Эстәлеккә күсергә

Джеймс Прескотт Джоуль

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Джеймс Прескотт Джоуль
ингл. James Prescott Joule
Рәсем
Зат ир-ат[1][2]
Гражданлыҡ  Бөйөк Британия
Тыуған көнө 24 декабрь 1818({{padleft:1818|4|0}}-{{padleft:12|2|0}}-{{padleft:24|2|0}})[3][4][5][…]
Тыуған урыны Солфорд[d][6]
Вафат булған көнө 11 октябрь 1889({{padleft:1889|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:11|2|0}})[1][3][7][…] (70 йәш)
Вафат булған урыны Сейл[d], Траффорд[d], Большой Манчестер[d], Бөйөк Британия[6]
Ерләнгән урыны Бруклендс (Большой Манчестер)[d]
Ҡәбере һүрәте
Атаһы Benjamin Joule[d][8]
Әсәһе Alice Prescott[d][8]
Хәләл ефете Amelia Grimes[d]
Яҙма әҫәрҙәр теле инглизсә
Һөнәр төрө физик
Эшмәкәрлек төрө химик[d] һәм физика
Биләгән вазифаһы секретарь[d], компания президенты[d], компания президенты[d], компания президенты[d] һәм компания президенты[d]
Уҡыу йорто Манчестер университеты[d]
Кемдә уҡыған Джон Дальтон[d]
Ойошма ағзаһы Лондон король йәмғиәте[d], Америка сәнғәт һәм фәндәр академияһы[d], АҠШ фәндәр милли академияһы[d], Manchester Literary and Philosophical Society[d] һәм Турин фәндәр академияһы[d][6]
Йоғонто яһаусы Джон Дальтон[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Тасуирлау биттәре digiporta.net/index.php?…
Вики-проект Проект:Математика[d]
 Джеймс Прескотт Джоуль Викимилектә

Джеймс Пре́скотт Джо́уль (ингл. James Prescott Joule; 24 декабрь 1818 йыл11 октябрь 1889 йыл) — термодинамиканың үҫешеүенә тос өлөш индереүсе Бөйөк Британия физигы. Тәжрибәләрҙә Энергия һаҡланыу законын нигеҙләй. Электр тогының йылылыҡ тәьҫирен асыҡлаусы законды аса. Газ молекулаларының хәрәкәт итеү тиҙлеген иҫәпләй һәм уның температураға бәйле булыуын асыҡлай.

Эксперимент ярҙамында һәм теоретик яҡтан йылылыҡтың асылын өйрәнеп, уның механик эш менән бәйләнешен аса. Һөҙөмтәлә Майер менән бер үк ваҡытта тиерлек энергияның дөйөм һаҡланыу концепцияһына килә, был, үҙ сиратында, термодинамиканың беренсе законы барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә. Томсон менән бергә температураның абсолют шкалаһы өҫтөндә эшләй, магнитострикция күренешен һүрәтләй, ҡаршылығы билдәле булған үткәргес аша үтеүсе ток менән унда бүленеп сыҡҡан йылылыҡ миҡдары араһында бәйләнеште аса (Джоуль — Ленц законы). Физик эксперимент техникаһына ҙур өлөш индерә, күп үлсәү приборҙары ҡоролошон камиллаштыра.

Энергияны үлсәү берәмеге уның хөрмәтенә джоуль исемен йөрөтә.

Манчестерға яҡын Солфордтағы һыра ҡайнатыу заводының хәлле хужаһы ғаиләһендә тыуа, өйөндә белем ала, шуның өҫтөнә бер нисә йыл дауамында Дальтон элементар математика, химия һәм физика башланғыстары буйынса уның уҡытыусыһы була[9]. 1833 йылдан башлап (15 йәшенән) һыра ҡайнатыу заводында эшләй, һәм, уҡыу (16 йәшкә тиклем) һәм фән менән шөғөлләнеү менән бер рәттән, 1854 йылда предприятие һатылғанға тиклем уның менән идара итеүҙә ҡатнаша[10].

