Таллинн

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Таллин битенән йүнәлтелде)
Таллинн
эст. Tallinn
Флаг[d]Герб[d]
Нигеҙләү датаһы билдәһеҙ
Рәсем
Рәсми атамаһы Tallinn һәм Таллин
Этнохороним талліннець һәм талліннка
Донъя ҡитғаһы Европа
Дәүләт  Эстония[1]
Административ үҙәге Эстония
Административ-территориаль берәмек Таллин[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+2:00[d]
Һыу ятҡылығы буйында урынлашҡан Фин ҡултығы
Хөкүмәт башлығы вазифаһы Таллин мэры[d]
Хөкүмәт башлығы Михаил Кылварт[d]
Ойошма ағзаһы Всемирная федерация туристических городов[d][2]
Халыҡ һаны 461 346 кеше (1 ғинуар 2024)[3]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 143 метр
Туғандаш ҡала Вильнюс[4][5][6][…]
Шул уҡ территорияны биләй Таллин[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Майҙан 159,37 км² (31 декабрь 2017)[7]
Почта индексы 10111[8]
Урынлашыу картаһы
Вид в ночное время
Портал открытых данных Open Data Tallinn[d]
Тема иҡтисады economy of Tallinn[d]
Иң тәүге яҙма ваҡыты 1154
Рәсми сайт tallinn.ee
Категория для почётных граждан субъекта Категория:Почётные граждане Таллина[d]
Бында ерләнгән кешеләр категорияһы Категория:Таллинда ерләнгәндәр[d]
Элементтың күренеше өсөн категория Category:Views of Tallinn[d]
Урындағы телефон коды 64
Номер тамғаһы коды A-B
Карта
 Таллинн Викимилектә

Та́ллинн(эст. Tallinn[ˈtɑlʲˑinˑ]) — Эстонияның баш ҡалаһы. Эре транспорт, диңгеҙ порты.

Эстонияның сәйәси, ғилми, иҡтисади һәм мәҙәни үҙәге. Ҡалала республика власының бөтә тармаҡтары ла урынлашҡан, илдең күпселек юғары һәм урта профессиональ уҡыу йорттары тупланған.

Исеме[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Tallinn» эстон телендә «taani linn» («датчандар ҡалаһы»), «tali linn» («ҡышҡы ҡалаһы») йәки «talu linn» («йорт») һүҙҙәренән килә. –linn тамыры урыҫса « град», немецса «burg» — бер һүҙе.

Таллин тураһында беренсе тапҡыр 1154 йылда[9] ғәрәп географы Әл-Иҙриси үҙенең хеҙмәтендә Колывань (Quoluwany) тип яҙған. Был топонимдың нисек итеп йәнле телмәргә инеп китеүе билдәле түгел. Әммә атама боронғо эстон телендәге Kalevan (Калева ҡалаһы, эсттарҙың мифик олатаһы). Боронғо урыҫ яҙма сығанаҡтарында был атама 1223 йылдан алып осрай, әммә тик XVIII ҡулланылыштан төшөп ҡала.

Файл:Таллин ҡултығы.JPG
Карта

Аҙағыраҡ скандинавтар һәм немецтар ҡаланы Ре́валь тип йөрөтә, (швед. һәм нем. устар. Reval) — элекке мааконд (кенәзлек) атамаһы Räval-дан, борон Таллин ошо кенәзлектең баш ҡалаһы була.

Урыҫса Ре́вель атамаһы немец (швед) теленән алына Төньяҡ һуғыш барышында хәҙерге Эстония территорияһын Рәсәй империяһына ҡушҡас рәсмиләштерелә. 1719 йылда шулай уҡ Ревель губернаһы булдырыла.

Октябрь революцияһынан һуң совет власы Рәсәй халыҡтарының үҙбилдәләнешкә хоҡуғын таный, шул иҫәптән урындағы атамалар элек ерле халыҡ нисек ҡулланған булһа, шул килеш ҡалдырыла.

Эстон ССР-ы Юғары Советының 1988 йылдыңа 7 декабрендәге сессияһында ЭССР Конституцияһының урыҫса тексына төҙәтмә ҡабул ителә, уға ярашлы 1989 йылдың 1 ғинуарынан Эстон ССР-ы Конституцияһының урыҫса тексында ҡаланың исеме ике «н» менән: Таллин тип яҙыла[10]. Ҡаланың урыҫса атамаһын эстон телендәге атамаға яҡынайтыу маҡсатында ошо үҙгәртеү ҡабул ителә[11][12].

Хәҙерге заман[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Эстонияла урыҫ теленең рәсми статусы булмаһа ла урыҫ телендә нәшер ителгән эстон мәғлүмәт сараларында, ҡала атамаһы Тел инспекцияһы талаптарына нигеҙләнеп, Таллинн тип яҙыла[13][14][15].

Рәсәй территорияһында ҡала исеме Таллин тип рәсми рәүештә нығытылған[16]. Исемдең ошолай яҙылышы Росреестр (Роскартографией) тарафынан ҡабул ителгән[17].

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Таллин Төньяҡ Европала, Фин ҡултығының көньяҡ ярында, Хельсинкинан көньяҡҡа табан 80 километрҙа урынлашҡан. Географик һәм мәҙәни йәһәттән Төньяҡ Эстонияның бер өлөшө булып тора. Таллиндың иң ҙур күле — Юлемисте (майҙаны — 9,6 км²). Ул — ҡаланың төп эсәр һыу сығанағы. Харку күле — ҙурлығы буйынса икенсе урынды биләй (майҙаны — 1,6 км²). Башҡа күп кенә ҙур ҡалаларҙан айырмалы рәүештә, Таллиндағы берҙән-бер ҙур йылға, Пирита, ҡала үҙәгенән бик алыҫ урынлашҡан (ҡала районы Пирита). Был һоҡланғыс ландшафтлы һыу бассейны закон тарафынан һаҡ аҫтына алынған.

Ҡала биләмәһе буйлап Глинт йәки Балтиҡ-Ладога эзбизташ киртләсе һуҙылған. Уны Тоомпеанан һәм Ласнамяэнан күрергә була.

Таллиндың иң юғары нөктәһе (диңгеҙ кимәленән 64 метр) ҡаланың көньяҡ-көнбайышында Нымме районында урынлашҡан.

Яр буйының оҙонлоғо — 46 километр. Баш ҡала эсендә яр буйҙары өс ҙур ярымутрау: Копли, Пальяссааре һәм Какумяэ; дүрт ҡултыҡ (Таллин, Пальяссааре, Коплиский и Какумяэ) барлыҡҡа килтерә.

Климат[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уртаса айлыҡ максималь һәм минималь температура[18]
Ай Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек
Иң йылы, °C 1,0 2,3 2,9 6,5 12,6 18,2 21,5 19,6 14,4 9,1 5,1 5,7
Иң һыуыҡ, °C −15,6 −14,3 −10,0 −0,7 6,6 11,3 14,1 13,2 8,0 1,3 −3,1 −9,6
Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 9,3 10,1 15,9 27,2 29,7 31,2 34,3 33,9 28,5 22,0 12,8 10,6 34,3
Уртаса максимум, °C −1,2 −1,6 2,3 9,2 15,2 18,8 21,8 20,4 15,2 9,4 3,4 0,3 9,4
Уртаса температура, °C −3,4 −4,3 −1 4,5 10,1 14,1 17,2 16,0 11,3 6,5 1,3 −1,9 5,9
Уртаса минимум, °C −5,8 −7 −4,2 0,6 5,2 9,6 12,7 12,0 7,8 3,8 −0,8 −4,2 2,5
Абсолют минимум, °C −31,1 −31 −25,5 −17,2 −5 0,0 4,0 2,1 −5 −10,5 −21,3 −31 −31,1
Яуым-төшөм нормаһы, мм 49 32 31 30 36 57 74 73 60 65 61 49 618
Һыу температураһы, °C 1,0 0,5 0,6 2,3 6,5 11,8 16,2 16,7 13,0 9,5 6,0 2,8 7,3
Сығанаҡ: Һауа торошо һәм климат ЕСИМО

Административ бүленеше һәм ҡалаға идара итеү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Части города Таллин ҡалаһы өлөштәре

Таллин Эстонияла иң эре урындағы үҙидаралыҡ булып тора, ул Харьюмаа өйәҙе составына инә.

Совет осоронда ҡала дүрт районға бүленә: Калинин (элекке Коплиский), Ленин, Диңгеҙ, Октябрь райондары. Урындағы үҙидаралыҡ реформаһын үткәреү барышында 1993 йылдың 4 мартында дүрт райондан ҡаланың 8 өлөшө хасил була (эст. linnaosad) (см. также: административно-территориальные единицы):

Ҡаланың һәр өлөшө управаһы башында старейшиналар (эст. linnaosavanem) тора. Уларҙы ҡала өлөштәренең административ советтары менән консультация үткәргәндән һуң мэр күрһәтеүе буйынса Таллин ҡалаһы управаһы тәғәйенләй.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Старый город

Вид на Вышгород (Тоомпеа)
Таллинская ратуша
Башня «Толстая Маргарита»

Хәҙерге Таллиндан алыҫ булмаған урында Беренсе мең йыллыҡтың икенсе яртыһында Иру[et] ҡаласығы төҙөлә. XI быуат уртаһында ни сәбәптәндер ул ҡалдырып кителә.[19] Хәҙерге Таллин урынында булған тораҡ пункты беренсе тапҡыр 1154 йылда, ғәрәп географы Әл-Иҙриси тарафынан Quoluwany булараҡ атап үтелә, уны «ҡәлғәгә оҡшаған бәләкәй ҡала» тип тасуирлай, тәбиғи гаване булыуын да билдәләй. Урыҫ йылъяҙмаларында ҡәлғә Колывань булараҡ атала.

Дат осоро[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Вышгородта (Тоомпеа) риүәйәт буйынса ергә дат флагы төшкән урын

1219 йылда даттар тарафынан баҫып алына. Генрих Латвийскийҙың «Ливония хроникаһы» түбәндәгесә бәйән итә: 1219 йылдың йәйендә король Вальдемар II командалығындағы ҙур ғәскәр Рявале еренә килеп төшә, даттар «ряваластарҙың ҡаласығы булған Линданиста төпләнәләр, иҫке ҡаласыҡты емереп, яңыһын төҙөй башлайҙар»[20].

Даттар ҡулында ҡалғас, ҡалаға эстар һәм хәҙерге Латвияның һәм хәҙерге көньяҡ Эстонияның территорияларын биләп алған немецтарҙың Ҡылыс йөрөтөүселәр Ордены даими рәүештә барымта яуҙары менән килә башлай.

1227 йылда Ревель Ҡылыс йөрөтөүселәр Ордены тарафынан баҫып алына. 1238—1346 йылдарҙа ҡайтанан Дания ҡулында була. 1334 йылда Изге Рух госпиталенә нигеҙ һалына[21]. 1346 йылда Дания Эсландиялағы үҙ өлөшөн Тевтон орденының бөйөк магистрына һата, артабан ул Тевтон орденының Ливониялағы ландмейстерына тапшырыла. 1347 йылда ҡалаға өҫтөнлөктәр бирелә[22].

Ганза осоро[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

XV быуат башы — XVI быуат уртаһы — боронғо Ревелдең алтын быуаты. Ҡала Ганза союзына инә һәм Балтиҡ диңгеҙе төбәгендә мөһим роль уйнай. Ул дәүерҙәге иҡтисади күтәрелеш ҡала сиктәрен ышаныслы итеп нығытыуға ғына ҡайтып ҡалмай, ул шулай уҡ әүҙем ижадсылыҡ, архитектура һәм художество ҡиммәттәрен булдырыу өсөн нигеҙ булып тора. реформация хәрәкәте киң таралыу ала. Әммә Ливония орденының көсһөҙләнеүе һәм Ливония һуғышы осоронда барлыҡҡа килгән иҡтисади көрсөк ҡаланың элекке әһәмиәтен юғалтыуға килтерә.

Швеция составында[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ливония һуғышы барышында 1561 йылда Ливония Ордены йәшәүҙән туҡтай. Урыҫ ғәскәрҙәре Ревель сиктәренә барып етә. Яҡлаусы эҙләп Ревель бюргерҙары Литва менән Швецияға ҡурсалауҙарын үтенеп мөрәжәғәт итә. Литванан хәрби ярҙам килмәгәс, ҡала 1561 йылдың 6 июнендә швед короле Эрик Ун дүртенсегә тоғролоҡ менән хеҙмәт итергә ант бирә. Ревель швед короллегенең иң эре сауҙа ҡалаһына әүерелә, ул тышҡы сауҙа ҙурлығы һәм күләмдәре буйынса хатта Стокгольмды уҙып китә[23]. 1568 йылда ҡала поляк флоты тарафынан диңгеҙҙән ҡамап алына, 1569 йылда дат флоты уны бомбаға тота, ә 1570—1571 йылдарҙа Ливония короле тип иғлан ителгән дат принцы Магнустың ғәскәре ҡамауҙа тота. 1577 йыл башында урыҫ ғәскәрҙәре ҡайтанан Ревелде ҡамауға ала, ләкин өс ай буйына ҡамауҙа тотоу бер ниндәй һөҙөмтә лә бирмәй. Шул уҡ йылда тағун (чума) эпидемияһы тарала. Ливония һуғышы һөҙөмтәһендә Ревелдә сауҙа көрсөккә барып терәлә, һәм ҡала Рәсәй менән транзит сауҙаһындағы әһәмиәтен юғалта, сауҙа хәҙер Нарва аша алып барыла.

1583 йылда урыҫ-швед солохо төҙөлгәндән һуң Эстонияның төньяҡ өлөшө Швеция ҡулында ҡала һәм үҙәге Ревелдә булған Эстлянд герцоглығы тип атала. Ҡалала Любек ҡала хоҡуғы ғәмәлдә ҡала, уның өҫтөнлөктәре һаҡлана, әммә швед королдәре периодик рәүештә уларҙы сикләргә һәм ҡалала швед закондарын индерергә тырышаып ҡарай[23]:63, 71.

XVII йылда Ревель яңы күтәрелеш кисерә, һөнәрселәрҙең эшмәкәрлеге киңәйә, тәүге мануфактуралар барлыҡҡа килә, уҡыу йорттары һаны арта. Швед осоро аҙағына ҡала халҡының күпселеге уҡый-яҙа белә. Типография, ҡағыҙ фабрикаһы барлыҡҡа килә. 1637 йылда эстон телендә тәүге китап нәшер ителә. 1689 йылда тәүге Revalische Post-Zeitung гәзите сыға. XVII быуат уртаһында яңы ер нығытмалары — бастиондар төҙөлә.

Швед идараһы йылдарында Ревель транзит сауҙаһындағы үҙ урынына ҡайтарып ала алмай һәм, үҙаллы ҡала-дәүләттән провинцияның административ үҙәгенә әйләнеп, үҙенең күп кенә өҫтөнлөктәрен юғалта[23].

Рәсәй империяһы составында[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Төньяҡ һуғыш барышында 1710 йылдың 18 авгусында ҡала ситенә килеп еткән Р. Х. Баур командалығындағы урыҫ ғәскәрҙәре Ревелде ҡамауға ала. Үҙ иректәре менән бирелгән осраҡта ҡалаға бөтә өҫтөнлөктәрҙе һаҡлап ҡалыу вәғәҙә ителә. Эстляндияның вице-губернаторы Д. Паткуль тәҡдимдән баш тарта, ҡала янында траншеялар ҡаҙырға һәм ҡала ситендәге бөтә ҡоролмаларҙы яндырырға ҡуша. Ошо мәлдә ҡалала тағун эпидемияһы башлана, кешеләр күпләп ҡырыла. Магистрат мәғлүмәттәре буйынса 1710 йылдың декабрендә 1962 кеше булһа, шул ваҡытҡа тағундан 5687 кеше үлгән була[23]. Ҡамау ваҡытында әүҙем хәрби хәрәкәттәр күҙәтелмәй, ҡала хатта тулыһынса ҡамауға алынмаған була, ләкин эсә торған һыуға юл ябыҡ була. Сентябрҙә тағы ла ике тапҡыр ирекле рәүештә бирелергә, тигән тәҡдим ебәрелә; 26 сентябрҙә капитуляция шарттары тураһында һөйләшеүҙәр башлана; 29 сентябрҙә килешеүгә ҡул ҡуйыла, һәм 1710 йылдың 30 сентябрендә Ревель бирелә. Швед гарнизоны ҡалдыҡтары ҡаланан Ҙур диңгеҙ ҡапҡаһы аша сығып китә, шул уҡ ваҡытта Собор ҡапҡаһы аша ҡалаға урыҫ ғәскәрҙәре инә[24]. Пётр I батша дворяндарға һәм ҡала ҡатламдарына жалованный грамоталар тапшыра. Ҡалала тағун сире 1711 йылға тиклем дауам итә. Ҡайһы бер мәғләүмәттәр буйынса, ул 15 000 кеше ғүмерен алып киткән[24].

