Ишембаева Хәжәр Сәғит ҡыҙы
Ишембаева Хәжәр Сәғит ҡыҙы | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны |
Башҡорт АССР-ы, Стәрлетамаҡ районы) Ишембай ауылы |
Вафат көнө |
18 октябрь 1991 (83 йәш) |
Вафат урыны |
Ишембай |
Ил |
СССР |
Ниндәй өлкәлә танылған |
I Бөтә Союз колхозсы-ударниктар съезы делегаты (1933) |
Награда һәм премиялары |
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1933), «50 йыл КПСС-та булыу» билдәһе (1989 йыл) |
Ишембаева Хәжәр Сәғит ҡыҙы (8 март 1908 йыл — 18 октябрь 1991 йыл) — I Бөтә Союз колхозсы-ударниктар съезы делегаты (1933)[1], Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены кавалеры (1933)[2].
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ишембаева Хәжәр Сәғит ҡыҙы 1908 йылдың 8 мартында БАССРҙың Стәрлетамаҡ районы Ишембай (хәҙер Ишембай ҡалаһы) ауылында урта хәлле крәҫтиән Сәғиҙулла һәм уның ҡатыны Бибиғәзизә ғаиләһендә дүртенсе бала булып донъяға килә. Сәғиҙулла Ишембаевтың ҡарт олатаһы 1812 йылғы Ватан һуғышы яугиры — сотник Ишембай Аҡбирҙин[3], ә Бибиғәзизә — ошо уҡ райондың Мырҙаш ауылы муллаһы, XIX быуатта Хаж сәфәрен ҡылып ҡайтҡан Сәйфетдин хажи[4] ҡыҙы.
Хәжәр ағаһы Абдулла һәм ике апаһы — Кәмилә менән Фатима менән бергә үҫә. Атаһы менән әсәһе, уның отҡор бала булыуын аңлап, 8-9 йәштән уҡытырға тырыша, тәүҙә ул Тирмән-Йылға ауылындағы мәктәптә ғәрәпсә уҡырға, яҙырға өйрәнә, шунан 1926 йылда Ишембай ауылында Сәмиғулла мөғәллимдән латин графикаһына өйрәнә.
Белеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- 1930 йылдың мартынан — колхоз рәйестәрен уҡытыу курстары, Стәрлетамаҡ ҡалаһы.
- 1934 йылдың ноябренән 1937 йыл декабренә тиклем — Башҡорт Юғары Коммунистик Ауыл Хужалығы Мәктәбе (БВКСХШ).
- 1938 йылдың ноябренән 1939 йыл июненә тиклем — Өфө Край-ара хоҡуҡ мәктәбе.
- 1940 йылдың февраленән 1941 йыл июненә тиклем Өфө Ауыл хужалығы мәктәбе.
Хеҙмәт эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]• 1930 йыл — 1934 йылдың ноябре — БАССР-ҙың Стәрлетамаҡ районы «Башҡортостан» колхозының ялан бригадиры.
• 1937 йыл — 1938 йыл ноябре — БАССР Юғары Советы Президиумы хеҙмәткәре.
• 1939 йылдың июле — 1940 йыл ғинуары — Өфө ҡалаһының Сталин районы Советы инструкторы.
• 1941 йылдың авгусы — 1955 йыл — Ишембай ҡалаһындағы «Башҡортостан» сәнәғәт артелендә рәйес урынбаҫары, парторг.
Йәмәғәт эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1920-се йылдар башынан Хәжәр, төрлө конференцияларҙа Ишембай ауылынан делегат булып ҡатнашып, сәйәси йәһәттән алдынғы ҡарашлы булыуын күрһәтә. 1925—1928 йылдарҙа ул Стәрлетамаҡ районы кимәлендә белемле, әүҙем йәмәғәтсе булып таныла. Бер нисә тапҡыр Өфөлә үткәрелгән республика йәштәр форумдарында ла ҡатнаша.
1929 йылдың ноябрь башында Ишембай ауылына Стәрлетамаҡ районының Аллағыуат ауыл Советы вәкиле Ҡорбанғәлиев килә һәм, ауыл активын йыйып, күмәк хужалыҡ ойоштороу кәрәклеген аңлата. Был йыйылышта Хәжәр үҙенең бер туған апаһы Фатима менән, вәкилдең һүҙен ҡеүәтләп, колхозға инергә ғариза яҙа. Башҡалар ҙа уларҙың һүҙҙәрен хуплай. Шулай итеп, сотник Ишембай Аҡбирҙин[5] ауылында «7-се Ноябрь» исемендәге колхоз барлыҡҡа килә.
