Долни-Дыбник

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Долни-Дыбник
Рәсем
Дәүләт  Болгария[1]
Административ үҙәге Долни-Дыбник[d]
Административ-территориаль берәмек Долни-Дыбник[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+2:00[d] һәм UTC+3:00[d]
Халыҡ һаны 4380 кеше (15 март 2024)[2],
4486 кеше (15 март 2024)[2]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 110 ± 1 метр
Туғандаш ҡала Волгодонск
Почта индексы 5870
Урындағы телефон коды 06514
Карта
 Долни-Дыбник Викимилектә

Долни -Дыбник (болг. Долнить Дъбник) — Болгарияла ҡала. Плевен өлкәһендә, илдең төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан, Долни-Дыбник общинаһына инә, административ үҙәк. Революцияға тиклемге ҡайһы бер сығанаҡтарҙа Дольный Дубняк йәки Дольний Дубняк булараҡ тасуирлана[3]. Ҡала диңгеҙ кимәленән 110 м бейеклектә ята, майҙаны эргә тирәләге ерҙәре менән 75,247 кв.км тәшкил итә. Халҡы 4 697 кеше.

Долни -Дыбник София — Варна линияһы буйынса мөһим тимер юлы үҙәге

Сәйәси хәле[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Долни-Дыбник общинаһының кметы (мэры) — һайлау һөҙөмтәләре буйынса Борислав Стоядинов Станимиров (Ике партия составындағы коалиция: Болгар игенселек халыҡ союзы (БЗНС), демократик көстәр Союзы (СДС))

Иҫтәлекле урындары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡалаға яҡын урында «Генерал В. Н. Лавров» мемориаль паркы урынлашҡан. Ул рус-төрөк һуғышында Плевен өсөн һәләк булған рус һәм фин һалдаттары иҫтәлегенә ҡуйылған. Парк генерал-майор В.Н. Лавров хөрмәтенә аталған. Лейбгвардия фин полкының командиры В.Н. Лавров Горни Дыбник ауылы эргәһендә алышта һәләк була.

Ҡалала «Свети Пророк Илия» сиркәүе эшләй.

Галереяһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. 2,0 2,1 https://www.grao.bg/tna/t41nm-15-03-2024_2.txt
  3. Дольний Дубняк // Военная энциклопедия : в 18 т. / под ред. В. Ф. Новицкого и др.. — СПб. : Товарищество И. Д. Сытина, 1911—1915.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]