Иҫке Дикло

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент тултырылмаған

Иҫке ДиклоГрузияла Кахети өлкәһенең тарихи төбәге Тушетияла Әхмәт муниципалитеты территорияһындағы замок-ауыл. Иҫке Дикло хәҙерге Дикло ауылынан яҡынса ике километр алыҫлыҡта ятҡан, әммә XIX быуатта лезгиндарҙың баҫҡын яһауҙары һөҙөмтәһендә юҡҡа сыҡҡан. Хәҙерге ваҡытта ташландыҡ ауыл. Ауыл бейек ҡаялы урында урынлашҡан. Көнсығыш һәм төньяҡ яҡтан ҙур ҡаялар менән уратып алынған һәм барырлыҡ түгел. Бейек ҡаяла урынлашыуы планировкаһы буйынса уңайлы. Был үҙенсә бер нығытма. Замок-ауыл ярайһы уҡ ҡатмарлы рельефлы өс террасала ята. Түбәнгеһе башлыса ауыл хужалығы маҡсатында ҡулланылған. Үҙ-ара тар урам менән тоташҡан ике өҫкө террасала тулыһынса тораҡ йорттар төҙөлгән.

Биналар башлыса өс ҡатлы. Түбәнге террасаның иң бейек урынында дүрт мөйөшлө башнялар теҙелгән, улар яғынан ихаталар кәртәләнгән, күрәһең, бында тауар кибеттәре булған. Замоктың түбәнге террасаһында бер нисә бина урынлашҡан.

Иҫке Дикло 2018 йылда Грузия президенты указы менән Грузияның милли әһәмиәткә эйә күсемһеҙ мәҙәниәт ҡомартҡылары реестрына индерелгән[1].

Шулай уҡ ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]


Интернет ресурстары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]