Йомағара
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
| Йомағара | ||||||||||||||
|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| Фәнни классификация | ||||||||||||||
|
||||||||||||||
| Латинса исеме | ||||||||||||||
| Buteo lagopus Pontoppidan, 1763 |
||||||||||||||
|
| Халыҡ - ара Ҡыҙыл китап Ҙур хәүеф янамай IUCN 3.1 Least Concern : / 106003521 |
Йомағара, ҡар һары, тау һары (урыҫ. мохноногий канюк )(лат. Buteo lagopus)- ҡарсығалар ғаиләһендәге йыртҡыс ҡош.
Йөкмәткеһе |
Ҡылыҡһырлама [үҙгәртергә]
Ҡарғанан ҙурыраҡ. Ҡанаттарыняй ғына һелтәп, ауыр оса. һауала бер урында туҡтап «бейей», йыш ҡына айырым торған ағас, бағана йәки кә¬бән башына ҡуна. һырты ҡара-һоро, ҡара таптар менән сыбарланған. Ҡорһағы ҡара. Түше буй-буй һыҙыҡлы һар¬ғылт аҡ. һарҙан ҙурыраҡ булыуы, ҡара ҡорһағы һәм йөнлө аяҡтары менән айырыла.
Тауышы [үҙгәртергә]
Тауышы көслө: «ҡйяу-ҡйяу-ҡйяу» (күптәр уның тауышын бесәй мыяулауына оҡшата).
Йәшәү рәүеше [үҙгәртергә]
Урманда, тундрала йәшәй. Ваҡ кимереүселәр һәм ҡоштар менән туҡлана. Күсмә ҡош. һирәк осрай. Беҙҙә иртә яҙ, көҙ көндәрендә генә күренә. Беҙҙең яҡтар¬ҙа оя ҡормай. Зарарлы кимереүселәрҙе ҡырып, файҙа килтерә.
Әҙәбиәт [үҙгәртергә]
- Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
- Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. - ISBN 5-88666-011-9
Иҫкәрмәләр [үҙгәртергә]