Дила (журнал)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Дила (журнал) - (груз. დილა (ჟურნალი) )) - Грузияның милли мәҙәниәт әһәмиәтендәге ҡомартҡыһы.

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Журналға бөйөк грузин яҙыусыһы, әҙибе Мариам Демурия 1904 йылда нигеҙ һалған. "Дила" башҡорт теленә "иртәнсәк" йәки "таң" тип тәржемә ителә.

Бер нисә ай дауамында мөхәрририәт ағзалары фатирҙарҙа йыйылып, журналды әҙерләү эш алып бара.

Акаки Церетели, Важа-Пшавела, Якоб Гогебашвили, Иродион Евдошвили, Екатерина Габашвили, Шио Мгвимели - бына шул шәхестәр журналдың нәшер ителеүенә көс һала.

Журналдың икенсе баш мөхәррире булып Нино Накашидзе эшләй. Ул 1910 йылдан 1920 йылға тиклем етәкселек итә, ә 1920 йылдан 1928 йылға тиклем даими рәүештә мөхәрририәт коллегияһы ағзаһы булып тора [1].

1928 йылда журнал «Октябрь» тип атала башлай. Икенсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында баҫылыуҙан туҡтап тора. 1945 йылдың февралендә Ленин ис. пионер ойошмаһы республика советы органы булараҡ яңынан сыға башлай. 1947 йылдың сентябрендә журналдың исеме грузин шағиры һәм йәмәғәт эшмәкәре Марджани Реваз тәҡдиме менән «Хәйерле иртә» тип үҙгәртелә.

«Дила» балалар нәшриәте «Дила» балалар журналы нигеҙендә 2007 йылда ойоштороған [2]

«Дила» балалар журналы 2013 йылдың 25 ноябрендә Грузияның милли мәҙәниәт әһәмиәтендәге күсемһеҙ ҡомартҡылары исемлегенә индерелгән [3]

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Гогиашвили К., Грузинская Советская Энциклопедия , Вып. 3, с. 551, Tб. 1978.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]