Дрозофила

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Дрозофи́ла (лат. Drosophila бор. грек. δρόσος — ысыҡ, дым + φιλέω — яратыусы) — емеш себендәре ғаиләлеге ырыуынан себендәр.

Тораҡ, йәшелсә, емеш-еләк келәтендә тереклек итеүсе синантроп төрҙәре ғәҙәти һанала. Үҫемлектәр һуты, серек органик матдәләр, личинкалар, микроорганизмдар менән туҡлана. Дрозофилалар йәшәү ареалы киңәйеүе йәшелсә, емеш-еләкте кешеләрҙең күсереүе менән бәйле. Оло заттары ҡышлай. Айырыуса емеш себендәре melanogaster drosophila киң таралған. Төҫө −һоро, оҙонлоғо 3 мм-ға яҡын, күҙҙәре - асыҡ ҡыҙыл.

Дрозофилалар генетиканың классик объекты булып тора.

Сығанаҡ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]