Данишмәндлеләр

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Данишмәндлеләр

1071 — 1178
Данишмәндлеләрҙең күршеләре. 1097 йыл

Данишмәндлеләр (төр. Danişmendliler) — Манцикерт янындағы алыштан (1097 йылда һуңыраҡ түгел) һуң Данишмәнд Ғәзи нигеҙ һалған һәм сәлжүктәр 1176 йылда юҡ иткән Көнсығыш Анатолия династияһы. 1134 йылда бағдад хәлифәһе әл-Мустаршид данишмәндлеләргә мәлик титулын биргән.

Сығышы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Династияның этник сығышы билдәһеҙ.

  • Данишмәндлеләр сығышы менән әрмәндәрҙән булған тигән фараз бар. был фаразды Эдесса Матвейы әйткән һәм һуңғараҡ Никита Хониат (улар Аршакидтарҙан килеп сыҡҡан тип иҫәпләгән) һәм Бөйөк Вардан[1] ҡабатлаған. В. Гордлевскийһүҙҙәренсә, Эдесса Матвейы «данишмәндлеләрҙең христиандарға тартылғанын» яҡын күргәнлеге был фаразды барлыҡҡа килтергән[2]. П. Виттек был фараз буйынса шик белдерә, ул, Данишмәндлеләрҙең «әрмән сығышы булыуы уйҙырма» ти [3]. К. Каэн был уңайҙан: «Ҡайһы бер әрмән авторҙары, әлбиттә, уның фарсы-әрмән йәки хатта Аршакид вариҫы булыуын теләгән. <…> Төрөкмәндәр, шундай тел һәм ғөрөф-ғәҙәттәр айырмалыҡтары була тороп, сит ырыу кешеһен, үҙ башлығы итеп һайлауы, улай ғына ла түгел, үҙ халҡын кәүҙәләндергән герой итеүе ысынбарлыҡҡа тап килмәй», — тип яҙҙы[4].
  • А. Мордтманн[de] һәм Гордлевский, В. Данишмәнд династияһына нигеҙ һалыусы ғәрәп һәм сәйет Ғәзи Баттал (Battal Gazi) [2][5]вариҫы тип һанай.
  • Өсөнсө ҡараш буйынса, Данишмәнд төрөк булған. Көнбайыш сығанаҡтар ҙа быны раҫлай[6]: Альберт Аахенский уны төрөктәр: "ecce Turci Donimanus, Solymanus, Carageth, Brodoan de Alippa[7]. Гийом Тирский уны «Данишмәнд исемле ҡеүәтле төрөк сатрабы» тип атай[8]. Ғалимдар ҙа был ҡарашты хуплай: Ф. Успенский, «династияға нигеҙ һалыусы тип, төрөк йәки төркмән сығышлы ғалим һанала», тип яҙған[9].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1064 йылда солтан Алып Арыҫланға яҡын торған әмирҙәре араһынан сыҡҡан Ғәзи Данишмәнд династияға нигеҙ һалған. 1071 йылда Данишмәнд Ғәзи Манцикерт янындағы алышта ҡатнашҡан, ә һуңғараҡ Сивасты яулаған. Ул Анатолияла тәүге төркмән кенәзлектәренең береһенә нигеҙ һалған[10].

Данишмәнд Ғәзи үҙенең исемен фарсы телендә «ғалим» тигәнде аңлатҡан dānishmand һүҙенән алған[11].

Данышмен Ғәзи үлгәндән һуң, 1085 йылда уны улы Гөмөштекин алмаштыра. Уның идараһы аҫтында династия көслөрәккә әйләнә[10]. Ул 1086 йылда солтан Сөләймән вафатынан һуң (1086), бойондороҡһоҙлоҡ алыу йәһәтенән, сәлжүктәрҙең көрәшен ҡулланған. Тәүге баш ҡала, моғайын, Амасья булғандыр[11]. Гөмөштекин анатолий һәм сүриә сәлжүктәре араһындағы көрәш менән файҙаланып, биләмәләрен киңәйткән[10].

Гөмөштекин солтан Ҡылыс-Арыҫландыңдың Византия һәм тәре йөрөтөүселәр менән һуғыштарында союздашы була. 1097 йылдың майында Никеяны тәре йөрөтөүселәр ҡамағанда, анатолий солтаны Ҡылыс-Арыҫлан Гөмөштекин дә дәғүә иткән Малатьяны ҡамаған. Ҡылыс-Арыҫлан, ҡамауҙы алып, Никекаға йүнәлде, һәм уны ла ҡулынан ысҡындырған[10].

Беренсе тәре походында тәре йөрөтөүселәргә тәүге ҡаршы сығыусы була[11].

1097 йылдың 30 июнендә Дорилей янында Гөмөштекин һәм Кайсери әмире Хәсән Ҡылыс-Арыҫлан менән бергә тәре йөрөтөүселәргә ҡаршы һуғышҡан. Улар сигенергә мәжбүр булған. Тәре йөрөтөүселәр менән көрәшкәндән һуң, төп маҡсаты Малатьяны алыу булған Гөмөштекин ҡаланы ҡамай[10].

Боэмунд Данишмәндкә ҡаршы походҡа (1100 йыл) сығырға уйлай, ләкин Мелитенала (Малатье) тар-мар ителә һәм әсирлеккә алына. Тәре йөрөтөүселәрҙең Боэмундты азат итергә теләүе аяныслы тамамлана — Ҡылыс-Арыҫлан, Мәлик Ғәзи һәм Ридвандың берләшкән ғәскәрҙәре уларҙы Синоп янында ҡыйрата.[11]

Ул Боэмунданы тар-мар иткән һәм, 1100 йылдың июлендә уны төрмәгә япҡан. Ләкин Эдесса графы Бодуэн I яҡынлашҡас, ул ҡамауҙы алып Сивасҡа сигенгән[11][10].

Боэмунд Мәлик Ғәзиҙе Византия императоры менән союздан баш тартырға өндәгән һәм, христиан кенәздәренең ярҙамын вәғәҙә итеп, сәлжүктәрҙән үс алырға ҡотортҡан[11].

Сәлжүктәрҙең баш ҡалаһы Конья ҡамалған һәм Мәлик Ғәзи тарафынан яуланған (1101—2002 йй.)[11].


Яңы Тәре походы 1101 йылда лангобардтар, француздар һәм немецтар ҡатнашлығында ойошторолған. Лангобардтар Константинополгә килгәс, Гөмөштекин Боэмундты әсирлеккә алғанлығын белеп ҡалған, һәм улар уны әсирлектән ҡотҡарыу өсөн саралар күргән. 1101 йылдың 3 июнендә улар Измиттан алыҫ булмаған Циветоттан ҡуҙғала һәм, Анатолий сәлжүктәре идара иткән Анкараны баҫып алғандан һуң, Амасья менән Никсарға юлланыр өсөн Чанҡыры яғына йүнәлә, әммә августа Гөмөштекин, Ҡылыс-Арыҫлан, Алеппо мәлиге Рыдван һәм 20 мең ғәскәре менән харран әмире Караж етәкселегендә Мерзифон янында уларҙы тар-мар иткән[10].

Гөмөштекин Ғәзи һәм Ҡылыс-Арыҫлан тәре йөрөтөүселәрҙең икенсе армияһы был еңеүҙән һуң Анатолийға килеүе һәм Конья йүнәлешендә хәрәкәт итеүе тураһында хәбәрҙар була. Төркиәнең бөтә ғәскәрҙәре менән ҡалҡыулыҡтар һәм тигеҙлектәр аша үткән юлдарҙан барып, улар был ғәскәрҙе Коньяға етмәҫ элек ҡыуып еткән һәм ныҡ итеп туҡмаған. Тәре йөрөтөүселәр Коньяға барып еткән һәм ҡаланы ҡамаған, ләкин һөҙөмтәһеҙ Эреглиға йүнәлгән. Әммә ныҡ һыуһаған армия Конья эргәһендә берләшкән төрөк көстәренең һөжүменә дусар булып, Антиохияға саҡ барып етә алған. Шул уҡ йылда Ҡылыс-Арыҫлан, Гөмөштекин Ғәзи, Караж һәм башҡа төрөк юлбашсылары Эрегли эргәһендә тәре йөрөтөүселәрҙең өсөнсө армияһын тар-мар иткән[10].

Тәре йөрөтөүселәрҙе еңгәндән һуң, Гөмөштекин яңынан Малатьяны ҡамаған. Әрмән сығышлы Малатья хакимы Гавриилдың ҡала халҡына ҡарата аяуһыҙ мөнәсәбәте һәм айырыуса Ассирия аҡһөйәктәренең үлтерелеүе ҡамау арҡаһында аслыҡтан зыян күргән кешеләрҙең асыуын килтергән. 1102 йылдың 18 сентябрендә Сүриә һалдаттары ҡапҡаны асып, Гөмөштекинға ҡаланы тапшырған. Гөмөштекин халыҡҡа аҙыҡ-түлек ярҙамы күрһәткән, фермерҙарға орлоҡ һәм үгеҙҙәр таратҡан, Малатьяның тыныслығын һәм хәүефһеҙлеген тәьмин иткән. Әммә Боэмунд менән уның ике туған ағаһы Ричард де Салерно әсирлеккә алынғандан һуң, тәре йөрөтөүселәргә ҡаршы бергә һуғышҡан булған ваҡиғалар Гөмөштекин һәм Ҡылыс-Арыҫланды күҙегештергән[10].