1929 йылдың башында Хәжәр, Стәрлетамаҡ колхоз рәйестәрен әҙерләү курсында уҡып ҡайтҡас, рәйес урынбаҫары итеп һайлап ҡуйыла. 1930 йылдың яҙында «7-се Ноябрь» колхозы күршеләге «Башҡортостан» колхозына ҡушыла, һәм Хәжәр Ишембай ауылы ялан бригадаһына бригадир итеп тәғәйенләнә, 1934 йылға тиклем ошо эшендә эшләй.
1932 йылда ауыл Советтары конкурстарында бик яҡшы күрһәткестәргә өлгәшкәне өсөн Хәжәр Сәғит ҡыҙы бригадаһы БашЦИКтың аҡсалата премияһы менән бүләкләнә. 1930—1934 йылдарҙа Аллағыуат ауыл Советы ағзаһы ла була. 1933 йылдың февралендә I Бөтә Союз колхозсы-ударниктар съезында ҡатнаша. Съезд үткән көндәрҙә Хәжәр ике тапҡыр Надежда Крупская менән осраша, ошо осрашыуҙарҙан һуң ул артабан юғарыраҡ белемгә ынтылырға ҡарар итә.
1933 йылдың мартында ауыл хужалығын тергеҙеүгә һәм уның бригадаһының юғары уңыш алыуға өлгәшкәне өсөн Ишембаева Хәжәр Сәғит ҡыҙы Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (262-се һанлы) менән бүләкләнә. Орденды ул Бөтә Союз старостаһы Михаил Калинин ҡулынан ала. Ҡайҙа ғына эшләмәһен, Хәжәр Сәғит ҡыҙы һәр саҡ йәмәғәт тормошо уртаһында ҡайнай. 1936 йылда Өфө ҡалаһы Киров районының 1-се саҡырылышы Советы депутаты, артабан 2-се саҡырылыш Өфө ҡала Советы депутаты итеп һайлана[6]. 1939 йылдың июнендә Башҡорт АССР-ы Юғары Советының юбилей сессияһында Киров район Советы делегаты булараҡ ҡатнаша. ВКП(б) район комитеттарының ауыл хужалығы мәсьәләләре ҡаралған пленумдарында даими ҡатнаша.
1937 йылда Хәжәр Сәғит ҡыҙы ВКП(б) ағзалығына кандидат итеп алына, ә 1939 йылда ВКП(б) ағзаһы итеп ҡабул ителә. Шул дәүерҙән башлап арабыҙҙан киткәнсе, партияның тоғро һалдаты булараҡ, партия ҡайҙа ебәрһә, шунда тырышып эшләй.
Һуғыш осорондағы эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1941 йылда Хәжәр Сәғит ҡыҙы яңғыҙ ҡалған әсәһен ҡарау өсөн Ишембайға «Башҡортостан» сәнәғәт артеленә эшкә ҡайта, һәм унда ул инвалидлыҡ буйынса пенсияға сыҡҡанға тиклем эшләй.
1940-сы йылдар башында «Башҡортостан» колхозы күп профилле сәнәғәт артеленә әйләнә. Заманында Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән етәксе Шәмсетдин Туҡтамышев[7] артелдә ҡаты тәртип урынлаштырыуға өлгәшә. Хәжәр Сәғит ҡыҙын уның уң ҡулы — артель рәйесе урынбаҫары итеп тәғәйенләйҙәр, парторг булып та һайлана. Иң тәүге сиратта партком ултырышына бухгалтерия, тоҙ киптереү цехы һәм баҡса бригадаһы буйынса отчеттарын тикшереү мәсьәләһен ҡуя. Ултырыш ҡарары буйынса Ирек ауылынан 15-әр йәшлек Хәйҙәр Юлдашбаев менән Фәүзиә Стәрлетамаҡҡа бухгалтерҙар курсына уҡырға ебәрелә. Артабан Хәйҙәр — артель бухгалтерияһында, ә Фәүзиә тоҙ киптереү цехында хисапсы булып эшләй.
