Гидрофиттар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү

Гидрофиттар, макрофиттар (гидро... һәм фито...) — ҡатмарлы төҙөлөшлө һыу үҫемлектәре.

Дөйөм мәғлүмәт[үҙгәртергә]

Гидрофиттар өсөн механик һәм һыу үткәргес туҡымаларҙың үҙгәреүе, махсуслашҡан һауа йөрөтөүсе туҡымаларҙың (аэренхималар) булыуы хас; тамыры беркетеү ағзаһы булып тора.

Төрҙәре[үҙгәртергә]

Төрҙәре: һыу өҫтөндә йөҙөүселәр (бәләкәй тәлмәрйен тәңкәһе, күл сальвинияһы, ябай ҡырҡтамыр һ.б.); һыу эсендәгеләр (өс өлөшлө тәлмәрйен тәңкәһе, ябай бысҡы үлән һ.б.); һыу төбөнә нығынғандар [һыу өҫтөнә сығып торғандар (ике өйлө күрән, яҫы япраҡлы екән һ.б.), һыу өҫтөндә йөҙөүселәр (аҡ томбойоҡ, өйкөм терпебаш, һары томбойоҡ һ.б.), һыу эсендәгеләр (бүрекле һыу үләне, канада элодеяһы һ.б.)]. Г. һыу ятҡылыҡтарының таҙарыныу процесында ҡатнаша. Ашарға яраҡлы үҫемлектәр (сатырлы һыусәсәк, ябай уҡъяпраҡ), мал аҙығы үҫемлектәре (күрән), декоратив үҫемлектәр (аҡ томбойоҡ, һары томбойоҡ), дарыу үҫемлектәре (һары томбойоҡ).

Составы[үҙгәртергә]

Составында алкалоидтар һәм флавоноидтар булған аҡ томбойоҡ һәм пак томбойоҡ халыҡ медицинаһында ҡулланыла. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына Г. үҫемлектәрҙең 5 һирәк төрө индерелгән (еп һымаҡ һыу үләне, ике өйлө күрән, кескәй һары томбойоҡ, күл сальвинияһы; реликт булған һыу сәтләүеге).

Галерея[үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә]

  • Экология водоёмов Башкирии. Уфа, 1998.

Сығанаҡ[үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә]