Зәкирйәнов Әлфәт Мәғсүм улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Эссэлэмэгэлэйкум уэ рэхмэтуллаhу уэ бэрэкэтуhy Кэзерле мухэрирзэр Зәкирйәнов Әлфәт Мәғсүм улы (7 октябрь 1959 йыл) — әҙәбиәт ғалимы, тәнҡитсе. Татарстан Фәндәр академияһының Ғ. Ибраһимов исемендәге Тел, әҙәбиәт һәм сәнғәт институтының әҙәбиәт белеме бүлеге мөдире. Ҡаҙан федераль университетының Лев Толстой исемендәге Филология һәм мәҙәниәт ара бәйләнештәр институтының татар әҙәбиәте кафедраһы профессоры. Педагогия фәндәре кандидаты (1993), филология фәндәре докторы (2012). Урыҫ мәктәптәре өсөн татар әҙәбиәте дәреслектәре, татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары өсөн методик әсбаптар, ваҡытлы матбуғатта баҫылған бөгөнгө әҙәби процесҡа арналған тәнҡит мәҡәләләре авторы. Татарстан Яҙыусылар союзы ағзаһы (2005). Шәйхи Маннур исемендәге премия лауреаты (2019)[1].

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әлфәт Мәғсүм улы Зәкирйәнов 1959 йылдың 7 октябрендә Татар АССР-ының Мамадыш районы Юғары Яке ауылында Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Мәғсүм Закирйәновтың һигеҙ балалы ғаиләһендә етенсе бала булып тыуған. Үсәли ҡыҙы булған үҙ әсәһенән бик йәшләй етем ҡалған: әсәһе Зәйтүнә район үҙәгенән ауылға ҡайтҡанда ул ултырған машина ауып, шунда вафат булған[2]. Баҫҡан ауылынан булған Сабира инәй тәрбиәһендә үҫә[3]. Бәләкәй һәм Урта Кирмән ауылдарына йөрөп уҡый. 1976 йылда Түбәнге Кама ҡалаһында төҙөүсе булып эшләй. Ҡазан дәүләт педагогия институтының тарих-филология факультетын тамамлай (1983). Мамадыш районы Урта Кирмән мәктәбенә татар теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы итеп билдәләнә. Бер йылдан Уразбахты мәктәбенә директор итеп күсерәләр, 19841987 йылдарҙа Уразбахты мәктәбе директоры. 1987 йылда ғаиләһе менән Ҡазанға күсенә, мәктәптә уҡытыусы, директор урынбаҫары булып эшләй. 1989 йылда Мәскәүҙәге Милли мәктәптәр институты ҡарамағындағы аспирантураға уҡырға инә. 1993 йылда «Татар мәктәбенең өлкән классларында драма әсәрләрен өйрәнү» тигән темаға педагогика фәндәре кандидатлығына диссертация яҡлай. Мәғарифтың милли проблемалары институтының Ҡазан филиалында фәнни хеҙмәткәр, ғилми сәркәтип. 1995 йылдан Ҡазан дәүләт университетының татар әҙәбиәте кафедраһында өлкән уҡытыусы, 1997 йылдан доцент булып эшләй. 2012 йылда «Хәзерге заман татар әдәбият белеме: традицияләр һәм яңа тенденцияләр» темаһына филология фәндәре докторлығына диссертация яҡлаған.

Фәнни ҡыҙыҡһыныуҙар өлкәһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙәбиәт уҡытыу мәсьәләләре менән фәнни нигеҙҙә шөғөлләнә. Рус мәктәптәренең 5 һәм 11 кластарында уҡыусы татар балалары өсөн әҙәбиәт дәреслектәре төҙөүҙә ҡатнаша. Татар теле, әҙәбиәте уҡытыусылары һәм уҡыусылары өсөн дәреслек-әсбаптары баҫылып сыға: «Мәктәптә татар әдәбиятын укыту мәсьәләләре» (1997), «11 сыйныфта татар әдәбиятын укыту» (2001), «Сыйныфтан тыш уку дәресләре» (2002). «Татар әдәбияты: теория, тарих» (2004) китаптарын сығарыуға өлөш индерә. «Татар әдәбияты тарихы» һигеҙ томлыҡ баҫмаһын төҙөүселәрҙең береһе[4][5].

Татар әҙәбиәте тарихына, бөгөнгө әҙәби процесҡа, әҙәби тәнҡиткә, проза, драматургия мәсьәләләренә ҡараған мәҡәләләре «Казан утлары», «Фәнни Татарстан», «Фән һәм мәктәп», «Мәгариф», «Шәһри Казан» һ. б. газета-журналдарҙа баҫылып килә. 50-нән артыҡ ғилми хеҙмәт, «Заман белән бергә» тәнҡит мәҡәләләре йыйынтығы (2004) авторы[6].

Китаптары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Заман белән бергә: әдәби тәнкыйть мәкаләләре. К.: ТКН, 2004. ISBN 5-298-00415-1
  2. Татар әдәбияты. Теория. Тарих (автордаш). К.: Мәгариф, 2004.
  3. Әдәбият белеме: терминнар һәм төшенчәләр сүзлеге (автордаш) К.: Мәгариф, 2007.
  4. Яңарыш юлыннан: хәзерге татар әдәбият белеме мәсьәләләре. К.: ТКН, 2008.

Ғаиләһе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡатыны Гөлсинә Данан ҡыҙы, Ҡаҙандың Совет районы 90-сы гимназияһы директоры[7].

ҡыҙы Алия, педагог. Алияның ире Альберт, геолог. Балалары Искәндәр, Суфия.
ҡыҙы Люция, психология фәндәре кандидаты, Ҡазан дәүләт медицина институты уҡытыусыһы.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Әдипләребез: биобиблиографик белешмәлек. 2 томда. Төзүчеләре Р. Н. Даутов һәм Р. Ф. Рахмани. К.: ТКН, 2009.
  2. Ирек Нигъмәти. Йөзлек белән туганнар. «Гаилә һәм мәктәп», 2019 ел, октябрь, 2-5нче бит.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Мамадышта Кышкы шигырь бәйрәме уза. «Нократ», 15.01. 2019
  2. Роза Заһидуллина. Зәйтүнә апа ничек куаныр иде! 2023 йыл 6 октябрь архивланған. «Татарстан яшьләре»
  3. Бәләкәй Әлфәт. «Казан утлары», 2.10.2019
  4. Айгөл Шәйхлисламова. Галимнәр Әлфәт Закирҗанов белән Равил Рахманның зыялы бәхәсе: Татар әдәбиятының кайсы чоры иң кызыклысы? Интертат, 20.05.2019
  5. Илдус Фазлетдинов. Әлфәт Закирҗанов: «Татар әдәбияты тарихы сигезтомлыгына Башкортстан вәкилләре дә керә».(недоступная ссылка) «Тулпар», 17.05.2019
  6. Заман белән бергә. Татар Иле
  7. Гөлсинә Данан кызы Закирҗанова. 2020 йыл 1 октябрь архивланған. 90нчы гимназиянең «Татарстан Республикасында электрон мәгариф» порталындагы сәхифәсе