Хәжәр Сәғит ҡыҙы артелдәге баҡса хужалығына ла етди иғтибар бүлә. Был баҡса артель ағзаларын һәм ҡала ашханаларын йәшелсә менән тәьмин итә, хатта һатыуҙан артып ҡалған ҡыяр, кәбеҫтәне ҡышҡылыҡҡа тип ҙур мискәләрҙә тоҙлап та ҡуялар.
Һуғыш башланғас, артель рәйесе Шәмсетдин Туҡтамышев ябай ауыл хужалығы артелен оборона әһәмиәтендәге предприятиеға әйләндереүҙе юллай башлай. Хәжәр Сәғит ҡыҙы ла ошо ниәтте тормошҡа ашырыуға тотона, партия ҡала комитеты, Ишембай ҡалаһының хәрби комиссариаты менән берлектә партияның Өлкә Комитетына мөрәжәғәт итеү үҙ һөҙөмтәләрен бирә. «Башҡортостан» промартеле оборона заказын үтәүсе предприятие исемлегенә индерелә, ә эшселәре фронт өсөн ат сбруйҙары, бричкалар, йөк арбалары һәм башҡа изделиелар етештерә башлай.
Хужалыҡ, производство мәсьәләләренән тыш Х. С. Ишембаева балалар һәм йәштәр араһында әүҙем эш алып бара. БАССР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы, данлыҡлы яҡташыбыҙ Әхмәт-Зәки Вәлидиҙең ҡустыһы Ғәбдрәүефтең ҡыҙы, ул йылдарҙа Ирек ауылы мәктәбе уҡытыусыһы һәм артелдең комсомол ойошмаһы секретары Роза Рәүеф ҡыҙы Маннанова хәтерләүҙәренән:
«Хәжәр апайҙың эш көнө белем биреү һәм дауалау учреждениеларын ҡарауҙан башлана торғайны. Иртән уның килеүенә һорауҙарыбыҙҙы, хәл итеүҙә ҡыйынлыҡтар тыуған мәсьәләләрҙе әҙерләп ҡуя торғайныҡ. Йылдар иҫ киткес ауыр ине, етемдәр, берәҙәк булып, хәйер һоранып йөрөгән балалар ҙа байтаҡ булды. Шул етемдәрҙе, аслыҡтан, ауырыуҙан ҡотҡарыу өсөн балалар йорттарына, Стәрлетамаҡтағы Ленин мәктәбенә ебәреү менән дә шөғөлләндек. Байтаҡ ҡына йәш яҡташтарыбыҙҙы комсомол путевкалары менән шул төҙөлөштәргә ебәреүҙе хәстәрләүсе лә Хәжәр апай булды».
Х. С. Ишембаева артель ағзаларының шәхси иғәнәләре иҫәбенә танк колоннаһы һәм самолет эскадрильяһы төҙөү өсөн Ишембай ҡалаһы янында урынлашҡан Иҫке Ишембай, Ирек, Юрматы, Ҡыҙыл ауыл, Күс ауылдары халҡынан аҡса йыйыуҙы, шулай уҡ фронтҡа йылы кейемдәр менән посылкаларҙы ебәреүҙе ойоштороуҙы ла күҙ уңынан ысҡындырмай. Бөтә йыйылған аҡса, бухгалтерия хеҙмәткәре менән бергә иҫәпләнеп, һаҡлыҡ кассаһына, фронтҡа ярҙам фонды иҫәбенә тапшырыла. Бынан тыш республикала фронт өсөн затлы алтын, көмөш биҙәүестәрҙе үҙ ихтыярҙары менән оборона фондына тапшырыу киң йәйелә. Башҡаларға өлгө булһын тип, Хәжәр Сәғит ҡыҙы ғаиләлә быуындан-быуынға күсеп килгән ҡиммәтле алтын һумлыҡтарҙы, көмөш биҙәүестәрҙе (һаҡал, алҡа һ. б.) беренсе булып фронтҡа ярҙам фондына тапшыра, тик боронғо ҡатын-ҡыҙ еләнен генә әсәһе, илап тигәндәй, иҫтәлеккә тип, алып ҡала
Аслыҡ тәрән тылда урынлашҡан Ишембайға ла килеп етә, ҡала урамы буйынан китеп барған көйө йығылып үлеү осраҡтары ла була хатта. Аяныслы хәл тыуыуын аңлап, Х. С. Ишембаева бер көн һалдат ғаиләләре һәм артелдә эшләүселәрҙең өйҙәре буйлап йөрөп сыға. Ҡот осҡос күренештәргә тап була ул. Артелдең сираттан тыш партия йыйылышында асығыусы ғаиләләргә он, ярма биреү тураһында ҡарар ҡабул ителә.
