Дөйә
- "Верблюд" бите бында йүнәтелә.
| Дөйәләр | ||||||||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Фәнни классификация | ||||||||||||||||
|
||||||||||||||||
| Латинса исеме | ||||||||||||||||
| Camelus Linnaeus, 1758 | ||||||||||||||||
| Төрҙәре | ||||||||||||||||
|
||||||||||||||||
|
Дөйә — сүлдә һәм далала йәшәүсе һөт имеҙеүсе хайуан.
Дөйәләрҙең ике төрө була:
- Бактриа́н — ике үркәсле дөйә;
- Дромеда́р — бер үркәсле дөйә.
Үҙенсәлектәре [үҙгәртергә]
Оло дөйәнең ауырлығы 500—800 кг-ға етә; репродуктив дәүере 2-3 йәштән башлана. Ул 40 йәшкәсә йәшәй ала.
Дөйә ҡоролоҡло һәм ҡаты шартлы төбәктәрҙә тереклек итегә яраҡлы. Ҡуйы тиреһе көн эҫеһе менән төнгө һыуыҡтан яҡшы ышыҡлай. Киң ике бармаҡлы тояғы ярмалы ҡом һәм ваҡ таштар буйлап йөрөү өсөн яйлы. Дөйә тирләмәй, ташландыҡ-ҡалдығы менән бик аҙ шыйыҡса сығара. Тын алғанда морононан бүленгән дым тирә-яҡ һауаға юғалмай, махсус йыйырсыҡта йыйылып, кире ауыҙына ағып төшә. Дөйә оҙаҡ ваҡыт һыу эсмәй тереклек итә ала - бындай осраҡтарҙа уның ауырлығы 40%-ҡаса кәмей ала. Һыу буйына еткәс, бер юлы 57 литрғаса һыу эсә ала.
Дөйәләрҙең күпселеге һыу ятҡылығын күргәне булмаһа ла, улар бик яҡшы йөҙөүсе.
Дөйәнең сүллектә йәшәүгә үҙенсәлекле яраҡлашыуҙарының береһе — ул май ҡатламдары булған үркәстәр. Дөйә үркәстәрендә булған майҙарҙың әселәнеүе аша һыу ала ала, тигән ярайһы киң таралған фекер йәшәй. Әммә эш шунда — тын алғанда организм май әселәнеүендә барлыҡҡа килгәндәгегә ҡарағанда күберәк дым юғалта. Ысынбарлыҡта иһә дөйәләр бары тик һыуһыҙлыҡты бик яҡшы кисерә. Дөйәләр ике аҙнаға тиклем һыуһыҙ, айға тиклем аҙыҡһыҙ йәшәргә һәләтле. Үркәстәрҙең ысын тәғәйенләнеше башҡа — улар дөйәнең арҡаһын ҡояш эҫеһенән һаҡлаусы үҙенә бер төрлө "ҡыйыҡ" булып хеҙмәт итә. Бынан тыш, организмдың бөтә май һаҡламының арҡала тупланыуы йылылыҡтың яҡшы алмашыныуына булышлыҡ итә.
Таралыуы [үҙгәртергә]
Йортҡа эйәлештерелгән дөйәләр Азия һәм Африканың бик күп өлкәләрендә таралған, дөйәләр егеү һәм йөк ташыу өсөн файҙаланыла. Дромедарҙар төньяҡ Африканың 1° көньяҡ киңлегендә, Аравия ярамутрауында, Үҙәк Азияла осрай. XIX быуатта Австралия континентына килтерелә, бында урындағы климат шарттарына яраҡлашалар һәм 50 мең башҡа етәләр.
Бактриандар Кесе Азияла һәм Маньчжурияла таралған. Донъяла барлығы 19 млн дөйә иҫәпләнә, шуларҙың 14,5 млн Африкала тереклек итә.