Һыра ҡайнатыу заводында пар машиналарын электр машиналарына алмаштырыу мөмкинлеге менән ҡыҙыҡһынып, тәүге эксперименталь тикшеренеүҙәрен 1837 йылда уҡ башлай. 1838 йылда үҙенең уҡытыусыларының береһе, электр двигателен уйлап табыусы Стёрджендың яҡын дуҫы булған Дэвистың (ингл. John Davies) тәҡдиме буйынса, Стёрджен тарафынан бер йыл элек ойошторолған Annals of Electricity исемле фәнни журналда электр буйынса тәүге хеҙмәтен баҫтыра, хеҙмәте электромагнит двигателе төҙөлөшөнә арналған була. 1840 йылда ферромагнетиктарҙың магнитланыуы ваҡытында магнит туйыныуы эффектын аса[9], һәм 1840—1845 йылдар дауамында электромагнит күренештәрен эксперимент ярҙамында өйрәнә.

Электр тогын үлсәүҙең яҡшыраҡ ысулдарын эҙләп, Джеймс Джоуль 1841 йылда уның исеме менән аталған, ток көсө һәм был ток үткәргестә бүленеп сыҡҡан йылылыҡ миҡдары араһында квадрат бәйләнеште булдырған законды аса (урыҫ әҙәбиәтендә Джоуль — Ленц законы булараҡ билдәле, сөнки 1842 йылда Джеймс Джоулгә бәйһеҙ рәүештә был закон урыҫ физигы Ленц тарафынан асыла). Лондондың король йәмғиәте тарафынан асыш баһаланмай, һәм хеҙмәтен тик ваҡытлы матбуғатта Манчестер әҙәбиәт һәм философия йәмғиәтенең (ингл. Manchester Literary and Philosophical Society)[9] журналында баҫтырып сығарыуға өлгәшә.

1840 йылда Стёрджен Манчестерға күсеп килә һәм практик белемдәр галереяһын (ингл. Royal Victoria Gallery for the Encouragement of Practical Science) — коммерция күргәҙмә-белем биреү учреждениеһын етәкләй, 1841 йылда унда Джоулды беренсе лектор итеп саҡыра.

1840-сы йылдар башындағы хеҙмәттәрендә электромагнит двигателдәрҙең экономик яҡтан маҡсатҡа ярашлы булыу мәсьәләһен тикшерә, башта уйлауынса, электромагниттар сикһеҙ миҡдарҙағы механик эш сығанағы була алалар тип ышана, әммә тиҙҙән, практик күҙлектән сығып ҡарағанда, ул осорҙағы пар машиналары файҙалыраҡ икәненә ышана[11], 1841 йылда баҫылып сыҡҡан хеҙмәтендә, «идеаль» электромагнит двигателдең 1 фунт цинктан (аккумуляторҙарҙа ҡулланылған) алған файҙаһы 1 фунт күмер яҡҡан пар машинаһы килтергән файҙаның бары 20 %-ын тәшкил итә тигән һығымта яһай, шул уҡ ваҡытта үҙенең ҡәнәғәтһеҙлеген йәшермәй[12].

1842 йылда, есемдең магнитланғанлыҡ торошо үҙгәргәндә уның үлсәмдәренең һәм күләменең үҙгәреүенән ғибәрәт булған магнитострикция күренешен аса һәм һүрәтләй. 1843 йылда үткәргестәрҙә йылылыҡ бүленеп сығыуын тикшереү буйынса хеҙмәтенең һығымтаһын әйтеп бирә һәм баҫтырып сығара, атап әйткәндә, эксперимент ярҙамында бүленеп сыҡҡан йылылыҡ бер нисек тә тирә-йүндән алынмай икәнен күрһәтә, был теплород теорияһын ҡырҡа юҡҡа сығара. Шул уҡ йылда йылылыҡ бүленеп сығыуға килтергән төрлө көстәр араһында һан яғынан нисбәт проблемаһы менән ҡыҙыҡһына, һәм, алдан Майер әйткән (1842) эш һәм йылылыҡ миҡдары араһында билдәле бер бәйләнеш бар тигән ышанысҡа килә, был дәүмәлдәр араһындағы һан нисбәтен — йылылыҡтың механик эквивалентын эҙләй. 1843—1850 йылдар дауамында эксперименттар серияһы үткәрә, эксперименталь техниканы камиллаштыра барып, һәр ваҡыт энергия һаҡланыу принцибын һан яғынан һөҙөмтәләре менән раҫлай[⇨].

1844 йылда Джоулдәр ғаиләһе Уэлли-Рэйдж (ингл. Whalley Range)да яңы өйгә күсә, унда Джеймс өсөн уңайлы лаборатория йыһазландырылған була[12]. 1847 йылда Амелия Граймсҡа өйләнә, тиҙҙән уларҙың ҡыҙы һәм улы тыуа, 1854 йылда Амелия Джоуль вафат була[12].

1847 йылда Томсон менән таныша, ул Джоулдың эксперименталь техникаһына ҙур баһа бирә, һәм уның менән аҙаҡ емешле хеҙмәттәшлек итә, Томсондың молекуляр-кинетик теория мәсьәләләренә ҡарашы күп яҡтан Джоуль йоғонтоһо аҫтында формалаша[13]. Тәүге уртаҡ хеҙмәттәрендә үк Томсон һәм Джоуль термодинамик температура шкалаһы булдыралар.

1848 йылда баҫым артҡанда йылылыҡ эффектын аңлатыу өсөн газдың, һауыт сите менән бәрелешеүе баҫым барлыҡҡа килтергән, микроскопик тығыҙ шарҙарҙан торған моделен тәҡдим итә, водородтың «тығыҙ шарҙарының» тиҙлеге яҡынса 1850 м/c тип баһалай. Клаузиустың тәҡдиме буйынса был хеҙмәт «Философские труды Королевского общества» баҫмаһында баҫылып сыға, һәм, аҙаҡ унда мөһим етешһеҙлек булыуы асыҡланһа ла[14], ул термодинамиканың нығыныуына һиҙелерлек йоғонто яһай, атап әйткәндә, идея яғынан Ван-дер-Ваальстың 1870-се йылдар башындағы реаль газдың моделен эшләү буйынса хеҙмәте менән яҡын тора.

1840-сы йылдар башында Джоулдың хеҙмәттәре ғилми йәмғиәттә дөйөм танылыу яулай, һәм 1850 йылда ул Лондондың король йәмғиәтенең мөхбир ағзаһы итеп һайлана[13].

1851 йылдағы хеҙмәттәрендә, үҙенең йылылыҡты тығыҙ киҫәксәләрҙең хәрәкәте итеп күҙаллаусы теоретик моделдәрен камиллаштырып, ҡайһы бер газдарҙың йылылыҡ һыйҙырышлылығын теоретик етерлек дәрәжәлә теүәл иҫәпләй[15]. 1852 йылда Томсон менән берлектәге хеҙмәттәре серияһында, Джоуль — Томсон эффекты булараҡ билдәле булған, адиабатик дросселирование ваҡытында газдың температураһы үҙгәреү эффектын аса, үлсәй һәм һүрәтләй, был асыш аҙаҡ үтә түбән температура алыуҙың төп ысулдарының береһенә әйләнә һәм шуның менән түбән температуралар физикаһының тәбиғәт фәндәренең айырым тармағы булараҡ барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итә.

1850-се йылдарҙа электрҙы үлсәүҙе камиллаштырыу тураһында мәҡәләләрҙең ҙур серияһын баҫтыра, юғары аныҡлыҡ менән үлсәүҙе тәьмин итеүсе вольтметрҙарҙың, гальванометрҙарҙың, амперметрҙарҙың ҡоролошон тәҡдим итә; дөйөм алғанда бөтә фәнни практикаһы дауамында Джоуль юғары нәтижәләргә өлгәшергә мөмкинлек биргән эксперименталь техникаға ҙур иғтибар бүлә.

1859 йылда, деформация ваҡытында йылылыҡ эффектын үлсәп, ҡаты мәтдәләрҙең термодинамик үҙсәнлектәрен өйрәнә, һәм каучуктың башҡа материалдар менән сағыштырғанда стандарт булмаған үҙсәнлектәрен билдәләй[12].

1860-сы йылдарҙа тәбиғәт күренештәре менән ҡыҙыҡһына, атмосфера йәшене, сағымдар, метеориттар тәбиғәтенең ихтимал булған аңлатмаларын тәҡдим итә.

1867 йылда Джоуль Томсон тәҡдим иткән схема буйынса Британия фәнни ассоциацияһы өсөн йылылыҡтың механик эквиваленты эталонын үлсәү эштәрен башҡара, ләкин саф механик тәжрибәләрҙән алынған ҡиммәттәрҙән айырмалы һөҙөмтәләр ала, әммә механик эксперименттарҙың шарттарын аныҡлау Джоулдың үлсәүҙәренең дөрөҫлөгөн раҫлай һәм 1878 йылда ҡаршылыҡ эталоны ҡайтанан ҡарала[14].

Эшмәкәрлегенең башланғыс этаптарында Джоуль тик үҙенең аҡсаһына эксперименттар ҡуя һәм тикшеренеүҙәр менән шөғөлләнә, әммә 1854 йылда һыра ҡайнатыу заводын һатҡас материаль хәле насарая башлай, һәм төрлө фәнни ойошмаларҙың финанслауы менән файҙаланырға тура килә, ә 1878 йылда дәүләт пенсияһы тәғәйенләнә[14]. Бала саҡтан умыртҡа һөйәге ауырыуы менән яфалана, ә 1870-се йылдар башынан һаулығы насар булыу сәбәпле эшләй алмай. 1889 йылда вафат була.

Йылылыҡтың механик эквиваленты

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Джоулдың йылылыҡтың механик эквивалентын үлсәү өсөн ҡулайламаһы (1847). Уң яҡта урынлашҡан йөк һыуға батырылған ҡалаҡтарҙы өйрөлөргә мәжбүр итә, һөҙөмтәлә һыу йылына.

1843 йылдан башлап Джоуль энергия һаҡланыу принцибын раҫлаусы дәлил эҙләй һәм йылылыҡтың механик эквивалентын иҫәпләргә тырыша. Беренсе тәжрибәләрендә электромагнит яланында өйрөлөүсе тимер үҙәкле соленоид батырылған шыйыҡлыҡтың йылыныуын үлсәй,үлсәүҙәрҙе электромагнит урамаһы тоташҡан һәм өҙөлгән осраҡтар өсөн башҡара, аҙаҡ экспериментты камиллаштыра, ҡул менән өйрөлтөүҙе бөтөрә һәм электромагнитты батырылған йөк менән хәрәкәткә килтерә. Үлсәүҙәр һөҙөмтәһендә нисбәт әйтеп бирә[16][17]:

1 фунт һыуҙы 1 Фаренгейт буйынса градусҡа йылыта алған йылылыҡ миҡдары, 838 фунтты 1 фут вертикаль бейеклеккә күтәрә алған механик көскә тигеҙ йәки уға әүерелдерелә ала

Эксперименттар һөҙөмтәһен 1843 йылда «О тепловом эффекте магнитоэлектричества и механическом значении тепла» мәҡәләһендә баҫтырып сығара[18]. 1844 йылда ҡатмарлы кристаллик есемдәрҙең йылылыҡ һыйҙырышлылығы законының беренсе вариантын әйтеп бирә, ул Джоуль — Копп законы булараҡ билдәле (Копп 1864 йылда закондың аныҡ формулировкаһын бирә һәм һуңғы эксперименталь раҫлау килтерә).

Артабан, 1844 йылдағы тәжрибәһендә, шыйыҡлыҡты тар көпшә аша ҡыҫҡанда йылылыҡ бүленеүен үлсәй, 1845 йылда — газды ҡыҫҡанда йылылыҡты үлсәй, ә 1847 йылдағы тәжрибәһендә болғауысты щыйыҡлыҡта өйрөлтөү өсөн сарыф ителгән көстө ышҡылыу һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән йылылыҡ менән сағыштыра[9].

1847—1850 йылдарҙағы хеҙмәттәрендә йылылыҡтың тағы ла теүәлерәк механик эквивалентын бирә. Ул ағас эскәмйәгә урынлаштырылған металл калориметр ҡуллана. Калориметр эсендә ҡалаҡтар беркетелгән күсәр урынлашҡан була. Калориметрҙың ҡабырғалағы стенаһында һыуҙың хәрәкәтенә ҡамасаулаусы, ләкин ҡалаҡтарға теймәгән пластинкалар рәте урынлаша. Күсәргә калориметр тышында йөк беркетелгән ике осо һалынып торған еп уралған була. Эксперименттарҙа күсәр өйрөлгәндә ышҡылыу һөҙөмтәһендә бүленеп сыҡҡан йылылыҡ миҡдары үлсәнә. Был йылылыҡ миҡдары йөктәрҙең торошо үҙгәреү һәм уларға тәьҫир итеүсе көс менән сағыштырыла.

Джоулдың эксперименттарында алынған йылылыҡтың механик эквиваленты ҡиммәттәренең эволюцияһы(в футо-фунттарҙа йәки футо-фунт-көстәрҙә):

  • 838 (4,51 Дж/кал), 1843;
  • 770 (4,14 Дж/кал), 1844;
  • 823 (4,43 Дж/кал), 1845
  • 819 (4,41 Дж/кал), 1847
  • 772,692 (4,159 Дж/кал), 1850.

Һуңғы баһа үлсәүҙәрҙең XX быуатта тормошҡа ашырылған юғары теүәллектәге ҡиммәттәренә яҡын.

Энергия һаҡланыу законын асыуҙа приоритет өсөн көрәш

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1840-сы йылдарҙың икенсе яртыһында fr (Ҡалып:Lang-Comptes rendus hebdomadaires des séances de l'Académie des sciences) биттәрендә Джоуль һәм Майер араһында термодинамик системалар өсөн энергия һаҡланыу законын асыуҙа беренселек тураһында көсөргәнешле бәхәс киң ҡолас ала. Майерҙың хеҙмәте алданыраҡ баҫылып сығыуына ҡарамаҫтан, ул, профессияһы буйынса табип булараҡ, етди ҡабул ителмәй. Шул уҡ ваҡытта Джоулды билдәле физиктар хуплап тора, атап әйткәндә, 1847 йылда уның Британия фәнни ассоциацияһында яһаған доклады ултырышта булыусы Фарадейҙың, Стокстың һәм Томсондың юғары баһаһын ала[19]. Тимирязев, аҙағыраҡ был дискуссияны ҡарап, Майерҙың «бәләкәй төркөм ғалимдарҙың түбән көнсөллөгө» менән көрәштә дәлилдәр килтереүенең эҙмә-эҙлелеген билдәләй[20]. 1847 йылда энергия һаҡланыу принцибын баҫтырып сығарыусы Гельмгольц 1851 йылда Майерҙың хеҙмәттәренә иғтибар итә, ә 1852 йылда асыҡтан-асыҡ уның беренселеген таный.

Приоритет өсөн көрәштең артабанғы этабы 1860-сы йылдарҙа, закон ғилми мөхиттә дөйөм танылыу яулағас башлана. Тиндаль 1862 йылда асыҡ лекцияла Майерҙың беренселеген күрһәтә, һәм Клаузиус уның фекеренә ҡушыла. Тэт, Майерҙың 1842 йылдағы хеҙмәттәрендә физик йөкмәткене танымай, Джоулдың беренселегенә ныҡыша, уға Клаузиус ҡаршы фекер әйтә, ә философ Дюринг, бер үк ваҡытта Джоуль һәм Гельмгольцтың хеҙмәттәренең әһәмиәтен кәметеп, Майерҙың приоритетын әүҙем яҡлай, был күп йәһәттән Майерҙың беренселеген тулыһынса таныуға булышлыҡ итә.[19]

Танылыуы һәм хәтер

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Манчестер ратушаһында Джоуль һәйкәле

1850 йылда Лондондың король йәмғиәте ағзаһы итеп һайлана. 1852 йылда йылылыҡтың һан эквиваленты буйынса хеҙмәттәре өсөн беренсе Король миҙалы менән бүләкләнә. 1860 йылда Манчестер әҙәби һәм философик йәмғиәтенең (ингл. Manchester Literary and Philosophical Society) почётлы президенты итеп һайлана.

Дублин Тринити-колледжының хоҡуҡ докторы (1857), Оксфорд университетының граждандар хоҡуғы докторы (ингл. DCL) (1860), (LL.D.) Эдинбург университетының хоҡуҡ докторы (1871) ғилми дәрәжәләре ала[21].

