Гинцбург Александр Леонидович

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Гинцбург Александр Леонидович
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
 Рәсәй
Тыуған көнө 10 ноябрь 1951({{padleft:1951|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (72 йәш)
Тыуған урыны Мәскәү, СССР
Һөнәр төрө биолог, микробиолог
Эшмәкәрлек төрө микробиология
Эш урыны 1-се Мәскәү дәүләт медицина университеты
Почётлы академик Н. Ф. Гамалея исемендәге эпидемиология һәм микробиология Милли тикшеренеү үҙәге
Уҡыу йорто биолого-почвенный факультет МГУ[d]
МДУ-ның биология факультеты[d]
Ғилми исеме профессор[d], РФА академигы[d] һәм профессор[d]
Ғилми дәрәжә биология фәндәре докторы[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Дуҫлыҡ ордены Фән һәм техника өлкәһендәге Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте премияһы Рәсәй Федерацияһы Дәүләт премияһы орден Александра Невского
 Гинцбург Александр Леонидович Викимилектә

Гинцбург Александр Леонидович (10 ноябрь 1951 йыл, Мәскәү)[1] — СССР һәм Рәсәй микробиологы, Н. Ф. Гамалея исемендәге эпидемиология һәм микробиология Милли тикшеренеү үҙәге директоры (1997 йылдан алып), Рәсәй Фәндәр академияһы академигы (2013); 2004 йылдан — Рәсәй Медицина фәндәре академияһы академигы). Рәсәй Федерацияһының фән һәм технологиялар өлкәһендәге Дәүләт премияһы лауреаты (2020).

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Александр Леонидович Гинцбург 1951 йылдың 10 ноябрендә Мәскәүҙә тыуа.

1974 йылда Мәскәүә дәүләт университетының биология факультетын тамамлай (уҡырға инер мәлендә — биология-тупраҡ факультеты)[2].

Университетты тамамлағандан һуң 7 йыл дауамында молекуляр генетик Р.Б. Хесин-Лурье етәкселегендә Курчатов исемендәге атом энергияһы институтының биология бүлегендә эшләй[2].

1981 йылда Генетика һәм сәнәғәт микроорганизмдары селекцияһының Бөтә Союз ғилми-тикшеренеү институтында биология фәндәре кандидаты ғилми дәрәжәһенә дәғүә итеү өсөн «Влияние мутаций Escherichia coli, изменяющих фактор терминации транскрипции, на развитие четных Т-фагов». темаһына диссертация яҡлай.

1982 йылдан бөгөнгө көнгә СССР Эпидемиология һәм микробиология фәндәре академияһының Ғилми-тикшеренеү институтынында эшләй (Н. Ф. Гамалея исемендәге эпидемиология һәм микробиология Милли тикшеренеү үҙәге)[3].

1989 йылда биология фәндәре докторы дәрәжәһенә дәғүә итеү өсөн «Формирование, распространение и экспрессия детерминант патогенности Vibrio cholerae и jersinia Pseudotuberculosis — процессы, определяемые мигрирующими генетическими элементами» темаһы буйынса диссертация яҡлай[4].

1997 йылдан — Эпидемиология һәм микробиология Милли тикшеренеү үҙәге директоры

2000 йылдан — И. М. Сеченов исемендәге Беренсе Мәскәү медицина университетының юғары уҡыу йортонан һуң профессиональ белем биреү медицина- профилактика факультетының инфектология кафедраһы мөдире

2000 йылда ағза-корреспондент итеп һайлана, ә 2004 йылда — Рәсәй Медицина фәндәре академияһы академигы. 2013 йылда Рәсәй Фәндәр академияһы академигы (РМФА һәм РФА берләшеү сиктәрендә).

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Атаһы, Леонид Леонидович Гинцбург (4.12.1925 — 14.07.2018) — техник фәндәре докторы, профессор, Үҙәк фәнни-тикшеренеү автомобиль һәм автомотор институты лабораторияһы мөдире, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән һәм техника эшмәкәре[2][5].

Фәнни эшмәкәрлеге[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Патоген микроорганизмдарҙың молекуляр биологияһы өлкәһендә белгес[6].

Патоген факторҙарҙың гендары мобиль генетик элементтар составына инә тигән нигеҙләмәне күрһәтә һәм нигеҙләй

Сапроноздар ҡуҙғытыусыларына эндемик тәбиғәт сығанаҡтарын формалаштырырға мөмкинлек биргән механизмдарҙың береһе булып торған патоген бактерияларҙың эпидемиялар араһындағы осорҙа тышҡы мөхит объекттарында йәшәүгә һәләтлелеген һаҡлап ҡалыу мөмкинлеге булған концепцияны төҙөй[6].