Виды города, 1876 год

Төньяҡ һуғыш тамамланғандан һуң Балтиҡ буйында Санкт-Петербургтан ҡала Рига Рәсәй империяһының төп үҙәге булыуына ҡарамаҫтан, Ревель тиҙ арала аяҡҡа баҫа. Ике быуатҡа Рәсәйҙең Балтик флоты базаларының береһенә әйләнгән хәрби гавань төҙөлә. Ҡала ситендә Екатериненталь (Кадриорг) паркы булдырыла, унда батша һарайы төҙөлә. Ревель артабан Эстлянд губернаһы үҙәге була.

Император Павел I батшалыҡ итеүенең аҙағына ҡала инглиз флоты, ә 1854—1855 йылдарҙа Ҡырым һуғышы мәлендә берлектәге инглиз-француз флоты тарафынан ҡамауҙа тотола. 1871 йылда Балтик тимер юлы төҙөлгәндән һуң сауҙа күләме байтаҡҡа арта, йыллыҡ тауар әйләнеше 100 млн һумға тиклем барып етә[25]

XIX быуат аҙағында ҡала сәнәғәте дәррәү күтәрелә. «Двигатель» вагон төҙөү заводы, «Вольта» электр-механика заводы, «Балтиҡа мануфактураһы» туҡыу фабрикаһы, суднолар төҙөү заводы һәм башҡа предприятиелар төҙөлә. Ревель порты империялав Санкт-Петербург, Рига һәм Одессанан ҡала тауар әйләнеше буйынса дүртенсе урынды биләй[26].

Эстонияның тәүге бойондороҡһоҙлоғо осоро[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Таллиндың Азатлыҡ майҙанындағы Еңеү монументы

1918 йылдың 18 февралендә немец оккупацияһы башлана. 1918 йылдың 23 февралендә (Пярнала) һәм 24 февралдә Ревелдә Эстонияның бойондороҡһоҙлоғо иғлан ителә. 3 мартта Германия империяһы һәм РСФСР араһындағы Брест-Литва тыныслыҡ килешеүе (статья IV) шарттары буйынса Эстонияны немецтарҙың оккупациялауы юридик яҡтан нығытыла.

1919 йылда Ревель рәсми рәүештә эстонса хәҙерге Tallinn атамаһын ала.

1919 йылдың авгусында бында Эстония профсоюздарының беренсе съезы эшләй башлай, ул полиция тарафынан ҡыуыла. 74 делегат һәм 28 эшсе-активист ҡулға алына. Ҡулға алынғандарҙың 25-е атыла[27].

1918—1920 йылдарҙағы Азатлыҡ һуғышы барышында Эстон Республикаһы ғәскәрҙәре Төньяҡ-Көнбайыш армияһының Петроградҡа походында ҡатнаша. Бөтәһе 20 мең штык һәм ҡылыс: 17,5 мең урыҫ һәм 2,5 мең эстон. Еңелгәндән һәм Эстония территорияһына тотҡон итеп ябыу, 1920 йылдың 2 февралендә РСФСР һәм Эстония араһында Тарту солох килешеүе төҙөлә. Таллин ул ваҡытта тик РСФСР хөкүмәте тарафынан ғына танылған дәүләттең баш ҡалаһына әүерелә.

1925 йылда Tallinna ҡаланың рәсми атамаһына әйләнә. 1933 йылда яңынан Tallinn исеме ҡайтарыла.

