И. А. Бунин һәйкәле (Орёл)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
И. А. Бунин һәйкәле
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Орёл
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән бронза
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d]
Карта

Иван Алексеевич Бунин һәйкәле — рус яҙыусыһы, әҙәбиәт буйынса Нобель премияһы лауреаты И.А. Буниндың бронза скульптураһы, Орёлда, Пролетар (Левашова) тауында урынлашҡан[1]. Авторы — СССР Дәүләт премияһы һәм И.Е. Репин исемендәге РСФСР Дәүләт премияһы лауреаты В. М. Клыков, архитекторы Р. И. Семерджиев[2].

Тарихы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1894 йылда И.А. Буниндың ата-әсәһе Воронеждан Елец өйәҙе (хәҙер Орёл губернаһы Липецк өлкәһе) Бутырки утарындағы нәҫелдән-нәҫелгә күсеп килеүсе алпауыт еренә күсеп киләләр. Буласаҡ яҙыусыға ни бары өс йәш була. Ошо ваҡыттан алып яҙыусының яҙмышы оҙаҡҡа Орловщина һәм Орёл менән бәйле була. 18811886 йылдарҙа ул Елецк гимназияһында уҡый. 18861889 йылдарҙа Елецк өйәҙенең Озёрки ауылында йәшәй, унда ғаилә Бутыркилағы ерҙәрен һатҡас күсеп килә. 1889 йылдың көҙөндә Орёлда төпләнә һәм «Орловский вестник» гәзитенең хеҙмәткәре булып китә. Ошонда уҡ Буниндың тәүге «Шиғырҙар» китабы сыға (1891). Тәнҡитселәр фекеренсә, был йылдарҙағы пейзаж лирикаһы, шулай уҡ һуңыраҡ яҙылған проза әҫәрҙәре орёл ерҙәренән алған тәьҫораттар менән һуғарылған. 1892 йылдада яҙыусы Орёлдан Одессаға китә[3]. И.А. Буниндың исеме Орёлда бер нисә тапҡыр мәңгеләштерелгән. Бында яҙыусының музейы эшләй, унда яҙыусының уникаль коллекцияһы тупланған. Бунин исемен Орёл өлкә ғилми универсаль асыҡ китапхана йөрөтә. 1992 йылда китапхана бинаһы алдында данлыҡлы яҡташтарының бюсы асыла (скульпторы О.А. Уваров)[4]. В.М. Клыков эше булған һәйкәлде ҡуйыу идеяһы И.А. Буниндың 125 йыллығы байрамына әҙерлек осоронда барлыҡҡа килә. Һәйкәл 1995 йылдың октябрендә ҡала халҡының күп ҡатнашлығында асыла[5].

Тасуирламаһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һәйкәл рус монументаль сәнғәте традицияларында башҡарылған. Яҙыусының бронза һыны бронзанан ҡойолған постаментҡа ҡуйылған. Бунин аяғүрә баҫып тора. Ҡулдарын терһәктәрендә сатрашлаған, ә яҡты ҡарашы алыҫтарға төбәлгән. Яҙыусының аяҡ аҫтында — бронза веногы. Постаментҡа «Иван Алексеевич Бунин» тип яҙылған[2].

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. И. А. Бунин. Орёлъ знакомый и незнакомый. Дата обращения: 27 октябрь 2014.
  2. 2,0 2,1 И. А. Бунин. 2RF.ru. Дата обращения: 27 октябрь 2014. 2014 йыл 27 октябрь архивланған. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тег дөрөҫ түгел: «abc» исеме бер нисә тапҡыр төрлө йөкмәткегә бирелгән
  3. Под редакцией П. Н. Николаева. me=books&pa=showbook&pid=4132 Русские писатели. 1800-1917: Биографический словарь. — М.: Советская энциклопедия, 1989. — Т. 1: А - Г. — С. 354-361.(недоступная ссылка)
  4. Иван Алексеевич Бунин. Encyclopaedia-Russia.ru. Дата обращения: 27 октябрь 2014.
  5. Памятник И. А. Бунину. rutravtlltr. Дата обращения: 27 октябрь 2014.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]