Ишалин Рөстәм Надил улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ишалин Рөстәм Надил улы

Ишалин Рөстәм Надил улы (17 ноябрь 1956 йыл) — хужалыҡ эшмәкәре, сәйәсмән. Башҡортостан Республикаһының Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рөстәм Надил улы Ишалин 1956 йылдың 17 ноябрендә Өфө ҡалаһында тыуған. Юғары белемле: 1982 йылда Өфө нефть институтын тамамлаған.

1982—1986 — Удмурт АССР-ында, башта Воткинский нефтебазаһының операторы, артабан Ярский нефтебазаһының директоры булып эшләй;

1986—1991 — КПСС-тың XXII съезы исемендәге Өфө нефть эшкәртеү заводының тауар парктары начальнигы, тауар етештереү начальнигы урынбаҫары;

1991—1998 — «Өфөнефтехим» ААЙ-нең тауар етештереү начальнигы урынбаҫары, диспетчер бүлеге начальнигы, «Өфөнефтехим» ААЙ-нең тауар етештереү начальнигы;

1998—2002 — тауар етештереү начальнигы урынбаҫары, тауар етештереү начальнигы, планлы идаралыҡ начальнигы, «Башҡортостан нефтехимия компанияһы» АЙ-нең генераль директоры урынбаҫары;

2002—2006 — «Башкирнефтепродукт» ААЙ-нең генераль директоры;

2006 −2009 — «Башнефть» Акционер нефть компанияһы"ның башҡарыусы директоры;

2009 −2011- «Система-Инвест» ААЙ-нең хеҙмәтте һаҡлау, сәнәғәт хәүефһеҙлеге һәм эколлгияһы департаменты директоры.

Өйләнгән. Ғаиләһендә улы һәм ҡыҙы бар.

Башҡортостан Республикаһының өсөнсө (2003—2008) һәм дүртенсе (2008—2013) саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты.

2011—2015 йылдарҙа «Салауат Юлаев» хоккей клубының генераль директоры.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]