Бойондороҡһоҙлоҡ осоронда ҡала ярайһы уҡ уңышлы үҫешә. Педагогика һәм политехник институттарға, Сәнғәт академияһына нигеҙ һалына. Рәсәй империяһы дәүерендәге күбеһенсә Рәсәй баҙарына йөҙ тотҡан эре предприятиялар 1920-се йылдарҙа ябыла йәки эш йүнәлешен үҙгәртә. 1920-се йылдар башында ҡала өсөн СССР-ҙан транзит йөктәрҙең килеүе ҙур әһәмиәткә эйә була, 1924 йылда ул максимумға — 346 мең тоннаға етә. 1924 йылдың 1 декабрендә эстон коммунистарының ихтилалы баҫтырылғандан һуң киләүе йылына транзит йөктәр күләме 2,6 тапҡырға кәмей, ә 1938 йылға 1,6 мең. тонна тәшкил итә. 1930-сы йылдар уртаһынан бик ауыр 1929—1933 йылдарҙағы иҡтисади көрсөктән сыҡҡандан һуң сәнәғәт күтәрелә башлай.

1939 йылдың 23 авгусындағы Германия менән Советтар Союзы араһында һөжүм итмәү килешеүенә мәнфәғәттәр өлкәләрен сикләү тураһындағы йәшерен өҫтәлмә протоколға ҡул ҡуйыу һөҙөмтәһендә Эстония СССР мәнфәғәттәре өлкәһенә ҡарай. Эстонияны Советтар Союзы составына индереү, советлаштырыу һәм күләмле репрессияларҙың башланыуы ошо документтарҙың эҙемтәһе була ла инде. В 1939—1940 йылдарҙа СССР баҫым яһау һәм янау юлы менән Эстония территорияһына эре хәрби контенгентты урынлаштырыуға, шунан һуң ил хөкүмәтен алмаштырыуға өлгәшә. СССР вәкилдәре етәкселегендә эшләгән эстон һулдары партияһы парламентҡа һайлауҙар үткәрә, ул Эстонияны совет социалистик республикаһы тип иғлан итә һәм СССР составына инеүҙе һорай. 1940 йылдың 21 июлендә Эстон Совет Социалистик Республикаһы ойошторола, ул 1940 йылдың 6 авгусында СССР составына индерелә.

Советтар Союзы составында[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡаланың Мустамяэ өлөшөндәге Сыпрузе урамы

Икенсе донъя һуғышы барышында ҡала бомбаға тотоуҙан ҙур зыян күрә. Совет ғәскәрҙәре 1941 йылдың 5 — 28 авгусында Таллин оборонаһын 23 көн буйы тота, шунан һуң уны ҡалдырырға мәжбүр була. 1944 йылдың 9 һәм 10 мартында совет авиацияһы ҡалала урынлашҡан немец ғәскәрҙәренә бомбалар яуҙыра. Таллиндың торлаҡ райондарына яҡынса 2000 шатлатҡыс һәм 1500 яндырғыс бомбалар ташлана. Харью урамы бигерәк күп зыян күрә; «Эстония» театрына ла бомбалар төшә[28].

1944 йылдың 22 сентябрендә Таллин операцияһы барышында совет ғәскәрҙәре ҡаланы үҙ ҡулына ала. СССР Юғары Советы Президиумының 1984 йылдың 7 майындағы Указы менән «Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында немец-фашист илбаҫарҙары менән көрәштә ҡала хеҙмәтсәндәре күрһәткән батырлыҡтары, хужалыҡ һәм мәҙәни төҙөлөштә өлгәшкән уңыштары өсөн Таллин I дәрәжә Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнә.

Һуғыштан һуң ҡала үҙенең майҙанын киңәйтә. Ҡалала Мустамяэ, Вяйке-Ыйсмяэ, Ласнамяэ райондары төҙөлә.

1980 йылғы Йәйге Олимпия уйыцндары сиктәрендә Таллинда парус спорты үҙәгендә яхтсмендар ярыштары үткәрелә.

1988 йылда ҡалала СССР-ҙа беренсе булып «Халыҡ фронты» антикоммунистик ижтимағи-сәйәси хәрәкәт барлыҡҡа килә[29]. 1988 йылдың июнь-сентябрендә тарихҡа «Йырлаусы революция» булараҡ инеп ҡалған саралар булып үтә.

