Еҙ ҡуңыҙ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Еҙ ҡуңыҙ
Еҙ ҡуңғыҙ
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Быуынтығаяҡлылар
Класс: Бөжәктәр
Отряд: Ҡаты ҡанатлылар
Ғаилә: Бызылдауыҡтар
Ырыу: Еҙ ҡуңғыҙҙар
Төр: Еҙ ҡуңғыҙ
Латинса исеме
Calosoma sycophanta
Linnaeus, 1758
ITIS 109380
NCBI 287701
Camargue fg13.jpg

Еҙ ҡуңғыҙ — бызылдауыҡтар ғаиләһенә ҡараған бөжәк.

Ҡылыҡһырлама[үҙгәртергә]

Урта һәм Көньяҡ Европанан, Кавказдан алып Монголияға тиклем һәм Төньяҡ Африкала таралған. Тәне ялпаҡ, 24—35 мм оҙонлоҡта (инә бөжәктәр ҙурыраҡ). Төҫө металл ялтырауыҡлы ҡара күк. Башы шыма, шәмәхә төҫөндә, уртаса ҙурлыҡта, алғы арҡаһы йөрәк рәүешендә, ауыҙ аппараты кимереүсе. Мыйығы бәләкәй, еп һымаҡ. Өҫкө ҡанаты киң, ҡырлы, алтынһыу йәшел төҫтә, ян‑яҡ ситтәре тура. Ҡанаты үҫешкән. Аяғы оҙон, йүгереү һәм ағас олондары буйлап йөрөү өсөн тәпәйҙәренең осонда ырғаҡ бар. Балағорттары ҡара, 1—2 ай үҫә. Йәш ҡуңыҙҙар май—июндә сыға.

Йәшәйеше[үҙгәртергә]

Тупраҡта йәки урман түшәмәһендә ҡышлай. Көндөҙ әүҙем. Өлкән бөжәктәр һәм балағорттар күбәләктәрҙең, шул иҫәптән парһыҙ ебәк күбәләгенең, һ.б. урман ҡоротҡостарының ҡарышлауыҡтары һәм ҡурсаҡтары менән туҡлана. Башҡортостанда урман-дала һәм дала имәнлектәрендә, ҡатнаш һәм киң япраҡлы урмандарҙа осрай. БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә]

Рәсәйҙең Ҡыҙыл китабы
популяция ҡыҫҡара
ИПЭЭ РАН сайтында эҙләргә