Еврипид мәмерйәһе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Еврипид мәмерйәһе
Рәсем
Кем хөрмәтенә аталған Еврипид
Дәүләт  Греция
Административ-территориаль берәмек Саламин[d]
Урын Колонес[d]
Мираҫ статусы археологический памятник Греции[d]
Тасуирлау биттәре odysseus.culture.gr/h/2/…
Карта
 Еврипид мәмерйәһе Викимилектә

Еврипид мәмерйәһе (грек. Σπήλαιου του Ευριπίδη)— Саламин утрауының көньяғында Перистериа ҡасабаһы янындағы мәмерйә. Еврипид мәмерйәһе — Соронич ҡултығына ҡараған тау битләүендә урынлашҡан ҙур булмаған бүлмәләре булған 47 метр тәрәнлектәге тар ғына мәмерйә. Был урын бик боронғо замандан уҡ, драматург Еврипид Трагедияһын яҙған урын булараҡ билдәле, Исеме лә шунан килеп сыҡҡан. Филохор һәм Сатир кеүек боронғо авторҙар Еврипидты мизантроп булараҡ таусирлай, ул мәмерйәлә йәшенеп йәмғиәттән ҡасып ятҡан. Икенсе быуаттың рим авторы Авл Галлей үҙенең Афинаға (XV.20.Аттик төннәре) визиты ваҡытында "ҡаранғы һәм күңелһеҙ мәмерйә" булауын раҫлай.

Археология[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1990 йылда Грецияның Мәҙәниәт министрлығының Палеонтология Департаманты хеҙмәттәшлеге менән Янин (Эпир переферияһы) Университетының тарихҡа тиклем археология доценты Яннос Г. Лосос етәкселегендә ҡаҙаныу эштәре башҡарыла.

Табылған әйберҙәр һуңғы неолит осорона ҡарай тип билдәләнә. Улар араһында таштан эшләнгән эш ҡоралдары, уҡ баштары; микен ҡәберлектәре; Б.Э. Т 5-се быуатҡа ҡараған ҡара глазурь керамика; рим тәңкәле һәм статуэткалар. Ошо табылған әйберҙәр буйынса, был урын оҙаҡ ваҡыт табыныу урыны булған тип фараз ителә. Б.Э.Т 5-се быуатҡа ҡараған ҡара глазурҙан эшләнгән скифос фрагменты иң билдәле асыш була.

Һауытҡа яҙылған ΕΥΡΙΠΠ хәрефтәр менән, асыҡтан-асыҡ Еврипид исемдәренең бер өлөшө булып тора. Лосос быны һуңғы осорҙа тоғролоҡҡа илһамландырған өсөн Еврипидҡа нәҙер бүләге тип аңлата. Лосос шулай уҡ мәмерйәнән 70 метр көньяҡ-көнбайышҡараҡ Дионистың изге урынын тапҡан. Табылған мәрмәр фаллос һәм башҡа әйберҙәргә нигеҙләнеп был урын грек театрын яҡлаусы Дионистың изге урыны тип фаразлана.


Инеү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәмерйә Колонес һәм Перистерий ауылдары араһында урынлашҡан. Еврипид мәмерйәһенә барыу өсөн яр буйы урамына сыҡҡас, артабан грунт юл буйынса 350 метрға тиклем яҡын барырға. Мәмеййә ишеге тимер ишек менән бикләгән.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Тышҡы һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]