Медицина микробиологияһы буйынса төп Рәсәй журналдарының: Микробиология, эпидемиология һәм иммунобиология журналы һәм «Молекулярная генетика, микробиология и вирусология» редколлегия ағзаһы

И.И. Мечников исемендәге Бөтә Рәсәй микробиологтар һәм эпидемиологтар йәмғиәте президиумы ағзаһы.

Бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Александр Невский ордены (2021 йыл, 8 ноябрь) — һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге ҡаҙаныштары һәм күп йыллыҡ намыҫлы хеҙмәте өсөн[7].
  • Дуҫлыҡ ордены (2019 йыл, 29 апрель) — һаулыҡ һаҡлауҙы үҫтереүгә ҙур өлөш индергәне һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн[8].
  • Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте Премияһы (төркөм составында, 2003 йыл) — «Циклоферон» препаратының технологияһын эшләү, сәнәғәт сығарыуын ойоштороу һәм медицина практикаһына әҙер дарыу формаларын индереү өсөн[9].
  • Рәсәй Федерацияһы Дәүләт премияһы — 2020 йыл өсөн фән һәм технологиялар өлкәһендә, Эбола биҙгәге һәм яңы коронавирус инфекцияһына ҡаршы һөҙөмтәле рекомбинант вакциналар уйлап тапҡан һәм индергән, шулай уҡ Эбола вирусының һәм S-аҡһымы SARS-CoV-2 гены ҡушылмаһы менән кассеталарҙы илтеүҙең вируслы системаларын ҡороу технологияһын эшләгән өсөн[10].
  • Рәсәй Йәһүд конгресы Global Influence Award билдәһе (2021)[11].
  • Рәсәй Йәһүд общиналары федерацияһының «Фән» номинацияһында премияһы (2021) — «Ватан эпидемиологияһы үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн»[12].

Төп эштәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Бондаренко В. М., Гинцбург А. Л., Лиходед В. Г. Микробный фактор и врожденный иммунитет в патогенезе атеросклероза. — Тверь: Триада, 2013. — 95 с.
  • Пальцев М. А., Гинцбург А. Л., Белушкина Н. Н. Биологическая безопасность: глоссарий. — М.: Русский врач, 2006. — 446 с.
  • Бухарин О. В., Гинцбург А. Л., Романова Ю. М., Эль-Регистан Г. И. Механизмы выживания бактерий. — М.: Медицина, 2005. — 366 с.
  • Литвин В. Ю., Гинцбург А. Л., Пушкарева В. И. и др. Эпидемиологические аспекты экологии бактерий / Под ред. С. В. Прозоровского. — М.: Фармарус-Принт, 1997. — 256 с.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. ЮБИЛЕИ: Александр Леонидович Гинцбург
  2. 2,0 2,1 2,2 Директор Научно-исследовательского института эпидемиологии и микробиологии имени Н.Ф. Гамалеи, вице-президент РАМН, академик РАМН, профессор Александр Леонидович Гинцбург. zdrav.newdiamed.ru. Дата обращения: 2018-9-29.. — Вестник Московского городского научного общества терапевтов, № 73, апрель 2008.
  3. Академику Гинцбургу Александру Леонидовичу — 65 лет!.ras.ru.Дата обращения: 30 сентября 2018.
  4. Российская академия наук. Академик Гинцбург Александр Леонидович
  5. Указ Президента Российской Федерации от 06.01.1994 № 33. kremlin.ru. Дата обращения: 2018-9-30.
  6. 6,0 6,1 Академику Гинцбургу Александру Леонидовичу — 65 лет! ras.ru. Дата обращения: 2018-9-30.
  7. Указ Президента Российской Федерации от 8 ноября 2021 года № 623 «О награждении государственными наградами Российской Федерации» 2021 йыл 9 ноябрь архивланған.
  8. Указ Президента Российской Федерации от 29 апреля 2019 года № 199 «О награждении государственными наградами Российской Федерации»
  9. Госпремии 2003 года в области науки и техники. rg.ru. Дата обращения: 30 сентября 2018.
  10. Указ Президента Российской Федерации от 09.06.2021 № 336 ∙ Официальное опубликование правовых актов ∙ Официальный интернет-портал правовой информации. publication.pravo.gov.ruДата обращения: 9 июня 2021.
  11. Российский еврейский конгресс наградил Гинцбурга. РИА Новости (5 октябрь 2021). Дата обращения: 14 ноябрь 2021.
  12. Академик Гинцбург и министр Кравцов стали лауреатами премии Федерации еврейских общин. Интерфакс (29 ноябрь 2021). Дата обращения: 4 декабрь 2021.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Алдан килеүсе:
С. В. Прозоровский
Н. Ф. Гамалея исемендәге эпидемиология һәм микробиология Милли тикшеренеү үҙәге директоры
1997
Һуңынан килеүсе: