Греку Михаил Григорьевич
Греку Михаил Григорьевич | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ |
СССР Молдова |
Тыуған көнө | 22 ноябрь 1916[1][2] |
Тыуған урыны | Фараоновка[d], Рәсәй империяһы[3][1] |
Вафат булған көнө | 9 апрель 1998[1][2] (81 йәш) |
Вафат булған урыны | Кишинёв, Молдова[1] |
Һөнәр төрө | рәссам, деятель изобразительного искусства |
Уҡыу йорто | Молдавский государственный университет[d] |
Кемдә уҡыған | Q124434066? |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Авторлыҡ хоҡуҡтары статусы | эштәре авторлыҡ хоҡуҡтары менән яҡланған[d] |
Греку Михаил Григорьевич Викимилектә |
Греку Михаил Григорьевич (22 ноябрь 1916 йыл — 9 апрель 1998 йыл) — молдаван СССР рәссамы. СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1990).
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Михаил Григорьевич Греку 1916 йылдың 22 ноябрендә Рәсәй империяһының Бессарабия губернаһы Аккерман өйәҙе Фараоновка ауылында тыуа. Рәссамдың әсәһе — Анна Грекова, XIX быуат башынан күскенсе болғарҙар йәшәгән яҡындағы күрше ауылдарҙың береһе Селиол ауылынан.
1916—1928 — Белгород-Днестровский районы Ташлыҡ ауылында Елена һәм Григорий Паскару ғаиләһендә бала сағы үтә. Ташлык ауылында башланғыс мәктәптә уҡый (хәҙер Каменское ауылы), директоры Петраке Соломон М. Греку тураһында хәстәрлек күрә.
1928—1937 — Четатя-Албэ (хәҙерге Белгород-Днестровск) ҡалаһында үҫмерҙәр педагогия училищеһында уҡый, директоры — тел уҡытыусыһы Николае Цане. Рәсем уҡытыусыһы — Ростислав Окушко.
1934 — Бер төркөм уҡыусылар менән беренсе тапҡыр Бухарестҡа бара.
1935 — Н. Цане Грекуның рәсем менән мауығыуын хуплай, уны Бая Мареға (Румыния) рәссамдарҙың йәйге пленэрына ебәрә.
Мәктәп залдарында һынлы сәнғәт һәм рәсем буйынса беренсе шәхси күргәҙмәһе үтә.
1936 — Михаил Греку Ҡара диңгеҙ буйындағы Балчик ҡалаһында профессиональ румын рәссамдарының йәйге пленэрында ҡатнаша. Билдәле рәссамдар Л. Григореску, А. Катарджи, Б. Караджа, Н. Тоница, И. Изер менән таныша.
А. Катарджи йәш Грекунан пленэрҙа эшләгән этюдын һатып ала.
Рәссамдарҙың «Румыния йәштәре» конкурсында күмер менән эшләгән һүрәте өсөн 1-се премияны ала.
1937 — Балчик ҡалаһына пленэрға икенсе сәфәрен ҡыла. Сәфәренән һуң Четатя-Албэ ҡалаһы Мәҙәниәт йортонда уның шәхси күргәҙмәһе үтә. «Четатя Албэ» тип аталған мәктәп журналын баҫтырып сығарыуҙа ҡатнаша, ижади эштәре — китаптар уҡый, яратҡан рәссамдары — Ж. Ф. Миллер, Н. Григореску, Шт. Лукьяндың ижадтарын өйрәнә.
1937—1940 — Н. Григореску исемендәге Бухарест художество академияһында уҡый, уҡытыусылары профессорҙар — билдәле рәссамдар — Н. Дэрэску, Ф. Ширато. Е. Стоенеску, скульптор О. Хан була. Рәссам А. Чукуренку менән дуҫлаша. Йәкшәмбе көндәрендә Парижда А. Лотта шөғөлләнеп ҡайтҡан А. Чукуренкула факультатив дәрестәр ала.
1940 — Бессарабия СССР-ға ҡушыла. Михаил Греку художество академияһында бергә уҡыған курсташы, ҡатыны Эсфирь Брик менән бергә Бессарабияға, тыуған иленә ҡайта. Бельгияла сәнғәт академияһын тамамлаған һәм Румыниянан килгән Бессарабия рәссамы М.Гамбурд етәкселегендә Кишиневтың Художество училищеһында дәрестәр ала.
1941—1945 — Ҡаҙағстан һәм Төньяҡ Кавказда хәрби эвакуация йылдары. Тылда траншея ҡаҙа, паровоз депоһында кочегар була. Буш ваҡыттарында һүрәт төшөрөүен һәм яҙыуын дауам итә. Рус һәм совет сәнғәтен өйрәнә, Һарытау художество музейында була, унда «бәләкәй голландсылар» Коро, Монтичеллиның һүрәттәре менән һоҡлана. Грекуның яратҡан рәссамдары Рембрандт һәм Делакруа була. Уральск ҡалаһында ҡыҙы Тамара тыуғас, ул «Әсәлек» картинаһын яҙа (1943^44) Был эш Молдованың милли художество музейында һаҡлана.
1945 — һуғыш емергән Кишинев ҡалаһына ғаиләһе менән ҡайта. Молдавия һәм СССР рәссамдар союзына ҡабул ителә.
1947—1948 — рәссамдар И. В. Хазов, К Коровин, В. Серовтарҙан Һынлы сәнғәт училищеһында синыфтан тыш дәрестәр ала.
Дәүләт художество музейы директоры итеп тәғәйенләнә.
1950 — Кишинев ҡала советы депутаты булып һайлана. Сенеж ҡалаһына ижади базаға беренсе сәфәрен ҡыла (Мәскәү).
1951—1952 — Икенсе тапҡыр Сенежға бара. Мәскәүҙәге Бөтә Союз ауыл хужалығы күргәҙмәһендә молдаван павильоны өсөн «Освоение залежных земель» панноһы өҫтөндә эшләй. Архангельск, Подмосковье музейында Тьеполо картинаһын күсерә.
1954—1957 — Беренсе тапҡыр бөтә союз һәм сит ил күргәҙмәләрендә ҡатнаша. «Татарбунарское восстание» һәм «В застенках сигуранцы» картиналары өҫтөндә эшләй.
1958 — Яссы (Румыния) ҡалаһының картиналар галереяһына бара.
Молдова Республикаһы һынлы сәнғәт музейында беренсе шәхси күргәҙмәһе (99 һүрәте) була. Оло румын рәссамы Корнелиу Бабаның визиты.
Эрмитажда Рембрандт, Гварди, Креспи картиналарын күсерә. Француз импрессионистары, Ван Гога, Матисс, боронғо рус һәм балкан иконаһы йоғонтоһо аҫтында яйлап яҡты-ҡараңғы төҫтәр ярҙамында башҡарылған рәсемдәрҙән төҫтәргә күсә. «Чадырлунгские девушки» картинаһы өҫтөндә эшләй.
1960 — «Сталевары» картинаһы өҫтөндә эшләй. Түбәнге Тагилға ижади сәфәр ҡыла.
1961 — СССР рәссамдары делегацияһы составында Румынияға бара. Румын рәссамдары Акицение, И. Сэлиштяну һ. б. менән таныша.
1962 — Мәскәүҙә Молдова сәнғәте декадаһында күрһәтер өсөн «Чадырлунгские девушки» картинаһы Кишинев тарафынан кире ҡағыла, Греку уны Мәскәүгә үҙ аллы алып китә. Мәскәүҙә күргәҙмә жюрийы, М. Сарьян талабы буйынса, эште хуплай һәм ул СССР-ҙа киң танылыу ала. Әммә был эш тирәләй ҡаршылыҡлы бәхәстәр күп булыу сәбәпле, ул Декадала ҡуйылмай.
1963 — «Чадырлунгские девушки» картинаһы тирәләй Молдавияла бәхәстәр һәм партия тәнҡите дауам итә. М.Греку Рышкановка биҫтәһендәге яңы оҫтаханаға күсә. Вилково һәм Молдавияның төньяғы буйлап этюдҡа сәфәрҙәр ҡыла. Кишинев ҡалаһында архитекторҙар йортонда шәхси күргәҙмәһе үтә.
1964 — Вилковоға икенсе сәфәре.
1965 — боронғо рус ҡалалары Суздаль һәм Владимирға сәфәргә сыға
Баҡы һәм Одесса ҡалаларында шәхси күргәҙмәһе үтә.
«Проводы в армию» картинаһы өҫтөндә эшләй.
1966 — «Осенний день» картинаһы өсөн СССР-ҙың Ауыл хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең Алтын миҙалына лайыҡ була. Черновцы ҡалаһында күргәҙмәһе үтә.
Рәссамға 50 йәш тулыу менән бәйле Кишиневта тәүге ретроспектив шәхси күргәҙмәһе ойошторола (202 һүрәте).
1967 — Грекуның иң ҙур уңышы «История одной жизни» триптихы Бөтә союз художество күргәҙмәһендә Мәскәүҙә, Манежда Бөйөк октябрь революцияһының 50 йыллығына арнала. Был эше («Творчество» журналының һорау алыуы буйынса) йылдың иң яҡшы картинаһы тип таныла. Бөтә союз танылыуының башы.
1968 — Таллин, Тарту, Рига, Лиепая, Львов ҡалаларында шәхси күргәҙмәләре үтә. Балтика буйының алдынғы рәссамдары менән таныша. Тыуған ауылына этюдтар өсөн ижади сәфәр ҡыла.
30 йыл булмағандан һуң Ташлыҡ ауылы
«Проводы» картинаһы өсөн СССР Оборона министрлығының алтын миҙалы менән бүләкләнә.
1969 — Кишиневта архитекторҙар йортонда «Дома моего детства» күргәҙмәһе үтә, унда тыуған ауылы Ташлыҡта яҙылған пейзаждары ҡуйыла (20-гә яҡын).
1970 — «История одной жизни» триптихы өсөн СССР-ҙың Ауыл хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең Алтын миҙалы менән бүләкләнә. Совет рәссамдары составында ижади төркөм менән Италияға бара. Грекуның һынлы сәнғәттә яңы боролошо башлана, ул ғәҙәти булмаған материалдар ҡулланып яҙа.
1973 — Вологда рәссамы СССР Ауыл хужалығының Төньяҡ бүлеге рәйесе В. Корбаков менән танышҡандан һуң Вологда ҡалаһында шәхси күргәҙмәһе үтә. Вологдалағы күргәҙмәһе уңышлы була, М. Греку Череповец ҡалаһының төньяҡ рәссамдар төркөмө эшендә ҡатнаша.
Череповец ҡалаһындағы металлургия комбинатынан алған тәьҫораттар буйынса Кишиневта «Изложницы» картиналар серияһын булдыра. Рус ҡалалары — Ферапонтово, Кириллов буйынса сәфәр ҡыла.
1975 — Таллин һәм Ленинградта шәхси күргәҙмәләре ҡуйыла. А. Пистунова «Литературная газета» гәзитендә «Төҫ һәм рифма» тип аталған ҙур мәҡәләһендә рәссам Греку тураһында яҙа. Бер төркөм рәссамдар менән Францияға бара. Билдәле совет ғалимы-сәнғәт белгесе Г. Недошивин менән хат алыша. Эстония сәнғәт белгесе Б. Бернштейн менән осраша һәм дуҫлаша.
1976 — халыҡ-ара «Йыһан һәм һынлы сәнғәт» ижади симпозиумында ҡатнаша (Мәскәү, Сенеж).
1977 — Кишиневта Дәүләт һынлы сәнғәт музейында 60-йәш тулыуы айҡанлы рәссамдың шәхси күргәҙмәһе үтә.
Себерҙә, Новосибирск (Академгородок) ҡалаһында шәхси күргәҙмәләре үтә. Мәскәү сәнғәт белгесе В. Лебедева менән дуҫлаша.
1978 — Долна ауылында яҙылған «Там, где жили солдаты» пейзаждары серияһы өсөн МССР-ҙың Дәүләт премияһына лайыҡ була.
1979 — II халыҡ-ара «Йыһан һәм һынлы сәнғәт» (Мәскәү, Сенеж) симпозиумда ҡатнаша.
1980 — Одессала персональ күргәҙмәһе үтә. Билдәле румын философы К. Нойка менән хат алыша башлай.
1981 — Бухарестҡа бара. Билдәле румын рәссамдары һәм сәнғәт белгестәре: И. Георгиу, И. Пача, К. Василеску, С Бэлаша, К. Прут, М. Дяк һ. б. менән осраша
1984 — Вильнюс ҡалаһында Халыҡ-ара «Тыныс Вильнюс» пленэрында I премияға лайыҡ була. «Времена года» триптихы Мәскәүҙә Бөтә союз «Ер һәм кешеләр» күргәҙмәһендә уңышҡа эйә була (Манеж).
Молдаван рәссамдар төркөмөнөң күргәҙмәһе, шул иҫәптән М Грекуныҡы ла. Мәскәү, Рәссамдарҙың үҙәк йорто.
1985 — Брайл ҡалаһында, Греку уҡыған Четатя-Албэ мәктәбенең директоры Николае Цане вафат була. 70-80 йылдар дауамында улар хатлашып тора ине.
1986 — «Молдавия Совет Социалистик Республикаһының халыҡ рәссамы» тигән исем бирелә. Кишинев ҡалаһында рәссамдың 70-йәше тулыуы айҡанлы шәхси күргәҙмәһе үтә (143 әҫәр)
1989 — Мәскәү һәм Киев ҡалаларында шәхси күргәҙмәһе (яҡынса 90 һүрәте) үтә.
1990 — Һынлы сәнғәт өлкәһендәге СССР дәүләт премияһы лауреаты исеме бирелә.
1991 — «Молдова салоны» күргәҙмәһендә «Памяти предков» картинаһы өсөн Ҙур премияға лайыҡ була — Кишинев, Бакэу. Румын рәссамдары менән аралаша.
1992 — Бакэу һәм Бухарест ҡалаларында персональ күргәҙмәләре үтә. Ошо уҡ йылда рәссамды ғүмер буйы хуплап, дәртләндереп йәшәгән ҡатыны Эсфирь Греку вафат була.
Кишиневта Молдова Республикаһы рәссамдар союзының Күргәҙмә залында рәссамдың 75 йәшенә арналған шәхси күргәҙмәһе (124 картинаһы) үтә.
Молдова Республикаһының ордены һәм Молдова Республикаһы Фәндәр академияһының почетлы ағзаһы исеме бирелә.
1995 йылдың декабрь айында йылытыу системаһында авария булыу сәбәпле, Михаил Грекуның оҫтаханаһы һыу аҫтында ҡала, рәссамдың күп эштәре зыян күрә.
1996 йылдың ноябрь айы, 1997 февраль айы— рәссамдың 80 йәше тулыу айҡанлы Кишиневта, Молдова Республикаһы тарихы музейында шәхси күргәҙмәһе (90 һүрәт) үтә.
1998 йылдың 9 апрелендә — Михаил Греку вафат була, Кишиневта әрмән зыяратында ерләнә.
1999 — Бакэу-Кишинев ҡалаларында йыл һайын үткән «Молдова салоны» күргәҙмәләре сиктәрендә «Михаил Греку» премияһы булдырыла.
2006 — тыуыуына 90-йәш айҡанлы Кишиневта Молдова Республикаһы тарихы музейы залында шәхси күргәҙмәһе үтә. Фәнни конференция үтә.
2014 — Молдова Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы йылда була торған «Михаил Греку» премияһын ойоштора.
1916 — Молдова Республикһында «Михаил Греку йылы» иғлан ителә.
2016 — Кишиневта Молдованың Милли сәнғәт музейында рәссамдың тыуыуына 100-йыл айҡанлы шәхси күргәҙмәһе ойошторола. «Михаил Греку. Тыуыуына 100 йыл» тигән иҫтәлекле миҙал булдырыла.[4]
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ҡатыны — Фира (Эсфирь) Львовна Греку (тыумыштан. Брик; 1919, Константинополь — 1992, Кишинёв) — молдаван рәссамы, керамист.[5][6]
- Ҡыҙы — Тамара Михайловна Греку-Пейчева (1944) — молдаван рәссамы һәм сәнғәт белгесе.
- Кейәүе — Дмитрий Петрович Пейчев (1943) — молдаван рәссамы һәм болгар шағиры.
Ижады
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]500-ҙән ашыу картина авторы, уларҙың күбеһе молдаван халҡы тарихына арналған. Михаил Грекуның әҫәрҙәре төҫтәрҙең тәрән драматизмы һәм эмоциональ баҙыҡлығы менән айырылып тора. Ул үҙен талантлы колорист булараҡ күрһәтә. 1960 йылдар башынан алып Грекуның ижадында хәҙерге ауыл тормошон ижади аңлауға ынтылыш өҫтөнлөк итә. Михаил Греку художестволы образдың милли характерын эҙләүгә айырым иғтибар бүлә, йыш ҡына һынлы сәнғәттең артыҡ ябай һәм күҙгә бәрелеп торған шартлылыҡ алымдарын ҡуллана.
Картиналары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
|
|
Экспозициялары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Шәхсиҙәре: Белгород-Днестровский (1935), Баҡы (1965), Таллин, Рига (1968), Вильнюс (1973), Киев (1989), Бакэу (1992), Кишинёв (1996, 1997).
