Диңгеҙ бөркөтө
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
| Диңгеҙ бөркөтө | ||||||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
| Латинса исеме | ||||||||||||||
| Haliaeetus albicilla Linnaeus, 1758 |
||||||||||||||
| Ареал | ||||||||||||||
|
оялау урындары Ҡышлау ерҙәре Йыл буйы булалар |
||||||||||||||
|
| Халыҡ - ара Ҡыҙыл китап Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : / 106003364 |
| Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабы һирәк осрай торған төр |
|
| Информация о виде Диңгеҙ бөркөтө на сайте ИПЭЭ РАН |
Диңгеҙ бөркөтө, балыҡ бөркөтө, аҡҡойроҡ бөркөт, аҡкүт (урыҫ. Орлан-белохвост , лат. Haliaeetus albicilla)— ҡарсығалар ырыуынан булған йыртҡыс ҡош. Башҡортостан Республикаһының "Ҡыҙыл Китабы"на индерелгән.
Йөкмәткеһе |
Ҡылыҡһырлама [үҙгәртергә]
Ҡаҙҙан ҙурыраҡ. Осҡанда ҡанат осондағы ҡауырһындары бармаҡ һымаҡ күренә. Дөйөм төҫө һорғолт көрән, башы һәм муйыны һарғылт аҡ, ҡойроғо ап-аҡ. Беҙҙәге башҡа ҙур йыртҡыс ҡоштарҙан аҡ төҫтәге ҡойроғо менән айырыла.
Тауышы [үҙгәртергә]
Тауышы яңғырауыҡлы: «ҡыййй-ҡыййй-ҡыййй» йәки ҡа¬лын һәм тоноҡ: «ҡроҡ-ҡроҡ».
Йәшәү рәүеше [үҙгәртергә]
Ҙур күл һәм йылға буйҙарында йәшәй Төп аҙығы — балыҡ. Ваҡ йәнлек һәм ҡоштарҙы ла аулай. Күсмә_ҡош. һирәк осрай. Ояһы ағас баштарында була. Ерәнһыу таплы 1—3 (күберәк 2) бөртөк аҡ йомортҡа һала.
Әҙәбиәт [үҙгәртергә]
- Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
- Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. - ISBN 5-88666-011-9