил Бәкер улы — 500-ләп фәнни эштәрҙең, шул иҫәптән 260 авторлыҡ таныҡлығы һәм патент авторы.

  • Производство ароматических галоидопроизводных. Өфө, 1981.
  • Регуляторы роста растений. Өфө: Реактив, 2000 (авторҙаш).
  • Использование аппаратов гидроакустического воздействия в гетерофазных процессах. М.: Химия, 2004 (авторҙаш).

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1984)
  • Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1981).
  • «Почёт Билдәһе» ордены (1985).

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Академия Наук Республики Башкортостан - Валитов Раиль Бакирович. Дата обращения: 15 февраль 2013. Архивировано 13 февраль 2013 года.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Кто есть кто в Республике Башкортостан. Уфа: Башкортостан, 1995
  • Татарский энциклопедический словарь. — Казань: Институт Татарской энциклопедии АН РТ, 1998—703 с., илл

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]