Ауыл хужалығы производствоһын яҡшы белгән белгес булараҡ, Хәжәр Сәғит ҡыҙы төп вазифа бурыстарынан тыш Ишембай партия ҡала комитеты уполномоченныйы ла була. Маҡар районы колхоздары буйлап йөрөп, уларҙың эшен тикшерә, талап ителгәндә тейешле ярҙам күрһәтә, йүнәлеш бирә. Илебеҙ, республикабыҙ кисергән ауыр һынылыш мәлдәрендә тормошобоҙҙо үҙгәртеп ҡороусыларҙың алғы сафында булған Хәжәр Сәғит ҡыҙы Ишембаеваның тормош һәм хеҙмәт юлы хәҙерге заман йәштәре өсөн өлгө була ала.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (262-се һанлы)(1933)
- «50 йыл КПСС-та булыу» билдәһе (1989)
- Республика әһәмиәтендәге персональ пенсионер (1972 йыл, 4 ғинуар).
Ғаиләһе һәм балалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тормош иптәше, һуғыш инвалиды Моғаттаров Мөхәмәтсәғит Аҡмалетдин улы менән өс бала тәрбиәләп аяҡҡа баҫтыра.
Балалары:
• Ғәптерәүеф (1945 йылғы), Ишембай нефть техникумын тамамлай, Салауат нефть-химия комбинаты хеҙмәткәре.
• Ғәптелғәфүр (1947 йылғы), БДУ-ны тамамлай, ВЛКСМ-дың Ишембай ҡала комитенының 1-се секретары, «Ишембайнефть» НГДУ-һының профком рәйесе, 1993 йылдан пенсияға сыҡҡансы республика предприятиеларында конкурс идарасыһы.
• Миңлехаят (Хаят)(1950 йылғы), БДУ, уҡытыусы, журналист, «Торатау» гәзите мөхәррире.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ишимбайская энциклопедия. (Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015 г., стр. 656. 3000 экз.).
- К. И. Мангушев, В. Н. Поляков, Ю. В, Уткин «Чудесный клад» (Москва, Советская Россия, 1985 г., стр. 144, 20 000 экз.).
- Юсупов Ю. М., Исянгулов Ш. Н., Ярмуллин А. Ш. «Юрматы» (Уфа. ИК ВКБ, 2017, стр. 152, 500 экз.)
- М. Якупов. «Сотник Ишимбай» (Уфа. ГУП ГРИ «Башкортостан», 2005,стр. 126, 400 экз.)
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ [Ишимбайская энциклопедия, Уфа, изд. Башкирская энциклопедия, 2015 г., стр. 30, 3000 экз.]
- ↑ К. И. Мангушев, В. Н. Поляков, Ю. В. Уткин «Чудесный клад», Москва, изд. Советская Россия, 1985. стр. 144/Дуслык — это дружба, стр. 122
- ↑ М. Якупов «Сотник Ишимбай», ГУП ГРИ «Башкортостан», 2005,стр. 128/Сотник Ишимбай, стр. 8
- ↑ Юсупов Ю. М., Иҫәнғолов Ш. Н., Ярмуллин А. Ш. «Юрматы», Уфа. 2017,С 152, стр. 128/История аула Мурдаш и соседних аулов, написанная Мингинигулом, сыном Джиянбирды
- ↑ М. Якупов «Сотник Ишимбай», ГУП «ГРИ» «Башкортостан», 2005,стр. 128/Сотник Ишимбай, стр. 8
- ↑ Юсупов Ю. М., Иҫәнғолов Ш. Н., Ярмуллин А. Ш. «Юрматы», Уфа. 2017,С 152, стр. 128/Выдающиеся люди — юрматинцы и юрмийцы.стр. 96
- ↑ М. Якупов «Сотник Ишимбай», ГУП ГРИ «Башкортостан», 2005,стр. 128/Ударники колхозных полей, стр. 20-27