Кампанияны дауам итеп, ул көньяҡҡа юл тота һәм 1103 йылда Малатияны баҫып ала. Уның христиандар менән һуғышы өсөн хәлифә Әбү Мансур әл-Мустаршид Данышмәндлеләргә мәлик - «батша» тигән титул биргән.

Мәлик Ғәзи (Әхмәт) үҙен тәңкәләрҙә (грекса) «Романен менән Анатолийҙы яулап алыусы» тип атаған ҡеүәтле батша була; ләкин уның урынына ҡалған мәлик Ғәзи Мөхәмәт «бөйөк әмир» титулы менән ҡәнәғәтләнергә тейеш була.[11]

Михаил Сүриәле һөйләүенсә, Бағдад хәлифе лә, Хөрәсән солтаны ла, йәғни Бөйөк Сәлжүкиҙәр, уға ҡара байраҡ, Ғәббәсиҙәр хәлифәлегенең сюзеренлыҡ эмблемаһы, солтан алдында һуҡҡан һымаҡ, уның алдында барабан ҡағып, хакимлыҡҡа тәғәйенләүҙе символлаштырған алтын скипетр ҙа бирелгән[11].

Тәүҙә Данишмәндлеләр власы Төньяҡ Анатолияның Токат, Амасья һәм Сивас ҡалалары тирәһендәге районда тарала[12]. Быуат уртаһында улар Никсарҙа нығынған[11].

Тәүҙә Сивас тирәләй ерҙәрҙә тупланған Данишмәндлеләр, һуңынан Токат, Эльбистан һәм Неокесарияны яулай; артабан уларҙың ер биләмәләре көнбайышҡа - Анкараға һәм Кастамонға, һәм көньяҡҡа Малатьяға тиклем һуҙыла. XII быуат башында Данишмәндлеләр Рум солтанатының конкуренттары була, шулай уҡ тәре йөрөтөүселәргә ҡаршы көрәшә[12].

Әмирғәзи Гөмөштегин Рум Сәлжүкиҙәре араһындағы тәхет мираҫы тураһындағы бәхәскә ҡыҫыла, Киликияла әрмәндәр менән һәм Эдесса графлығы француздары менән һуғыша, ә 1127 йылда Кайсери менән Анкараны ала[12].

1130 йылда Антиохиялы Боэмунд II Әрмәнстан Киликияһына ярҙам итергә маташа, ләкин Данишмәнд улы Гөмөштекин менән һуғыш барышында үлтерелә. Гөмөштекин 1134 йылда вафат булған, ә уның улы һәм вариҫы Мөхәммәт атаһының һәм олатаһының хәрби рухына эйә булмаған.

Файл:Данишмәндлеләр. Раздел.svg

Мөхәммәт 1142 йылда үлгәндән һуң, Данишмәндлеләрҙең биләмәләре уның ике ҡустыһы - «мәлик» титулын һаҡлап ҡалған Сивастан хакимлыҡ итеүсе Яғыбасан менән Маатьяла идара иткән Айн әд-Дин араһында бүленә.

1155 йылда сәлжүк солтаны Ҡылыс-Арыҫлан II Мәлек Яғыбасанға һөжүм иткән, һәм уныһы Мосул әмирҙәре Зенгидтарға ярҙам һорап мөрәжәғәт иткән. Ләкин 1174 йылда Ҡылыс-Арыҫлан II Сивасҡа һөжүм итә.

Яғыбасан үҙен Сиваста әмир тип иғлан итә, уның ҡустыһы, Айн әд-дин, Эльбистан менән Малатья биләмәһенә инә, ә Зу-н-Нун Кайсериҙы баҫып ала. Шулай итеп, күпмелер ваҡыт Данишмәндлеләрҙең бер-береһенә көнәркәш өс тармағы йәшәгән. Яғыбасан вафат булғандан һуң, Сивас тармағы эшенә бер нисә тапҡыр сәлжүки Ҡылыс-Арыҫлан II ҡыҫыла; 1174 йылда ул Зу-н-Нунды туҡмай, уның биләмәләрен ҡулына алған.

