Эстәлеккә күсергә

Джеймс Кэгни

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Джеймс Кэгни
James Cagney
1939 йылдарҙағы студия фотографияһы
1939 йылдарҙағы студия фотографияһы
Исеме

Джеймс Фрэнсис Кэгни кесе

Тыуған көнө

17 июль 1899({{padleft:1899|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:17|2|0}})[1][2][3][…]

Тыуған урыны

Манхэттен, Нью-Йорк, АҠШ

Вафат көнө

30 март 1986({{padleft:1986|4|0}}-{{padleft:3|2|0}}-{{padleft:30|2|0}})[1][4][2][…] (86 йәш)

Вафат урыны

Нью-Йорк, АҠШ

Һөнәре

актёр

Карьераһы

1919—1984

Наградалары
Президент Азатлыҡ миҙалы
Президент Азатлыҡ миҙалы
«Оскар» (1943)
IMDb

ID 0000010

 Джеймс Кэгни Викимилектә

Джеймс Фрэнсис Кэгни кесе (ингл. James Francis Cagney, Jr.; 17 июль 1899 йыл — 30 март 1986 йыл) — классик Голливудтың иң талап ителгән актёрҙарының береһе, 1943 йылда иң яҡшы ирҙәр роле өсөн «Оскар»ға лайыҡ була. ХХ быуат һөҙөмтәләре буйынса Америка кино сәнғәте институты уны Голливуд тарихындағы ун бөйөк актёр исемлегенә индерә. Һәм нәҡ ошо учреждение 1974 йылда үҙ тарихында беренсе тапҡыр уға кино сәнғәтенә индергән өлөшө өсөн премия тәғәйенләй.

Буласаҡ актёр Манхеттендағы Түбәнге Ист — Сайд округында иранлы атанан һәм норвегиялы әсәнән тыуған бала. Йәш саҡта официант булып хеҙмәт итә, хорҙа йырлай, ревюла ҡатын — ҡыҙ ролдәрен башҡара. 1920 йылдар уртаһында ҡатыны менән водевилдәрҙә уйнай. Уға башта Бродвейҙа, һуңынан Голливудта иғтибар итәләр.

1931 йылда Кэгни Warner Bros студияһы менән контракт төҙә һәм «хыялдар фабрикаһын» яулау өсөн Нью—Йоркты ташлап сығып китә. Уның кинола бишенсе роле "Йәмғиәт дошман"ындағы (1931) йәлләү белмәгән гангстер була — Кэгниның үҙенән һәм уның партнеры Джин Харлоуҙан йондоҙҙар яһаған фильм.

Классик Голливудта Кэгни ҙур уңыш менән «насар егет» типажын сағылдыра ала. Уның ҡарлыҡҡаныраҡ, яңғырап торған тауышы шартлаулы темпераментының бөтмәҫ — төкәнмәс запасын күрһәтеп тора. Ғүмере буйы ул ошо типаж менән айҡаша. Уның актёрлыҡ диапазоны Шекспирҙан алып (Макс Рейнхардтың «Йәйге төндәге төш») сатирик комедияларға тиклем (Билли Уайлдерҙың «Бер, ике, өс») йәйелә. Үҙенең берҙән — бер "Оскар"ын «Янки Дудл Денди» (1942) мюзиклы өсөн ала.

1957 йылдағы уңышһыҙ режиссерлыҡ тәжрибәһенән һуң Кэгни үҙенең кино өлкәһендәге сығыштарын ҡыҫҡарта башлай. 1970-се йылдарҙа ул һаулығы ҡаҡшау арҡаһында кино эшенән бөтөнләй алыҫлаша һәм мемуарҙар китабын яҙа. 1981 йылда Милош Формана саҡырыуы буйынса «Рэгтайм» фильмыңда ҙур булмаған, әммә иҫтә ҡалырлыҡ ролен башҡара.

Нью — Йорк эргәһендәге ҡасабалағы «Күк йөҙө ҡапҡалары» зыяратында актёрҙы ерләгән саҡта уның боронғо иптәше Рональд Рейган йөрәккә үтеп инерлек телмәр менән сығыш яһай. Ул уны Американың иң яҡшы актёры тип атай. Был ваҡиғаға тиклем ике йыл элек Рейган уға АҠШ-тың иң юғары гражданлыҡ наградаһын тапшырған була — Азатлыҡ Президент миҙалын.

Ҡустылары: Эдвард Кэгни, Уильям Кэгни. Һеңлеһе: актриса Джинн Кэгни. Ҡатыны: Фрэнсис Кэгни. Балалары: Джеймс Кэгни кесе һәм Кэтлин Кэгни.

Һайланған фильмографияһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Йыл Русса исеме Төп телдә исеме Роль
1931 ф Аҡыллы аҡса Smart Money Джек
1931 ф Йәмғиәт дошманы The Public Enemy Том Пауэрс
1931 ф Башҡа ирҙәрҙең ҡатындары Other Men's Women Эд «Эдди» Бейли
1932 ф Һәләкәтле леди Lady Killer Дэн Куигли
1933 ф Рампа утындағы парад Footlight Parade Честер Кент
1935 ф Йәйге төндәге төш A Midsummer Night’s Dream Основа
1938 ф Бысраҡ битле фәрештәләр Angels with Dirty Faces Рокки Салливан
1939 ф Америкала һалдат яҙмышы The Roaring Twenties Эдди Бартлетт
1941 ф Еләкле блондинка The Strawberry Blonde Т. Ф. «Бифф» Граймс
1942 ф Янки Дудл Денди Yankee Doodle Dandy Джордж М. Коэн
1947 ф Мадлен урамындағы 13 һанлы йорт 13 Rue Madeleine Robert Emmett 'Bob' Sharkey
1949 ф Ярһытыу White Heat Артур «Коуди» Джерретт
1950 ф Иртәгәге көн менән хушлаш Kiss Tomorrow Goodbye Ральф Коттер
1952 ф Дандың хаҡы ни хаҡ What Price Glory? капитан Флэгг
1955 ф Йәшерен урында Run for Cover Мэтт Доу
1955 ф Ярат мине йәки ташлап кит Love Me or Leave Me Мартин Снайдер
1955 ф Мистер Робертс Mister Roberts капитан Мортон
1961 ф Бер, ике, өс One, Two, Three К. Р. Макнамара
1981 ф Рэгтайм Ragtime комиссар Райнлендер Уолдо
  1. 1,0 1,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #118518313 // James Cagney (нем.) — 2012—2016.
  2. 2,0 2,1 James Cagney // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  3. James Cagney // RKDartists (нидерл.)
  4. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.