Ишмырҙин Әбүбәкер Әхмәҙулла улы
Әбүбәкер Ишмырҙин | |
Ишмырҙин Әбүбәкер Әхмәҙулла улы | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Тыуған урыны | |
Ил | |
Ғилми даирәһе |
нефть сәнәғәте |
Эшләгән урыны | |
Альма-матер | |
Ғилми дәрәжәһе |
техник фәндәре докторы (2000) |
Ғилми исеме |
профессор (2005) |
Награда һәм премиялары |
Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (2005). |
Ишмырҙин Әбүбәкер Әхмәҙулла улы (3 декабрь 1936 йыл) — ғалим-тау инженеры, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Техник фәндәр докторы (2000), профессор (2005). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (2005).
Биографияһы һәм эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Әбүбәкер Әхмәҙулла улы Ишмырҙин 1936 йылдың 3 декабрендә Башҡорт АССР-ының Ғафури районы Сәйетбаба ауылында тыуған. Үҙ ауылында урта белем алғас, Өфө нефть институтына уҡырға инә һәм уны «тау инженеры» һөнәре буйынса 1959 йылда уңышлы тамамлай.
Үҙаллы хеҙмәт юлын шул уҡ йылда «Башвостокнефтеразведка» тресында быраулаусы ярҙамсыһы булып башлай. 1960 йылдан «Башнефтегеофизика» берләшмәһенең үҙәк лабороторияһында инженер, 1961 йылдан «Башнефтепроект» институнда инженер, өлкән инженер булып эшләй. 1967—1969 йылдарҙа «Башнефть» берекмәһендә өлкән инженер һәм төркөм етәксеһе вазифаларын башҡара.
1969—1970 йылдар В. И. Ленин исемендәге Ҡаҙағстан политехник институтында аспирантураһын, 1970—1971 йылдар Мәскәүҙә И. М. Губкин исемендәге халыҡ-хужалығы һәм газ промышленносе институтында аспирантураны тамамлағас, Өфө нефть институтында (1990 йылдан Өфө дәүләт нефть техник университеты) фән өлкәһендә эш башлай. 1974 йыл уҡытыу эшенә күсеп, ассистент була. 1976 йылдан — өлкән уҡытыусы. 1980 йылдан — доцент, 2000 йыл — техник фәндәр докторы, 2001 йыл — кафедрала профессор.
Фәнни хеҙмәттәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- диссертация өҫтөндә тикшереү эштәре
- Некоторые вопросы гидравлики и работоспособности глубинных насосов при откачке парафинистой нефти» (1972),
- Повышение эффективности добычи многокомпонентной продукции из малодебитных нефтяных скважин штанговыми насосами» (2000).
Сыймалды табыу һәм төрлө фазалағы шыйыҡсаларҙы сығарыу кимәлен үҫтереү өлкәһендәге мәсьәләләрҙе хәл итеүгә арналған. 200-ҙән ашыу фәнгә арналған эштәре сыҡҡан. 34 автор танытмаһы һәм патентары бар.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Рәсәй Федерацияһы Яғыулыҡ һәм энергетика сәнәғәте министрлығының Маҡтау ҡағыҙы (2004).
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уйлап табыусыһы (2005).
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ишмырҙин Әбүбәкер Әхмәҙулла улы — Башҡорт энциклопедияһы 2016 йыл 21 апрель архивланған.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Свободная энциклопедия Урала. Ишмурзин Абубакир Ахмадуллович 2017 йыл 10 март архивланған.
- 3 декабрҙә тыуғандар
- 1936 йылда тыуғандар
- Алфавит буйынса шәхестәр
- Ғафури районында тыуғандар
- Алфавит буйынса ғалимдар
- Өфө дәүләт нефть техник университеты профессорҙары
- Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусылары
- Сәйетбаба мәктәбен тамамлаусылар
- Өфө дәүләт нефть техник университетын тамамлаусылар
- Башҡортостандың атҡаҙанған уйлап табыусылары