1866 йылда Джоулға Копли миҙалы, 1880 йылда — Альберт миҙалы (Король сәнғәт йәмғиәте) бирелә. 1878 йылда хөкүмәт тарафынан уға 215 фунтлыҡ ғүмерлек пенсия тәғәйенләнә.

1872 һәм 1877 йылдарҙа ике тапҡыр Британия фәнни ассоциацияһының (ингл. British Association for the Advancement of Science) президенты итеп һайлана[22].

Электриктарҙың 1889 йыл — Джоуль вафат булған йылда үткән икенсе Халыҡ-ара конгресында эштең, энергияның, йылылыҡ миҡдарының үлсәү берәмеге уның исеме менән атала, уның өсөн механик эш һәм йылылыҡ (йылылыҡтың механик эквиваленты) араһында күсеү коэффициенты талап ителмәй, яңғыҙлыҡ исемле СИ сығарылма берәмектәренең береһе булып китә.

Манчестер ратушаһында, Дальтон һәйкәле ҡаршыһында Джоулға һәйкәл ҡуйылған, авторы скульптор Альфред Гильберт (ингл. Alfred Gilbert).

1970 йылда Халыҡ-ара астрономия союзы Айҙың кире яғында кратерға Джеймс Джоуль исеме бирә.

97 фәнни хеҙмәт баҫтырып сығара, шуларҙың яҡынса 20-һе Томсон һәм Лайон Плэфэр менән бергәләп яҙылған; уртаҡ хеҙмәттәрҙең күбеһе йылылыҡтың механик теорияһын газдар теорияһына ҡулланыуға, молекуляр физикаға һәм акустикаға ҡарай. Хеҙмәттәрҙең байтаҡ өлөшө эксперимент һәм үлсәү аппаратураһын камиллаштырыуға арналған. Хеҙмәттәре Лондонда Физик йәмғиәт баҫтырып сығарған (1884—1887) ике томлыҡҡа йыйылған һәм 1872 йывлда Герман Шпренгель тарафынан немец теленә тәржемә ителгән[23].

Төп хеҙмәттәре:

