Эстәлеккә күсергә

Вәхитов Радик Шакир улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Вәхитов Радик Шакир улы (17 август 1948 йыл) — ғалим-инженер, юғары мәктәп уҡытыусыһы, журналист, тарихсы. Техник фәндәр кандидаты (1975). Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союздары ағзаһы (2008). Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия лауреаты лауреаты (2008).

Радик Шакир улы Вәхитов 1948 йылдың 17 авгусында Башҡорт АССР-ының Салауат районы Иҫке Ҡаратаулы ауылында Башҡортостанда билдәле шәхес, оҙаҡ йылдар республиканың Юғары Суды Рәйесе булып эшләгән Шакир Ҡәнзәфәр улы Вәхитов ғаиләһендә тыуған.

1971 йылда Өфө авиация институтын тамамлағандан һуң шунда уҡ эшләй. 1986 йылдан — Өфө авиация институты ҡарамағындағы «Вихрь» махсус конструкторлыҡ технологик бюроһында проекттың баш конструкторы була. 19891991 йылдарҙа — «Марс» кооператив конструкторлыҡ бюроһының (Өфө) баш конструкторы. 1998 йылдан — шәхси эшҡыуар.

  • Пчелы и люди. Уфа, 1992.
  • Под крыло двуглавого орла. Уфа, 2007.
  • Шежере Салавата. Уфа, 2008.
  • От Урала‑батыра до Салавата Юлаева: ист. этюды. Уфа, 2009.

Вәхитов Радик Шакир улы // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.

  • Земля салаватская, земля батыра. - Уфа: АН РБ, Гилем, 2010 - с. 257.