Вәхитов Аҡмал Ғилфан улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Вәхитов Аҡмал Ғилфан улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 15 май 1900({{padleft:1900|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:15|2|0}})
Тыуған урыны Шигаево[d], Q25556836?, Свияжский уезд[d], Ҡазан губернаһы, Рәсәй империяһы
Вафат булған көнө 21 ноябрь 1957({{padleft:1957|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:21|2|0}}) (57 йәш)
Вафат булған урыны Ишембай, Ишембай районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ленин ордены Социалистик Хеҙмәт Геройы

Аҡмал Ғилфан улы Вәхитов (1900 йылдың 15 майы, Ҡазан губернаһы Шығай ауылы — 1957 йылдың 21 ноябре, БАССР, Ишембай ҡалаһы) — совет нефтсе-геологы. Граждандар һуғышында ҡатнашҡан. Социалистик Хеҙмәт Геройы.

«Совет Башҡортостаны» документаль фильм геройы (1950 йыл, реж. Н.Соловьёв, Иосиф Гиндин).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Аҡмал Ғилфан улы Вәхитов 1900 йылдың 15 майында Ҡазан губернаһы Шығай ауылында тыуған.

Башланғыс белемле. 1914 йылда Тула ҡорал заводының ылаусыһы извозчик булып эш башлай. 1916—1917 йй. Кавказ аръяғы нефть промыслаларының тартальщигы нефтте ҡойоларҙан тартып сығарыусы була. 1918 йылда Ҡыҙыл Армия сафына саҡырыла. Көнсығыш фронтта 5-се армияның 26-сы дивизияһы составында һуғыша.

1923 й. алып «Старогрознефть» (Грозный ҡалаһы) тресы промыслаларында быраулау эшсеһе, тормозсы, быраулаусы бурильщик ярҙамсыһы, былаулаусы бурильщик, ключник, мастер, 1937 йылдан —Башҡорт АССР-ының «Ишембайнефть» тресы ключнигы, мастеры, ер аҫты скважиналарын ремонтлау буйынса өлкән мастеры.

А. Ғ. Вәхитов етәкләгән ер аҫты скважиналарын ремонтлаусы бригаданың эше һәр ваҡыт аныҡ һәм яйға һалынған булды, йыл һайын план йөкләмәләрен юғары сифат менән үтәне. 1946 йылда бригада буйынса скважиналарҙың ремонт эшләнеш нормаһы 132 процент, 1947 й. — 131,3 процент булды.

Вәхитов А. Ғ. производствоға 20-нән ашыу рационализаторлыҡ тәҡдимдәрен индерә. Улар араһында — нефттең төпкөл пробаларын алыу ысулы менән скважинаның эксплуатацияланыусы колоннаһына һыу ебәреү урынын билдәләү, нефть сығарыуҙың компрессор ысулында скважина колоннаһына һауаның ҡатламдарға китеүенә ҡаршы торорлоҡ «башмаҡ» ҡуйыу, скважинаны өҫкә күтәрмәй генә ватылған плунжерын сығарыу ҡулайламаһы, насостың ҡырылған шариклы клапандарын шымартыусы шлифовка станоктар эшләү. Күрһәтелгән рационализаторлыҡ тәҡдимдәре нефть табыу процессын яҡшыртырға һәм ер аҫты скважиналарын ремонтлау эшселәренең хеҙмәттәрен күпкә еңеләйтергә ярҙам итте, йөҙәрләгән мең һум экономияға килтерҙе.

Треста эшләгән осорҙа А. Ғ. Вәхитов нефть скважиналарының ер аҫты ремонты һөнәренә 28 кешене өйрәтте.

Нефть сығарыуҙы арттырыуҙа, нефть һәм нефть ятҡылыҡтарын разведкалау һәм нефть скважиналарын быраулау буйынса күренекле ҡаҙаныштары өсөн, СССР Юғары Советы Президиумының 1948 йылдың 8 майы Указы менән А. Ғ. Вәхитовҡа Социалистик Хеҙмәт Геройы исеме бирелә.

«Ишембайнефть» тресында 1957 йылға тиклем эшләне. 1957 йылдың 21 ноябрендә вафат булды.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Хәтер[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ишембайҙа, тыуған ҡала Вәхитовтың тыуған ҡалаһында, Вәхитов урамы бар.

«Башнефть» производство берекмәһендә А. Ғ. Вәхитов исемендәге премия булдырылған.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Герои труда. Справочник о Героях Социалистического Труда и кавалерах ордена Трудовой Славы трёх степеней из Башкортостана./ сост. Р. А. Валишин [и др.]. — Уфа : Китап, 2011. — 432 с. : ил. — ISBN 978-5-295-05228-6.

Башкирская энциклопедия. Гл. ред. М. А. Ильгамов т. 2. В-Ж. 2006. −624 с. ISBN 5-88185-062-9.; науч. изд. Башкирская энциклопедия, г. Уфа.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сергей Каргапольцев. Вахитов Акмал Гильфанович. «Герои страны» сайты. Дата обращения: 8 июль 2016.