Граклиани

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Иҫтәлекле урын
Граклиани
გრაკლიანი
Ил Грузия
Край Шида-Картли

Граклиани (груз. გრაკლიანი) — Грузиялағы тау һәм милли әһәмиәткә эйә булған археология һәйкәле. Шида-Картли крайының Касп муниципалитетына ҡараған Игоети ауылы эргәһенән аҡҡан Лехур йылғаһы ярында урынлашҡан[1][2][3].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тбилиси — Сенаки — Леселидзе (груз.)баш. (груз.)баш. автомагистрален төҙөгән ваҡытта, 2007 йылда Граклиани тауында беренсе археологик табышҡа тап булалар. Шул ваҡыттан алып бында профессор Вахтанг Личель етәкселегендәге Тбилиси университетының археологик экспедицияһы эшләп килә.

Ҡаҙыныу эштәре барышында ауыл, ғибәҙәтхана комплексы һәм ике ҡәбер табыла. Бында табылған әйберҙәр араһында Кавказ төбәктәре өсөн уникаль булған һәм беҙҙең эраға тиклем IV быуатҡа ҡараған Көньяҡ Месопотамия балдаҡтары, шулай уҡ түшкә тағылмалы бронза һәм алтын түңәрәктәр, таштан ҡырҡылған балалар уйынсыҡтары, фарсы керамикаһына оҡшатып эшләнгән әйберҙәр[4], көнкүреш кәрәк-яраҡтары, ғибәҙәт ҡылыу әйберҙәре, хәрби, дарыуҙар әҙерләүгә тәғәйен нәмәләр һәм башҡалар табыла.

Эҙләнеүҙәр барышында таш ғибәҙәтханаларҙың береһендә төрлө диндәрҙе бутау күренештәре: бында фарсы зороастрий алтары ла, кавказдарҙың традицион диненән һынлы һүрәттәр ҙә булыуы асыҡлана.

2014 йылдың сентябрендә Граклиани тауындағы археологик объекттар тарихи әһәмиәткә эйә булған рәсми статус ала, шул йылдың көҙөндә Грузияның Мәҙәниәт һәм һәйкәлдәрҙе һаҡлау министрлығы асыҡ һауа аҫтында музей булдырыу тураһында ҡарар ҡабул итә.

2015 йылда ҡаҙыныу эштәре барышында уңыш алиһәһенә бағышланған Граклиани ғибәҙәтханаларының береһендә алтарь нигеҙендә беҙҙең эраға тиклем яҡынса VII быуаттыҡы тип билдәләнгән аңлайышһыҙ телдәге яҙыуҙарға юлығалар. 2016 йылда «Beta Analytic» (Майами, АҠШ) лабораторияһы үткәргән радиоуглерод анализы яҙыуҙың беҙҙең эраға тиклем XI быуат аҙағында — X быуат башында[5] яҙылғанан асыҡланы. Шулай итеп, был яҙыу Кавказда бынан элегерәк табылғандарҙан меңәр йылға өлкәнерәк булып сыға. Вахтанг Личель был яҙыуҙың хәрефтәре грек һәм арамей хәрефтәренә оҡшаш булыу ихтималлығын билдәләй, әммә әлегә улар быға тиклем билдәле булған яҙмаларҙың береһенә лә тап килмәй. Шулай уҡ икенсе алтарҙың мөйөштәренең береһендә балсыҡтан ҡырҡып алынған өс хәреф табыла, улар әле иҫкә алынған яҙыуҙарҙан айырыла, — бер үк ғибәҙәтханала төрлө телдәрҙәге яҙыуҙарҙың ғәҙәти булмаған күршелегенә әлегә аңлатма табылмаған[6].

Күп һанлы мәҙәни ҡатламдар, ә уларҙың ун бере ҡаҙып алынған, таш быуаттан башлап, 300 мең йыл эсендә был төбәктә кеше эшмәкәрлегенең тарихын күрһәтә.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. На горе Граклиани грузинские археологи раскопали храм и два алтаря 7 века до н. э. Синьхуа (21 август 2015). Дата обращения: 28 апрель 2016.
  2. Эка Мехузла. В Грузии на месте раскопок на горе Граклиани появится музей под открытым небом. ТАСС (7 октябрь 2014). Дата обращения: 28 апрель 2016.
  3. Tamar Svanidze. Archaeologists Thrilled by Historic Script Discovery in Georgia (ингл.). Georgia Today (20 август 2015). Дата обращения: 28 апрель 2016. 2019 йыл 31 май архивланған.
  4. Tara Isabella Burton. Ancient Script Spurs Rethinking of Historic ‘Backwater’ (ингл.). National Geographic (16 сентябрь 2015). Дата обращения: 28 апрель 2016.(инг.). National Geographic (2015-09-16). 28 апрель 2016 тикшерелгән.
  5. Rewriting history: 3000-yr-old script uncovered in Georgia (ингл.). Agenda.ge (25 июль 2016). Дата обращения: 25 июль 2016.(инг.). Agenda.ge (2016-07-25). 25 июль 2016 тикшерелгән.
  6. Georgia uncovers unique writings that may change world history. Agenda.ge (20 август 2015). Дата обращения: 28 апрель 2016.