Дүртенсе Башҡорт уҡсылар полкы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Дүртенсе Башҡорт уҡсылар полкы
Нигеҙләү датаһы 1918
Дәүләт  Рәсәй
Штаб-фатирҙың урынлашыуы Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй

Дүртенсе Башҡорт уҡсылар полкы (рус. Четвёртый Башкирский стрелковый полк) — 1918 йылдың июль аҙағында Башҡорт хәрби советы приказы буйынса Ырымбур өйәҙе башҡорттарынан 4-се Башҡорт пехота полкы булараҡ ойошторола[1].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1918 йылдың 25 октябренән Дүртенсе Башҡорт уҡсылар полкы, 20 ноябрҙән Верховный главнокомандующий штабының приказы буйынса 39-сы Башҡорт уҡсылар полкы, 1919 йылдың 9 ғинуарынан Башҡорт ғәскәрҙәре штабы приказына ярашлы Дүртенсе Башҡорт уҡсылар полкы тип атала. 1918 йылдың авгусынан Икенсе Башҡорт уҡсылар дивизияһы, 1919 йылдың ноябренән Беренсе Башҡорт уҡсылар дивизияһы составына инә[2].

Граждандар һуғышы осоронда Орск, Аҡтүбә һәм Стәрлетамаҡ фронттарында барған һуғыштарҙа ҡатнаша. Башҡорт хөкүмәте һәм ғәскәре Совет республикаһы яғына сыҡҡандан һуң полк таратыла. Аҡтар командованиеһы күрһәткән батырлыҡтары өсөн 4 унтер-офицерға, 12 ефрейторға һәм 69 рядовойға наградалар тапшыра. Орск ҡалаһы халҡы рәхмәт йөҙөнән Дүртенсе Башҡорт уҡсылар полкын 1918 йылдың октябрендә байраҡ менән бүләкләй. Рядовой З. Псәншин 4-се дәрәжә Георгий тәреһе менән бүләкләнә. Бүләкләү таныҡлығына ҡул ҡуйғандар: полк командиры полполковник К. Йәнекәйев (1918 йылдың июленән), штабс-капитан Байрпашевский (1919 йылдың февраленән)[3].

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Национально‑государственное устройство Башкортостана (1917—1925 гг.): док. и материалы. В 4 т. Т.2. Ч.1. Уфа, 2002;

А. А. Ва­лидов — организатор автономии Башкортостана. У истоков федерализма в России (1917—1920): сб. док. и материалов. В 2 ч. Ч.1. Уфа, 2005.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Таймасов Р. С. Участие башкир в Гражданской войне. Кн.1. В лагере контрреволюции (1918 — февраль 1919 гг.). Уфа, 2009.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]