Диспансерҙар

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Северодвинскийҙағы ПНД

Диспансерҙар (лат. dispenso бүләм) — ауырыуҙарҙың билдәле бер контингентына ҡарата динамик күҙәтеүҙе һәм саралар комплексын тормошҡа ашырған махсус дауалау‑иҫкәртеү учреждениелары.

Диспансерҙар төрҙәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәйҙә ошондай төр диспансерҙар бар:

Башҡортостандағы диспансерҙар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостанда тәүге диспансер 20 быуаттың 20‑се йылдарында барлыҡҡа килә. Өфөлә Тире-венерология диспансеры, Туберкулёзға ҡаршы диспансер асыла; шулай уҡ уҡ диспансерҙар Бөрө, Бәләбәй, Стәрлетамаҡ һ.б. ҡалаларҙа ойошторола. 30‑сы йылдар аҙағында Баймаҡ ҡалаһында, Белорет районының Инйәр ауылында һәм Тирлән ҡасабаһында, Нуриман районы Ҡыҙыл Шишмә ҡасабаһында туберкулёзға ҡаршы һәм тире-венерология диспансерҙары, Өфөлә трахоматоз диспансеры һ.б. асыла. 40‑сы йылдарҙан алып диспансер эштең участка принцибына күсә; диспансерлаштырыу үҫеш ала: Баймаҡ районы Сибай ҡасабаһында, Йәрмәкәй районы Приют Станцияһы ҡасабаһында һ.б. диспансерҙар ойошторола. 1959 йылда Республикала боғаҡҡа ҡаршы диспансер, (1990 йылдан алып Республика клиник дауаханаһының эндокринология бүлеге) булдырыла. Спортсыларҙың һаулыҡ торошон күҙәтеүҙе һәм халыҡты мед. реабилитациялауын Врачлыҡ-физкультура диспансеры һ.б. алып бара. Башҡортостан Республикаһында 20 диспансер, шул иҫәптән Кардиология диспансеры, Онкология диспансеры, Наркология диспансеры №1, һәм 3 тире-венерология, 3 туберкулёзға ҡаршы, 4 психоневрология, 5 наркология, 3 врачлыҡ-физкультура диспансеры (2014) эшләй.

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлек логотипы
Викиһүҙлектә «диспансер» мәҡәләһе бар


Ҡалып:Hospital-stub