Эстәлеккә күсергә

Закирова Римма Рәйес ҡыҙы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Зәкирова Римма Рәйес ҡыҙы
Тыуған ваҡыты:

1975({{padleft:1975|4|0}})

Тыуған урыны:

Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР

Һөнәре:

балет артисы

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Әүҙем йылдары:

1995 йылдан

Театр:

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры

Наградалары:
Башҡортостандың халыҡ артисы
Башҡортостандың халыҡ артисы

Зәкирова Римма Рәйес ҡыҙы (1975) — артистка балета Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының балет артисы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған (1998) һәм халыҡ (2010) артисы.

Зәкирова Римма Рәйес ҡыҙы 1975 йылда Өфө ҡалаһында тыуған. Әсәһе — Бәҙәр Зиннәт ҡыҙы мәктәптә уҡытыусы, атаһы — Рәйес Кәрим улы автобус йөрөтөүсе булып эшләй[1].

Биш йәшлек сағында бейеү менән мауыға башлай. Нефтселәр мәҙәниәт Һарайында Мостаев Хашим Фәтих улы етәкселегендәге бейеү түңәрәгендә шөғөлләнә. Урта мәктәптең өсөнсө класын тамамлағас, Рудольф Нуриев исемендәге башҡорт хореография колледжына уҡырға инә. Училищела 8 йыл дауамында Л. С. Ҡыуатова класында уҡый һәм уны 1995 йылда тамамлай[1][2].

1992 йылдан алып (өҙөклөктәр менән) Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында балет труппаһында эшләй. 2008 йылда Башҡортостан Республикаһы делегацияһы составында ЮНЕСКО штаб-квартираһында сәнғәт оҫталарының гала-концертында ҡатнаша. Театр труппаһы составында гастролдә Голландияла, АҠШ-та, Францияла, Төркиәлә, Италияла, Мысырҙа, Португалияла, Таиландта була[3].

1995 йылда «Францияның йәш балеты» труппаһында (Париж), 2001—2002 йылдарҙа — «Cairo Opera House» балет труппаһында (Ҡаһирә, Мысыр) эшләй[2][3]. 2014 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай[4].

Бер нисә тапҡыр Рудольф Нуриев исемендәге Халыҡ-ара балет сәнғәте фестивалендә ҡатнаша[5][6].

Спектаклдәрҙәге ролдәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Лиза («Файҙаһыҙ һаҡлыҡ», П. Гертель),
  • Сильфида («Сильфида», Х. Левенсхольд),
  • Жизель («Жизель», А. Адан),
  • Китри («Дон Кихот», Л. Минкус),
  • Гамзатти («Баядерка», Л. Минкус),
  • Вакханка («Вальпургия төнө», Ш. Гуно),
  • Анель («Зәңгәр Дунай», И. Штраус),
  • Одетта-Одиллия («Аҡҡош күле», П. Чайковский),
  • Аврора («Йоҡоға талған һылыу», П. Чайковский),
  • Мари («Щелкунчик», П. Чайковский),
  • Балерина («La Marionnette» И. Стравинский музыкаһына),
  • Мария (Б. Асафьев, «Баҡсаһарай фонтаны»),
  • Джульетта («Ромео һәм Джульетта», С. Прокофьев),
  • Ғәйшә (Ҡ. Ҡараев, «Ете һылыу ҡыҙ»),
  • Зәйтүнгөл («Сыңрау торна», Степанов, Лев Борисович, Исмәғилов Заһир Ғәрип улы) һәм башҡалар[3][6]

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (1998)
  • Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2010)
  • «ТӨРКСОЙ-2010» Халыҡ-ара ойошма премияһы

Ире — Максим Купцов, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы. Ҡыҙы — Анастасия[2].

  1. 1,0 1,1 Вәлиева А. Һәр саҡ беренсе тапҡыр кеүек // Ватандаш. — 2007. — № 11. — ISSN 1683-3554.
  2. 2,0 2,1 2,2 Жиленко Н. А. Зәкирова Римма Рәйес ҡыҙы // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  3. 3,0 3,1 3,2 Зәкирова Римма. Башҡортостандың мәҙәни тормошо. Дата обращения: 30 март 2016. Архивировано 24 июль 2016 года. 2013 йыл 14 декабрь архивланған.
  4. Опера һәм балет йондоҙҙары, халыҡ-ара конкурстар лауреаттары Өфө сәнғәт академия дипломдары алдылар. «Башинформ» (17 июнь 2014). Дата обращения: 30 март 2016.
  5. Ольга Шкарпеткина. Гран Па Башкирского балета. Журнал "Балет" № 7 (2007). Дата обращения: 26 июль 2016. 2017 йыл 13 июнь архивланған.
  6. 6,0 6,1 «Ете һылыу ҡыҙ» Башҡорт опера һәм балет театры сәхнәһендә бейейәсәк. «Вести» интернет-газета (2 июнь 2011). Дата обращения: 30 март 2016.