Ерәнсәй сумғыс
| Ерәнсәй сумғыс | ||||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Фәнни классификация | ||||||||||||
|
||||||||||||
| Латинса исеме | ||||||||||||
| Netta rufina (Pallas, 1773) |
||||||||||||
|
| Халыҡ - ара Ҡыҙыл китап Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : / 100600469 |
Ерәнсәй сумғыс (урыҫ. красноносый нырок, лат. Netta rufina)— йорт өйрәгенән байтаҡ бәләкәйерәк ҡош.
Эстәлеге |
[үҙгәртергә] Ҡылыҡһырлама
Яңғыҙ, парлашып һәм күмәкләшеп йөрөйҙәр. Ултырған ҡоштоң башы ҙур булып күренә. Башы, муйыны сағыу ерән. Түше, арҡаһының алғы өлөшө ҡара. Ҡанаттары көрәнһыу һоро, көҙгөләре аҡ. Яурындарындағы таптар, ҡорһағы һәм ҡабырғалары алһыу аҡ. Бәләкәй генә суҡышы, аяҡтары ҡыҙыл. Башҡа сумғыс өйрәктәрҙән бәләкәйлеге, йомро ҙур башы менән айырыла.
[үҙгәртергә] Тауышы
Тауышы яңғырауыҡлы: «көрр-керр-көрр»; ата ҡош яҙғыһын һыҙғыра.
[үҙгәртергә] Йәшәү рәүеше
Киң асыҡ урындары булған тәрән күлдәрҙә йәшәй. Башлыса һыу үҫемлектәре, ылымыҡ ме¬нән туҡлана. Күсмә ҡош. Бик һирәк осрай. Ояһы ерҙә, ҡамыш араларында була. 8—10 бөртөк һарғылт аҡ йомортҡа һала. Ите әсән аулайҙар
[үҙгәртергә] Әҙәбиәт
Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90