- Төркөмдәге: Кишинёв (1957), Мәскәү (1957), Рига (1966), Силәбе, Кострома, Смоленск, Черновцы, Винница (1973), Мәскәү (1983), Кишинёв, Мәскәү (1986).
Хәтер
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Михаил Григорьевич Грекуның 90 йәш тулыуына арналған 2006 йылда сығарылған почта маркаһы
- 2011 йылда рәссам Михаил Григорьевич Грекуның автопортреты менән Молдованың почта маркаһы сығарыла.
- 2016 йыл Михай Греку йылы тип иғлан ителә[7]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1972 — МССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре
- 1978 — «На берегах Енисея», «Хлеб и солнце», «Ворота старого Орхея», «Раскопки в Бутученах» «Сельские пейзажи». картиналары өсөн Молдавия ССР-ының дәүләт премияһы
- 1987 — МССР-ҙың халыҡ рәссамы
- «Почёт Билдәһе» ордены[8]
- 1992 — Молдавия Фәндәр академияһының хөрмәтле ағзаһы[9]
- 1992 — Республика ордены[10]
Баҫмалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1958 — Cultura Moldovei, «Dreptul la teme mari»
- 1962 — Cultura Moldovei, «Arta si noul»
- 1963 — Cultura Moldovei, «Culoarea si stilul»
- 1968 — Творчество, «История одной жизни»
- 1968 — Nistru, «Peisajul si contemporaneitatea»
- 1975 — Молодёжь Эстонии, «И вечное, и прекрасное»
- 1991 — Moldova, «Fericita de propria-i taina»
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1960 — M. G. Grecu
- 1971 — E. Pranulis, Moldavskie tveti
- 1971 — L. Toma, Mihai Grecu, Moskova
- 1972 — I. Luksin, Jivoale, Stiinta
- 1966 — Cultura Moldovei, «Pictorul Mihai Grecu la 50 de ani»
- 1992 — Toma L. Vrata v dusu hudojnica, Vecernii Chisinev
- 1992 — L. Toma, O cununa de aur pe ruinele realismului socialist, Literatura si Arta
- 1992 — L. Toma, Un pictor-poet: Mihai Grecu, Bacau, Romania
- 1992 — I. Nechit, Spargatorul de oglinzi
- 1995 — Toma L. Cerez ternii k zviozdam, Nezavisimaia Moldova
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 1,3 Expoziție comemorativă Mihail Grecu - pictură — Национальный музей изобразительного искусства Республики Молдова.
- ↑ 2,0 2,1 Mikhail Grecu // Архив изобразительного искусства — 2003.
- ↑ Греку Михаил Григорьевич // Большая советская энциклопедия (урыҫ): [в 30 т.] / под ред. А. М. Прохорова — 3-е изд. — М.: Советская энциклопедия, 1969.
- ↑ Mihail Grecu : 100 de ani. — Chișinău. — 335 pages, 81 unnumbered pages of plates с. — ISBN 9789975125956.
- ↑ Эсфирь Греку(недоступная ссылка)
- ↑ Воспоминания Тамары Греку о матери
- ↑ 2016 год в Молдове объявлен Годом Михая Греку
- ↑ Греку Михаил Григорьевич // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- ↑ Membrii Academiei de Ştiinţe a Moldovei: Dicţionar (1961—2006) / Ch.: Î.E.P. Ştiinţa, 2006
- ↑ Греку Михаил // Краткая биография на сайте Moldovenii.md
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Михаил Греку на art.md 2017 йыл 6 май архивланған.
- Наталия Гнидаш : Натюрморт и отражение народных традиций в творчестве Михаила Греку 24.11.2011
- Монография «Mihail Grecu». 2008 йыл 12 июнь архивланған. Художественный альбом в серии «Maestri basarabeni din secolul XX» (бессарабские мастера XX столетия). ARC, Кишинёв, 2004. 2008 йыл 12 июнь архивланған.
- 22 ноябрҙә тыуғандар
- 1916 йылда тыуғандар
- Рәсәй империяһында тыуғандар
- 9 апрелдә вафат булғандар
- 1998 йылда вафат булғандар
- Кишинёвта вафат булғандар
- «Почёт Билдәһе» ордены кавалерҙары
- СССР Дәүләт премияһы лауреаттары
- Алфавит буйынса шәхестәр
- СССР рәссамдары
- Алфавит буйынса рәссамдар
- Молдавия ССР-ы атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәрҙәре