Дөр-дөр сәскә
Дөр-дөр сәскә | |||||||||||||||||||
Общий вид цветущего растения | |||||||||||||||||||
Фәнни классификация | |||||||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| |||||||||||||||||||
Халыҡ-ара фәнни исеме | |||||||||||||||||||
Paeonia anomala L. | |||||||||||||||||||
Синонимдар | |||||||||||||||||||
Төрсәләре | |||||||||||||||||||
Тексты ҡара
| |||||||||||||||||||
|
Дөр-дөр сәскә (Пио́н уклоня́ющийся, Пион необыча́йный, Пион непра́вильный[1], Ма́рьин ко́рень, Пион Марьин-корень [2], лат. Paeónia anómala) — Пион ырыуынан күп йыллыҡ үлән үҫемлек. Ҡатнаш яҡты урмандарҙа, урман ситтәрендә, туғайҙарҙа, йылға үҙәндәрендә үҫә. Уңдырышлы тупраҡлы, ҡояшлы урындарҙы ярата.
Баҡсаларҙа декоратив үҫемлек итеп үҫтерелә. Культурала 1788 йылда[3] күренә башлай.
Исеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Владимир Далдең аңлатмалы һүҙлегендә һәм Анненковтың Ботаника һүҙлегендә дөр- дөр үҫемлегенең бер нисә исеме телгә алына — марьина трава, сердечные ягоды[4], шегня[5] (Tschegna). Һуңғы атама монгол сығышлы булыуы бар. Шулай уҡ Себер татарҙарында ошо исем таралған.
И. Г. Гмелин китабынан ботаник иллюстрация «Flora Sibirica».
|
Мөхите һәм таралышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Рәсәйҙең Себер өлөшөндә, Ҡаҙағстанда, Монголияла, Ҡытайҙа киң таралған төр булып тора. Рәсәйҙең европа өлөшөндә Пермь крайында, Коми Республикаһында (Вычегда, Айюв, Ухта, Печора Пижмаһы, Печора, Илыча йылғаларының үрге ағымында; Печора һәм Мезенская-Вычегодская уйһыулыҡтарындағы йылға үҙәндәрендә)[6] һәм Турья ярымутрауында осрай.
Ылыҫлы һәм ваҡ япраҡлы урмандарҙа, урман ҡырҙарында, аҡландарҙа үҫә. Тауҙарҙа субальп бүлкәттәргә тиклем осрай. Уртаса һаҙыматлы бай тупраҡҡа өҫтөнлөк бирә. Көтөү йөрөгән ерҙәрҙә юҡҡа сыға. Урыны менән бик ҡеүәтле булып үҫә. Тамырындағы бүлбеләренең, тамырһабағының уңышы 5-10 ц/га етә[7].
Пион һирәк осраған үҫемлектәр төрөнә инә. Ҡайһы бер төбәктәрҙә юҡҡа сыға барыусы үҫемлектәр иҫәбендә.
Пион Ҡаҙағстан Республиканыңүҫемлек һәм хайуандарының Ҡыҙыл китабына индерелгән[8][9], Рәсәйҙә Башҡортостан Республикаһының, Коми Республикаһының Ҡыҙыл китаптарының исемлегендә тора (1998 һәм 2009 йылдарҙағы баҫма).
Ботаник тасуирлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һабаҡтары ҡырлы. Бейеклеге яҡынса 1 м тирәһе. Тамырһабаҡтары ҡеүәтле, горизонталь урынлашҡан. Һоро төҫтәге тамырҙары орсоҡ формаһында, тарбаҡлы. Киҫеме аҡ төҫтә. Тәме татлыраҡ. Тамырын һындырғанда көслө еҫе сыға.
Япраҡтары ҡатмарлы. Йәймәһе ҙур һәм ныҡ телгеләнгән. Ике тапҡыр өсәрле өлөшкә айырылған. Улары һәр береһе тағын да оҙонсай (ланцетные) өлөштәргә ҡыйғасланып телгеләнгән.
Сәскәләре алһыу һәм ҡуйы ҡыҙыл төҫтә. Яңғыҙ сәскә (одиночный). Диаметры 10 сантиметр тирәһе. Сәскә эргәлеге ике ҡатлы (двойной). Май-июнь айҙарында сәскә ата.
Химик составы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дарыу әһәмиәтендәге матдәләре башлыса үҫемлектең тамырҙарында тупланған: эфир майҙары, салицил һәм бензойный кислоталары, метилсалицилат, микроэлементтар, флавоноидтар, сапонин, дубиль матдәләр . Яҡынса 1,5 % эфир майы, алкалоидтар, глюкозид (салицин) барлығы асыҡланған.
Хужалыҡтағы әһәмиәте һәм ҡулланылышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Дауа маҡсатында үләнен (лат. Anomalae Paeoniae Herba), тамырһабағын һәм тамырҙарын (radix Rhizoma anomalae Paeoniae et) ҡулланалар. Үлән өлөшөн сәскә атҡан мәлдә алалар. Тамырһабағын һәм тамырҙарын теләгән ваҡытта алырға була. Әммә үләне менән бергә алыу отошлораҡ. Кулланыу өсөн спиртлы төнәтмәһен эшләйҙәр. Невроз һәм йоҡоһоҙлоҡ осрағында тынысландырыусы (седатив) сара итеп ҡулланалар.
Үҫемлек күп дозала ағыулы. Шуға ла, сама белеп ҡулланырға кәрәк. Халыҡ медицинаһында киң ҡулланыла. Ашҡаҙан сирҙәрен, эпилепсияны, һәр төрлө шештәрҙе дауалағанда, йүткергәндә ҡулланыла.
Себерҙә тамырҙары ит өсөн тәмләткес итеп ҡулланыла. Бик декоратив.
Таксономия
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Төрсәләре
- Paeonia anomala subsp. anomala
- Paeonia anomala subsp. veitchii (Lynch) D.Y.Hong & K.Y.Pan[10] [syn. Paeonia veitchii Lynch]basionym
- Яҡын төрҙәр
- Paeonia intermedia C.A.Mey. [ syn. Paeonia hybrida var. intermedia (C.A.Mey.) Kryl. ]
- Paeonia tenuifolia L. — Пион узколистный [syn. Paeonia hybrida Pall. — Пион степной]
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Блинова К. Ф. и др. Ботанико-фармакогностический словарь : Справ. пособие / Под ред. К. Ф. Блиновой, Г. П. Яковлева. — М.: Высш. шк., 1990. — С. 223. — ISBN 5-06-000085-0.
- ↑ Андреева и др., 1984
- ↑ Paeonia anomala in Ornamental Plants From Russia And Adjacent States Of The Former Soviet Union @ efloras.org
- ↑ См. ссылку на Викитеку в разделе «Һылтанмалар»
- ↑ Шегня // Толковый словарь живого великорусского языка : в 4 т. / авт.-сост. В. И. Даль. — 2-е изд. — СПб. : Типография М. О. Вольфа, 1880—1882.
- ↑ Растительная флора Республики Коми: Марьин корень «Марья-моль»
- ↑ Губанов И. А. и др. Дикорастущие полезные растения СССР / отв. ред. Т. А. Работнов. — М.: Мысль, 1976. — С. 123—124. — (Справочники-определители географа и путешественника).
- ↑ Постановление Правительства Республики Казахстан от 31 октября 2006 года N 1034 «Об утверждении Перечней редких и находящихся под угрозой исчезновения видов животных и растений» 2014 йыл 14 октябрь архивланған.
- ↑ Красная Книга РК. Пион уклоняющийся, марьин корень 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ subsp. veitchii: сведения о названии таксона на сайте The Plant List (version 1.1, 2013). (инг.)
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Андреева В. Н. и др. Paeonia anomala L. — Пион Марьин-корень // Биологическая флора Мурманской области / Отв. ред. Н. А. Миняев. — Апатиты: Кольский филиал АН СССР, 1984. — С. 4—32. — 297 с. — 250 экз. — УДК 581.9(470.21)
- Чиков П. С. Атлас ареалов и ресурсов лекарственных растений СССР. — М.: Картография, 1983. — 340 с.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Дөр-дөр сәскә: таксон тураһында «Плантариум» проектында мәғлүмәт.