Советтарҙан һуңғы осор[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1991 йылда, СССР тарҡалғандан һуң, Таллин — яңынан бойондороҡһоҙ Эстон Республикаһының баш ҡалаһы.

1997 йылда Таллиндың тарихи өлөшө — Иҫке ҡала ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы исемлегенә индерелә.

Ҡаланың төньяҡ өлөшө панорамаһы һәм Изге Олаф сиркәүе башняһынан Фин ҡултығына күренеш

Билдәле шәхестәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. archINFORM (нем.) — 1994.
  2. https://cn.wtcf.org.cn/citys/4582-3.html
  3. https://www.siseministeerium.ee/media/3966/download
  4. Tallinna suhted teiste linnadegaТаллин, 2020.
  5. https://www.tallinn.ee/est/valissuhted/VILNIUS
  6. http://www.ivilnius.lt/pazink/apie-vilniu/miestai-partneriai
  7. http://geoportaal.maaamet.ee/index.php?lang_id=1&page_id=506&type=regkat&year=2018&month=1&group=0 — 1990.
  8. https://est.postcodebase.com/node/491
  9. Эстонский энциклопедический словарь. Таллинн, 2008.
  10. Закон Эстонской Советской Социалистической Республики «О внесении изменений в русский текст Конституции (Основного закона) Эстонской ССР» // Девятая сессия Верховного Совета Эстонской ССР одиннадцатого созыва, 5—7 декабря 1988 года: стенографический отчет. — Таллинн: OLION, 1990. — С. 308. — ISBN 5-460-00085-8.
  11. Викулов Р. Мы за «Таллинн», но не с Языковой инспекцией. Кренгольмский проспект. Дата обращения: 15 сентябрь 2009. Архивировано из оригинала 10 июнь 2010 года. 2010 йыл 10 июнь архивланған.
  12. Пялль П. О названии столицы Эстонской ССР. eki.ee. Дата обращения: 24 июнь 2016.
  13.  (эст.) Правила транскрибирования и транслитерации топонимов. Постановление министра образования и науки ЭР № 51 от 6.12.2005
  14.  (эст.) Правила транскрибирования и транслитерации топонимов. Постановление министра образования и науки ЭР № 64 от 20.11.2008
  15. Предписание Языковой инспекции порталу rus.delfi.ee
  16. Распоряжение администрации Президента Российской Федерации от 17 августа 1995 года № 1495 «О написании названий государств-бывших республик СССР и их столиц»
  17. Росреестр о наименовании города Таллин
  18. Климатик монитор.
  19. [tallinn.ee tallinn.ee].
  20. Генрих Латвийский. Двадцать первый год епископства Альберта // Хроника Ливонии / Введение, перевод и комментарии С. А. Аннинского. — 2-е издание. — Москва — Ленинград: Издательство Академии Наук СССР, 1938. Архивированная копия. Дата обращения: 10 февраль 2013. Архивировано 26 март 2014 года. 2014 йыл 26 март архивланған.
  21. Знаменательные и юбилейные даты истории медицины и здравоохранения 2019 года 2019 йыл 2 июнь архивланған.
  22. Tuchtenchagen R. Geschichte der baltischen Länder. — München: C.H. Beck, 2005, S. 24.
  23. 23,0 23,1 23,2 23,3 Бачурина Ю., Кац Й. Таллинн времён шведского господства и Европа (1561—1710). — Таллинн: издательство «КПД», 2002. — 232 с. — (серия: Урок-Õppetund.). — ISBN 9985-899-21-0.
  24. 24,0 24,1 Осада и сдача Ревеля в 1710 году. Beitraege zur Kunde Est.-Liv.- и. Kurlands, стр. 26—64. Архивировано 1 июль 2010 года.
  25. Ревель // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  26. Таллин // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
  27. Томберг Т. Е. Таллин, столица Эстонской ССР. Путеводитель. — 5-е изд., доп.. — Таллин: Периодика, 1985. — С. 68—69. — 96 с.
  28. В Таллинне вспоминают жертв мартовских бомбардировок 1944-го. Архивировано 27 сентябрь 2013 года.
  29. Сайт Народного фронта Эстонии. Архивировано 30 декабрь 2008 года. 2008 йыл 30 декабрь архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]