Данишмәндлеләр нәҫеле, Яғыбасан тоҡомдары, солтан Ғиясетдин Кей-Хөсрәү І-гә туғанының улы Ҡылыс-Арыҫлан III эйә булған тәхеткә ултырырға ярҙам иткән. Буйһоноусы вассалдарының ҡаҙаныштарын баһалап, солтан ағалы-ҡустылыны йомарт бүләкләй. «Данишмәндлеләр өлкәһе»н улына, Алаетдингә, биргән, әммә Мозафаретдин Мәхмүткә боронғо уделды - Никсар менән Койлухисарҙы бүләк иткән. Мозафаретдин Кайсериға ҡайта алған: солтан 602 йылда тәхеткә ултырғанда, ул унда мәсет төҙөй, Заһиретдин 1 перванэ вазифаһы бирелә[11].

Үҙенең тәхеткә ныҡлап эйә булғанын белгәс, Кей-Хөсрәүҙең улы Солтан Изетдин Кей-Кавус I Кесе Азияны яулап алыу тарихыняҙырға заказ бирә, һәм сәркәтибе Ибн-Ала ҡаурыйы Данишмәндлеләр династияһына данлаған гимн ижад иткән.[11]

Был ваҡытта Малатьяла Зөлҡәрнәйҙең өс улы араһында ыҙғыш-талаш барған. Һуңғы хаким Насретдин Мөхәммәт Ҡылыс-Арыҫлан II-нең вассалы сифатында идара иткән, һуңынан 1178 йылда Малатьяла власҡа Ҡылыс-Арыҫлан II үҙе эйә булған. Тарихсы Ибн Биби әйтеүенсә, иҫән ҡалған Данишмәнделәр Сәлжүкиҙәргә хеҙмәткә күскән[12].

Данишмәндлеләр дәүләте хакимдары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Э. Босуортҡа ярашлы[12]:

Сиваста: Малатьяла:
Данишмәнд Ғәзи (1097—1104 йй. тәүге тапҡыр телгә алынған)
Ғәзи Гөмөштекин (1104—1134), Данишмәнд Ғәзи улы
Мөхәммәт (1134—1142), Ғәзи Гөмөштекин улы
Имадетдин Зу’л-Нун (1142), Мөхәммәттең улы Айн ад-Дин (1142—1152), Ғәзи Гөмөштекин улы
Низаметдин Яғыбасан (1142—1164), Мөхәммәттең улы Зөлҡәрнәйн (1152—1162), Ғәзи Гөмөштекин улы
Мөжаһит Жамал ад-Дин Ғәзи (1164—1166), Яғыбасан улы Насретдин Мөхәммәт (1162—1170), Зөлҡәрнәйн улы
Шәмсетдин Ибраһим (1166), Мөхәммәт улы Фәхретдин Ҡасим (Мийафарикинда; 1170—1172), Зөлҡәрнәйн улы
Шәмсетдин Исмаил (1166—1168), Ибраһим улы Афридун (1172—1175), Зөлҡәрнәйн улы
Зу’л-Нун (икенсе тапҡыр, Насретдин титулы менән; 1168—1174) Насретдин Мөхәммәт (икенсе тапҡыр; 1175—1178), Зөлҡәрнәйн улы
 
 
 
 
 
 
Данишмәнд Ғәзи
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
Ғәзи Гөмөштекин
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
Мөхәммәт
 
Айн ад-Дин
 
Зөлҡәрнәйн
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
Низаметдин ЯғыбасанЗу'л-НунИбраһимМөхәммәтҠасимАфридун
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
Мөжәһит
 
Исмаил
 
 


С. Солмазға ярашлы[13]:

В Сивасе В Малатье
Данышменд Гази 464 (1071)[10][13]
Гази Гюмюштекин 477 (1085)[10][13]
Эмир Гази (Мелик Гази) 497 (1104)[10][13]
Мелик Мохаммед 528 (1134)[10][13]
Зюннун (первое правление) 537 (1143)[10][13]
Ягы-Басан 537 (1143)[10][13] Айнюддевле (Айнюддин) 537 (1143)[10][13]
Измаил 560 (1164)[10][13] Зуль-Карнайн 547 (1152)[10][13]
Джемаледдин Гази 560 (1164)[10][13] Насируддин Мухаммад (первое правление) 555 (1160)[10] или 557 (1162)[10][13]
Шемседдин Ибрахим б. Мохаммед 562 (1166)[10][13] Касым 565 (1170)[10][13]
Семседдин Исмаил 562 (1166)[10][13] Афридун 567 (1171)[10][13]
Зюннун (второе правление) 567-570 (1172—1175)[10][13] Насируддин Мухаммад (второе правление) 570-573 (1175—1178)[10][13]
 
