Елизавета институты (Мәскәү)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Елизавета институты
Нигеҙләү датаһы 1825
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй империяһы
Ғәмәлдән сыҡҡан дата XX быуат
Карта
 Елизавета институты (Мәскәү) Викимилектә

Елизавета институты — рус. Елизаветинский институт — Мәскәүҙә дворян, хәрбиҙәр, сауҙагәрҙәр һәм дин әһелдәре ҡыҙҙары өсөн ябыҡ уҡыу йорто[1]. Ул бер ҡасан да затлы ҡыҙҙар институттары категорияһына ҡарамаған һәм түбәнерәк ҡатламдарға тәғәйенләнгән булған.

Нигеҙләнеүе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башта ул «Мәскәү Эшһөйәрлек йорто» булған; 1825 йылда губернатор ҡатыны кенәзбикә Т. В. Голицына нигеҙ һала. Йорт иғәнәләр һәм хәйриә аҡсаһына йәшәй: Александр I йыллыҡ билдәләгән сумма 13 мең һум; сауҙагәр Губин иғәнәһе — 150 мең һум; Мәскәү ҡалаһы йәмғиәте лә йыл һайын күпмелер сумма бүлә[2].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уҡыу йорто фәҡир ҡыҙҙарға, башлыса етемдәргә тәрбиә биреү маҡсатында ойошторолған. Тәүгеләрҙән булып 7-11 йәшлек 24 ҡыҙ тәрбиәләнә, улар бында егерме йәше тулғансы тәрбиәләргә тейеш булған. Һуңғараҡ етемдәр генә түгел, уҡыу өсөн түләү индергән яҡшы ғаиләләрҙән ҡыҙҙар ҙа ҡабул ителә башлай. Ҡыҙҙарға элементар белем бирелә, ә өҫтәмә түләү менән музыкаға һәм бейеүҙәргә өйрәтәләр. 1833 йыл1833 йылда уҡыусылар һанын арттырырға рөхсәт ителә. 1847 йыл1847 йылда Мәскәү Эшһөйәрлек йорто императрица Елизавета Алексеевне иҫтәлегенә Елизавета училищеһына үҙгәртелә[3].

Училищела 6 ғилми класс була, уларҙа Закон Божий, рус, француз, немец, математика, тарих, география, музыка, йырлау һәм бейеү дәрестәре бирелә. Елизавета Институтында офицерҙарҙың һәм хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең, бай булмаған ғаиләләр балалары уҡый, шуға күрә сығарылыш уҡыусылары уҡытыусылар, гувернанткалар булып киткән.

Институтта фортепиано синыфтарында күпмелер ваҡыт С. В. Рахманинов етәксе булған; М. Левин, Э. Метнер, А. Гедике, А. В. Никольский уҡытҡан. Рәсем дәресен 1891—1893 йылдарҙа С. В. Малютин алып барған.

1917 йылдан һуң Елизавета институты мәғариф халыҡ комиссариаты ведомствоһына күсә.Институттың тарихи хоҡуҡ вариҫы булып Профинтерн исемендәге Мәскәү өлкә педагогия техникумы эшмәкәрлекте дауам итә, ә 1931 йылдан- Н. Т. Крупская исемендәге Мәскәү өлкә педагогия институты, ул 2002 йылда Мәскәү өлкә дәүләт университеты булып китә[4]. Йорт Радио урамы 10-сы йорт адресы буйынса урынлашҡан.

Урынлашыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Вознесенск урамындағы усадьба (хәҙер Радио урамы, 10А , 1-се бина) Эшһөйәрлек йорто өсөн Н. Н Демидов тарафынан бүләк итеп бирелгән. Башта бында XVIII быуат башында И. Ф. Ромодановскийҙың И. Ф. йүкә урманы паркы һәм быуаһы булған усадьбаһы урынлашҡан. Унан һуң йортто М. Г. Головкин алған, ә XVIII быуатXVIII быуат уртаһында Н. А. Демидов хужа булғанда барокко стилендә йорт төҙөлгән, ә биләмәһе ике тапҡырға иркенерәк булып киткән. Институт янында шулай уҡ йорт Троицк ҡорамы булған.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]