  • Joule, J. P. On Electro-Magnetic Forces // Annals of Electricity. — 1838. — Т. V. — С. 187. — «Об электромагнитных силах».
  • Joule, J. P. On the Producing of Heat by Voltaic Electricity // Proceedings of the Royal Society. — 1840 (December, 17). — «О выделении тепла электричеством».
  • Joule, J. P. On New Class of Magnetic Forces // Annals of Electricity. — 1841. — Т. VIII. — С. 219. — «О новом классе магнитных сил».
  • Joule, J. P. On the Electric Origin of the Heat of Combustion // Philosophical Magazine Series 3. — 1841. — Т. XX. — С. 98. — «Об электрической природе тепла сгорания».
  • Joule, J. P. On the Electrical Origin of Chemical Heat // Philosophical Magazine Series 3. — 1843. — Т. XXII. — С. 204. — «Об электрической природе химического тепла».
  • Joule, J. P. On the Heat evolved during the Electrolysis of Water // Memoirs of the Manchester Literary and Philosophical Society. — 1843. — Т. VII. — С. 87. — «О тепле, выделяемом при электролизе воды».
  • Joule, J. P. On the Calorific Effects of Magneto-Electricity, and on the Mechanical Value of Heat // Philosophical Magazine Series 3. — 1843. — Т. XXIII. — С. 263, 347, 435. — «О тепловом эффекте магнитоэлектричества и о механическом эквиваленте тепла».
  • Joule, J. P. On the Changes of Temperature Produced by the Rarefaction and Condensation of Air // Philosophical Magazine Series 3. — 1845. — Т. XXVI. — С. 369. — «Об изменениях температуры при разрежении и конденсации воздуха».
  • Joule, J. P. On the Existence of an Equivalent Relation between Heat and the ordinary Forms of Mechanical Power // Philosophical Magazine Series 3. — 1845. — Т. XXVII. — С. 205. — «О существовании эквивалентного соотношения между теплом и обычными формами механической энергии».
  • Joule, J. P. On the Mechanical Equivalent of Heat, as determined from the Beat evolved by the Agitation of Liquids. // Reports of British Association. — 1847. — С. 55. — «О механическом эквиваленте тепла, определённом от трения, возникающего при перемешивании жидкостей тепла».
  • Joule, J. P. Expériences sur l’Identité entre le Calorique et la Force méchanique. Détermination de l’équivalent par la Chaleur dégagée pendant la friction du Mercure // Comptes rendus hebdomadaires des séances de l'Académie des sciences. — 1847. — № August 23. — «Эксперименты об эквивалентности тепловой и механической энергии. Определение количественного эквивалента тепла, выделяемого при трении ртути».
  • Joule, J. P. On Matter, Living Force, and Heat // Manchester Courier. — 1848 (May, 5). — «О материи, живой силе и теплоте».
  • Joule, J. P. On the Effects of Magnetism upon the Dimensions of Iron and Steel Bars // Philosophical Magazine Series 3. — 1848. — Т. XXX. — С. 76, 225. — «О влиянии магнетизма на размеры чугунных и стальных тел».
  • Joule, J. P. On the Mechanical Equivalent of Heat, and on the Constitution of the Elastic Fluids. // Reports of British Association. — 1848. — С. 21. — «О механическом эквиваленте тепла и о строении упругих жидкостей».
  • Joule, J. P. On Mechanical Appearnce of Lighting // Philosophical Magazine Series 3. — 1850. — Т. XXXVII. — С. 127. — «О механическом явлении свечения».
  • Joule, J. P. On the Heat disengaged in Chemical Combinations // Philosophical Magazine Series 4. — 1852. — Т. III. — С. 481. — «О тепле, высвобождаемом при химических реакциях».
  • Joule, J. P. On the Economical Production of Mechanical Effect from Chemical Forces // Manchester Memoirs. — 1852. — Т. X. — С. 173. — «Об экономическом эффекте механических проявлений химических реакций».
  • Joule, J. P., Introductory Research on the Induction of Magnetism by Electrical Currents // Philosophical Magazine Series 4. — 1856. — С. 287. — «Вводные исследования по магнитной индукции, вызванной электрическими токами».
  • Joule, J. P. On the Fusion of Metals by Voltage Electricity // Manchester Memoirs. — 1856. — Т. XIV. — С. 173. — «О плавке металлов электричеством».
  • Joule, J. P. On the utilization of the Sewage of London and other Large Towns // Manchester Memoirs. — 1856. — Т. XV. — С. 146. — «Об утилизации сточных вод в Лондоне и других крупных городах».
  • Joule, J. P., On an Improved Galvanometer // Philosophical Magazine Series 4. — 1857. — Т. XV. — С. 432. — «Об усовершенствованном гальванометре».
  • Joule, J. P., On some Thermo-Dynamic Properties of Solids // Philosophical Transactions. — 1859. — Т. CXLIX. — С. 91. — «О некоторых термодинамических свойствах твёрдых тел».
  • Joule, J. P., On Thermal Effects of Compressing Fluids // Philosophical Transactions. — 1859. — Т. CXLIX. — С. 133. — «О температурных эффектах при сжимании жидкостей».
  • Joule, J. P., On Surface Condensation of Steam // Philosophical Transactions. — 1861. — Т. CLI. — С. 133. — «О поверхностной конденсации пара».
  • Joule, J. P. On Probable Cause of Electrical Storms // Proceedings of the Manchester Literary and Philosophical Society. — 1862. — Т. II. — С. 218. — «О возможной природе гроз».
  • Joule, J. P. Notes on Mirage at Douglas // Proceedings of the Manchester Literary and Philosophical Society. — 1863. — Т. III. — С. 39. — «Заметки о мираже в Дугласе».
  • Joule, J. P. On a Sensitive Barometer // Proceedings of the Manchester Literary and Philosophical Society. — 1863. — Т. III. — С. 47. — «О чувствительном барометре».
  • Joule, J. P. Note on the Meteor of February 6, 1818 // Proceedings of the Manchester Literary and Philosophical Society. — 1863. — Т. III. — С. 213. — «Заметки о метеорите 6 февраля 1818 года».
  • Joule, J. P. On an Apparcctus for determining the Horizontal Magnetic Intensity in Absolute Measure // Proceedings of the Manchester Literary and Philosophical Society. — 1867. — Т. VI. — С. 129. — «О приборе для определения горизонтальной напряжённости магнитного поля в абсолютных величинах».
  • Joule, J. P. On a New Magnetic Dip-Circle // Proceedings of the Manchester Literary and Philosophical Society. — 1867. — Т. VI. — С. 129. — «О новом магнитом инклинометре».
  • Joule, J. P. On the Alleged Action of Cold in rendering Iron and Steel brittle // Proceedings of the Manchester Literary and Philosophical Society. — 1871. — Т. X. — С. 91. — «О предполагаемом влиянии холода на повышение хрупкости чугуна и стали».
  • Joule, J. P. On the Magnetic Storm of February, 1872 // Proceedings of the Manchester Literary and Philosophical Society. — 1872. — Т. XI. — С. 91. — «О магнитной буре в феврале 1872 года».
  1. 1,0 1,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  2. Deutsche Nationalbibliothek Record #118776436 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  3. 3,0 3,1 James Prescott Joule // Encyclopædia Britannica (ингл.)
  4. James Prescott Jo // Find a Grave (ингл.) — 1996.
  5. James Prescott Joule // Find a Grave (ингл.) — 1996.
  6. 6,0 6,1 6,2 https://www.accademiadellescienze.it/accademia/soci/James-Prescott-Joule (итал.)
  7. James Prescott Joule // SNAC (ингл.) — 2010.
  8. 8,0 8,1 Pas L. v. Genealogics (ингл.) — 2003.
  9. 9,0 9,1 9,2 9,3 Голин, Филонович, 1989, с. 382
  10. Пивная марка завода Джоулей существует и в начале XXI века, Joule’s Story. Joule’s Brewery. Дата обращения: 10 май 2013. Архивировано 13 май 2013 года.
  11. Голин, Филонович, 1989, с. 381—382
  12. 12,0 12,1 12,2 12,3 Glazebrook, R. T. Joule, James Prescott (DNB00) // Dictionary of National Biography. — 1885—1900. — Vol. 30.
  13. 13,0 13,1 Голин, Филонович, 1989, с. 383
  14. 14,0 14,1 14,2 Голин, Филонович, 1989, с. 384
  15. Джоуль Джеймс Прескотт // Дебитор — Евкалипт. — М. : Советская энциклопедия, 1972. — (Большая советская энциклопедия : [в 30 т.]; vol. 1969—1978, вып. 8).
  16. 100 великих научных открытий / Д. К. Самин. — М.: Вече, 2002. — С. 90—93. — 480 с. — 25 000 экз. — ISBN 5-7838-1085-1.
  17. Donald S. L. Cardwell. James Joule: A Biography. — Manchester University Press, 1991. — С. 57. — 333 с. — ISBN 0-7190-3479-5.
  18. Joule, J. P. On the calorific effects of magneto-electricity, and on the mechanical value of heat (инг.) // Philosophical Magazine, Series 3 : journal. — 1843. — Т. 23. — С. 263—276.
  19. 19,0 19,1 Спасский, Б. И. §45. Открытие закона сохранения энергии // История физики. — 2-е. — М.: Высшая школа, 1977. — Т. I. — С. 308—316. — 320 с.
  20. Ҡалып:Книга:Кудрявцев П.С.: Курс истории физики
  21. В Великобритании степень доктора права является высшей докторской степенью, присваиваемой по представлению суммы передовых исследований. Также нередко присуждается за заслуги на общественном поприще (зачастую — в политике и правосудии)
  22. Джеймс Прескотт Джоуль — онлайн-энциклопедия «Кругосвет»
  23. The Scientific Papers of James Prescott Joule / Joule,.
  • Голин Г. М., Филонович С. Р. Джоуль. Об определении механического эквивалента тепла (предисловие) // Классики физической науки. — М.: Высшая школа, 1989. — С. 382—385. — 576 с. — 50 000 экз. — ISBN 5-06-000058-3.
  • Храмов Ю. А.:Физики|часть = Джоуль Джеймс Прескотт (Joule James Prescott)|с =104.