 
 
 
 
 
Данышменд Гази
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
Гази Гюмюштекин
 
 
 
 
 
 
 
 
 
Эмир Гази
(Мелек Гази)
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
Мухаммад
 
Айнеддин
 
Зулькарнайн
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
Ягы-басанЗуннунИбрагимМухаммедКасымАфридун
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
 
Джемаледдин ГазиИзмаил
 
 
 
 
 
 
 
 
 
Музафферуддин Махмуд
 
 
 
 
 
 
 
Захиреддин
 
 
 
 
 
 
 
Бедреддин Юсуф
 


Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Albert of Aix. HISTORIA HIEROSOLYMITANAE EXPEDITIONIS. THE LATIN LIBRARY. thelatinlibrary.com. Дата обращения: 29 май 2020.
  • William of Tyre. A History of Deeds Done Beyond the Sea. — 1943. — Vol. 1.
  • Босворт К. Э. Мусульманские династии. Справочник по хронологии и генеалогии = The Islamic Dynasties. A Cronological and Genealogical Handbook / Пер. с англ. П. А. Грязневича, отв. редактор И. П. Петрушевский. — М.: Наука, ГРВЛ, 1971. — С. 181—182.
  • Гордлевский В. А. Государство Сельджукидов Малой Азии / Ответственный редактор И. Ю. Крачковский. — М.; Л.: Издательство Академии наук СССР, 1941. — Т. XXXIX. — (Труды Института востоковедения Академии наук СССР).
  • Каэн К. Турция до османских султанов. Империя великих сельджуков, тюркское государство и правление монголов. 1071–1330. — Центрполиграф, 2021. — 501 с.
  • Смирнов В. Мнимый турецкий султан именуемый у европейских писателей XVI в. Calepinus Cyriscelebes // Записки Восточного Отделения Императорского Русского Археологического Общества. — СПб.: Типография Императорской Академии Наук, 1908. — Т. 18. — С. 1—71.
  • Успенский Ф. И. Мелик Гази и Дзул-Нун Данишмeнды // Записки Одесского общества истории и древностей. — 1879. — Т. 9. — С. 229—268.
  • Lane-Poole St. Danishmandids // The Mohammedan Dynasties: Chronological and Genealogical Tables with Historical Introductions. — A. Constable and company, 1894. — P. 156.
  • Bayram M. Danişmend Oğulları’nın Dinî ve Millî Siyaseti // Türkiyat Araştırmaları Dergisi. — P. 131—147.
  • Kesik M. Zünnun ذوالنون (төр.) // Islam Ansiklopedisi. — 2019. — Vol. EK-2. — P. 694—696.
  • Mélikoff Irène. La geste de Melik Dānişmend: étude critique du Dānişmendnāme. — Dépositaire: A. Maisonneuve, 1960. — 382 с.
  • Mélikoff I. Danishmendids // Encyclopaedia of Islam, Second Edition / Edited by: P. Bearman, Th. Bianquis, C.E. Bosworth, E. van Donzel, W.P. Heinrichs.. — Leiden: BRILL. — Vol. II. — P. 110—111.
  • Mordtmann A. D. Die Dynastie der Danischmende // Zeitschrift der Deutschen Morgenländischen Gesellschaft. — 1876. — В. 3. — Т. 30. — С. 467–486. — ISSN 0341-0137.
  • Özaydın A. Dânişmend Gazi // Islam Ansiklopedisi. — 1993. — Vol. 8. — P. 467—469.
  • Özaydın A. Dânişmendliler // Islam Ansiklopedisi. — 1993. — Vol. 8. — P. 469—474.
  • Ocak A. Y. Danişmendnâme دانشمندنامه // Islam Ansiklopedisi. — 1993. — Vol. 8. — P. 478—480.
  • Solmaz S. Danişmendliler // Türkler. — Ankara: Yeni Türkiye, 2002. — Vol. 6. — S. 430—451. — ISBN 975-6782-33-1.
  • Wittek P. Rise of the Ottoman Empire. — Routledge, 2013. — P. 48.
  • Yazici T. Dānešmand // Encyclopaedia Iranica. — Vol. VI, Fasc. 6. — P. 654—655.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]