Геохронология

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Геохроноло́гия (бор. грек. γῆ — ер + χρόνος — ваҡыт + λόγος — өйрәнеү) — ер ҡатламдарын барлыҡҡа килтереүсе тау тоҡомдары формалашыуының хронологик эҙмә-эҙлеклелеге һәм йәше тураһындағы тәғлимәт[1]; так тоҡомдары һәм минералдарҙың абслют һәм сағыштырмаса йәшен билдәләүсе ысулдар. Ерҙең йәшен билдәләү ҙә геохронологияның тикшереү даирәһенә керә. Геохронологияны планетологияның бер өлөшө тип иҫәпләргә була.

XVIII быуатта тау тоҡомдары йәше берәүҙе лә ҡыҙыҡһындармаған[2].

Николас Стено[3] 1669 йылда бөгөнгө көнгә тиклем закон ролен уйнаған тәғлимәтте әйтеп бирә: нормаль ултырған ултырма тау тоҡомдары геологик ваҡығаларҙың эҙмә-эҙлеклеген күрһәтә.

Вильямс Смит (1769—1839) ташҡа әйләнгән хайуандар һәм үҫемлектәр ҡалдыҡтары буйынса тау тоҡомдары йәшен билдәләү ысулын өйрәнә. М. В. Ломоносовта (1763) был өлкәлә эшләй .[4]

Һылтанмалар[үҙгәртергә]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

  1. Краткий русско-башкирский терминологический словарь по естествознанию (А.М.Багаутдинов, А.М.Багаутдинов, 2009)
  2. Всё о Земле. Определение возраста горных пород.
  3. Белоусов В. В., Николаус Стено — основоположник геотектоники, «Природа», 1938, № 5:
  4. Ломоносов М. В. О слоях земных и другие работы по геологии.- М.-Л.: Госгеолиздат, 1949. 209 с.