Йырсы безелдәк

'''Ирекле энциклопедия Башҡорт Википедияһы мәғлүмәте'''
Унда күсергә: төп йүнәлештәр, эҙләү
Йырсы безелдәк
Locustellaluscinioides.jpg
Фәнни классификация
Батшалыҡ: Хайуандар
Тип: Хордалылар
Класс: Ҡоштар
Отряд: Турғай һымаҡтар
Ғаилә: Һылыуҡас турғайҙар
Ырыу: Безелдәктәр
Төр: Соловьиный сверчок
Латинса исеме
Locustella luscinioides
(Savi, 1824)
ITIS 560838
NCBI 68490
Халыҡ - ара Ҡыҙыл китап
Status iucn3.1 LC ru.svg en:Least Concern
Ҙур хәүеф янамай
IUCN 3.1 Least Concern : / 148380

Йырсы безелдәк (урыҫ. Йырсы безелдәк,лат. Locustella luscinioides) — турғайҙар отрядендәге ҡош.

Эстәлеге

[үҙгәртергә] Ҡылыҡһырлама

Турғайҙан бәләкәйерәк. Оҙонсараҡ кәүҙәле, киң ҡа¬натлы бик һаҡ "ҡош. Ҡойроғоноң осо түңәрәкләнеп бөтә. Һырты ҡара-көрән, кәүҙәһенең аҫ яғы ерәнһыу һоро. Күҙҙәре өҫтөндәге ҡаштары һәм яурындарындағы таптары аҡ төҫтә. Башҡа безелдәктәрҙән ҡауырһындарында ҡара таптары булмауы һәм яурындарындағы аҡ таптары менән айырыла.

[үҙгәртергә] Тауышы

Һайрауы — яңғырауыҡлы сутылдау, ул киҫкен «кррр» тип бөтөп ҡуя.

[үҙгәртергә] Йәшәү рәүеше

Асыҡ урындағы ҡыуаҡтарҙа, ялан аша үткән йылға ярҙарындағы шырлыҡтарҙа йәшәй. Аҙығы — төрлө бөжәктәр, үлән орлоҡтары. Үлән һабаҡтарында, ҡыуаҡтарҙа оялай. Ҡара-көрән төртөктәр менән һипкелләнгән 4—6 бөртөк көрәнһыу һары йомортҡаһы була.

[үҙгәртергә] Әҙәбиәт

  • Э.Ф. Ишбирҙин. Башҡортостан ҡоштары китабы. Өфө,1986 йыл. ИБ №3478 28.693.35 И 90
  • Остапенко В. А. Птицы в вашем доме: Справочное пособие. — М.: Арнадия, 1996. - ISBN 5-88666-011-9

[үҙгәртергә] Иҫкәрмәләр

Шәхси ҡоралдар
Исем арауыҡтары

Варианттар
Хәрәкәт
Төп йүнәлештәр
Ярҙамсы йүнәлештәр
Башҡа телдәрҙә