Эстәлеккә күсергә

Раззаков

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Исфана битенән йүнәлтелде)
Раззаков
Нигеҙләү датаһы 2001
Рәсем
Дәүләт  Ҡырғыҙстан[1]
Административ-территориаль берәмек Лейлекский район[d] һәм Баткән өлкәһе[d]
Сәғәт бүлкәте UTC+6
Халыҡ һаны 18 244 кеше (2009)[2]
Диңгеҙ кимәленән бейеклек 1320 ± 1 метр
Майҙан 41,35 км²
Почта индексы 720400
Рәсми сайт isfana.kg
Урындағы телефон коды 3656
Карта
 Раззаков Викимилектә

Раззаков (элекке исемдәре Исфана ҡырғ. Исфана, рус. Исфана, үзб. Isfana) — көньяҡ Ҡырғыҙстандың Баткен өлкәһендә урынлашҡан ҙур булмаған ҡала. Фирғәнә үҙәненең көньяҡ өлөшөндә урынлашҡан, өс яғынанан Тажикстан тарафынан уралған.

Ләйләк районының административ үҙәге булып тора. Мырза-Патча, Самат, Сиген, Тайлан, Аҡ-Булаҡ һәм Голбо ауылдары Исфана ҡала идараһына ҡарай. Ҡаланың рәсми сайтындағы мәғлүмәттәре буйынса, Исфана ҡалаһының һәм уға буйһонған ауылдарҙың халыҡ һаны — 28 085 кеше. Исфананың үҙендә 18 200 кеше тора.

Исфананың баш баҙары — янғынға ҡәҙәр

Советтар Союзы осоронда Исфанала бер нисә фабрика, ҙур ғына колхоз булған. 1991-се йылда Ҡырғыҙстан бойондороҡһоҙ дәүләт булғас фабрикаларҙың күбеһе ябылды.

Хәҙерге ваҡытта Исфана халҡы эш артынан башҡа илдәргә, күпселеге Рәсәйгә, һирәгерәк Ҡаҙағстан, Тажикстан һәм Үзбәкстанға йөрөй. Сит илдәргә эш эҙләп барыусыларҙың һаны рәсми рәүештә баҫтырылмай.

  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. Перепись населения Кыргызстана (2009)